Тан династияһы (18 июнь 618 йыл — 4 июнь 907 йыл, ҡыт. 唐朝, Танчао) — ҡытай императорҙарының Ли Юаньдан башланған династияһы. Ли Юаньдың улы император Ли Шиминь крәҫтиән ихтилалдарын һәм үҙалылыҡҡа ынтылған аҡһөйәктәр көстәрен баҫтырғандан һуң прогрессив сәйәсәт алып бара башлай. Ҡытайҙа нәҡ Тан династияһының дәүере илдең иң ҡеүәтле осоро булып һанала. Был заманда ул үҫеш буйынса шул ваҡыттағы дәүләттәрҙән алда барған.

Ҡыҫҡа факттар Баш ҡала, Телдәр ...
Тан империяһы
唐朝

Thumb
Тан империяһы

 
 
 
 
618  907
Баш ҡала

Сиань(618—904) >1 млн. кеше,Лоян(904—907)

Телдәр

ҡытай теле

Дин

буддизм,даосизм,конфуцианлыҡ

Халҡы

100 000 000

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Тан

 Тан династияһы Викимилектә
Ябырға
Thumb
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнбайыш Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Ляо
Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүере
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун
Бэйян хөкүмәте

Тарих

Thumb
     Тан династияһының дәүерендә Ҡытайҙың территорияһы.     Ҡытайҙың йоғонтоһы аҫтында булған өлкәләр

Тан династияһы Ли Юаньдан башлана. Ул табгач[1] халҡы йәшәгән Ҡытайҙың төньяҡ сиктәрендәге ер биләүселәр нәҫеленән барлыҡҡа килгән. Ли Юань үҙенең улы Ли Шиминь менән бергә граждандар һуғышында («Ғәҙел һуғышта») еңәләр. Был һуғыштың төп сәбәбе булып Суй династияһының императоры Ян-диҙың ҡаты һәм аҡылһыҙ сәйәсәте тора. 618 йылда Чанъань ҡалаһында Ли Юань император тип Гао-цзу династия исеме аҫтында иғлан ителә. Һуңғараҡ уның улы Ли Шиминь идаралыҡты үҙ ҡулына ала һәм был династия 907 йылға тиклем власта була, тик 690—705 йылдарҙа ғына Чжоу династияһына ҡараған императрица У Цзэтянь тәхеттә ултыра[2].

Thumb
Лешаньдағы гигант Будда статуяһы. Оҙонлоғо — 71 метр, 713—803 йылдарҙа төҙөлгән.
Thumb
Ат көткән кеше. Хань Гань (706—783), Сюань-цзундың һарайының рәссамы

Идеология

Иң баштан алып уҡ Тан династияһы төп ҡытай һәм дала башланғыстарын берләштереүсе була. Династияны нигеҙләүсе Бөйөк Даланың халыҡтары, уларҙың холоҡ-фиғелдәре һәм йолалары менән бик яҡшы таныш булған. Ли Юаньдың яҡын кешеләре лә шулай булғандар. Тан идарылығының беренсе осоронда ике төбәк араһында интенсив мәҙәни алышыу барған, дала Тан Ҡытайына алдынғы ғәскәр биргән. Император бер үк ваҡытта табғас халҡының ханы йәки ҡағаны булып торған, ошондай үҙләштереү төркөт ханы Күлтәгингә арналған ташъяҙмала нығытылған[3], ул үҙе һәм үҙенең халҡын ҡытайҙың түгел, ә табғас ҡағанының (ханының) «ҡолы» (вассалы) тип әйткән[2].

Ҡытай менән Даланы физик һәм мәҙәни тан императоры власы аҫтында берләштереү идеяһы быуаттар буйы дәүләттең эске һәм тышҡы сәйәсәтенең йүнәлешен билдәләгән[2].

Мәҙәниәт һәм иҡтисад

Илдә тыныслыҡ һәм тәртип урынлашыуы халыҡтың бөтә көсөн Ҡытай именлеге һәм файҙаһына булышлыҡ иткән. Ауыл хужалығы, ваҡ һөнәрселек һәм сауҙа гөрләп үҫешкән. Туҡыусылыҡ, буяу эше, көршәкселек, металлургия, караптар төҙөү технологиялары яңы уңыштар яулайҙар. Бөтә дәүләт ҡоро һәм һыу юлдары селтәре менән ҡаплана. Тай-цзун осоронда Ҡытай Япония, Корея, Һиндостан, Иран, Ғәрәбстан һәм башҡа илдәр менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр төҙөй.

Илдә фән һәм техника үҫеш ала. Беҙҙең эраның 725 йылында И Син һәм Лян Линцзань оҫталары менән тәүге анкер механизмлы механик сәғәт эшләнелә. Дары ҡоралы тарала: алда фейерверк, ракеталар һәм флотта «ут йыландары» рәүешендә файҙаланылһа, һуңыраҡ снарядтар менән атыр өсөн ысын ҡорал кеүек файҙаланыла.

Бөтә ил буйынса сәй эсеү киң тарала. Сәйгә үҙенсәлекле мөнәсәбәт формалаша: сәй сәнғәте (Ча И, 茶艺) арҡаһында, дарыу йәки аҙыҡ-түлектең береһе булып ҡулланылған эсемлек, ҡытай мәҙәниәтенең мөһим элементына әйләнә. Ҡытай классик әҙәбиәте Тан дәүеренең билдәле сәй танатанаһын үткәргән оҫталары — Лу Тун һәм Лу Юй исемдәрен мәңгеләштергән.

Сәйәси һәм административ ҡоролош

Thumb
Император Суй Ян-диның 643 йылда Ли Шиминь идарылығы ваҡытында рәссам Янь Либэнь (600—673) менән төшөрөлгән һүрәт

Тәүге реформалар

Суй кодексына нигеҙләнеп Тан енәйәт кодексы баҫылып сыға, ул үҙгәртелгән рәүештә Вьетнамда, Кореяла һәм Японияла ҡулланыла[4]. 653 йылда енәйәт кодексы үҙенең билдәле формаһын ала: язалар һәм енәйәттәргә бүленгән ул 500 статьянан. Унда язалар 10 тапҡыр еңел таяҡ менән һуғыуҙан башланып 100 тапҡыр ауыр таяҡ менән һуғыуға, һөргөнгә һәм каторгаға ебәреүгә, үлем язаһына тиклем барып еткән[5]. Кодекс социаль тигеҙһеҙлек урынлаштырған: язаның ауырлығы енәйәтсенең социаль һәм сәйәси торошона буйһонған. Мәҫәлән, әгәр ялсы үҙенең хужаһын үлтерһә — уға яза бик ауыр булған, һәм киреһенсә[6]. Тан кодексы үҙгәртеүҙәр менән һуңғараҡ 1397 йылдағы Мин империяһы (1368—1644) кодексында ла ҡулланылған[7].

Идаралыҡ менән өс (бөтәһе алты) «шэн» (省, shěng) министырлыҡтары шөғәләнгән. Унан башҡа, анығараҡ мәсьәлә сисеүсе, алты идаралыҡ — «бу» (部, ) булған. Бу һәм шэн Тан системаһы бик уңайлы булған һәм ул ҙур үҙгәртеүҙәр кисереп 1912 йылда Цин династияһы ҡолағанына тиклем ғәмәлдә була[8].

Thumb
Сәскә мотивтары менән биҙәлгән һәм алтын менән ялатылған тан көмөш һауыты

Империяның сағыу баш ҡалаһы булып Чанъань ҡалаһы (хәҙергә Сиань) булған, унда император һарайы урынлашҡан. Һарайға килгән вәкилдәрҙе музыка, спорт ярыштары, шиғриәт, һынлы һүрәт сәнғәте, театраль һәм акробатик сығыш яһауҙары менән ҡаршы алғандар. Бик күп хазина һәм байлыҡтарҙа бында һаҡланған.

Thumb
Ҡатын-ҡыҙ статуэткаһы. VII—VIII быуаттар
Thumb
Тан осорондағы батмус. VIII быуат

Һалымдар һәм халыҡ иҫәбен алыу

Тан хөкүмәте һәр ваҡыт үҙенең халҡының һанын белергә ынтылған. Тәүге тан хөкүмәте һәр бер ғаиләгә иген менән еңел һалым индерә, был төбәк органдарҙа теркәлеүҙе файҙалы иткән[4]. 609 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса империяла 9 миллион йорт хужалығы йәки 50 миллион кеше булған[4]. 742 йылғы артабанғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса илдә 50 000 000 кеше барлығын һанаған[9].

754 йылда илдә 1859 ҡала, 321 префектура, 1538 округ иҫәпләнгән[10]. Ҡалалар күп булыуына ҡарамаҫтан, ауыл халҡы дөйөм халыҡтың 80-90 % тәшкил иткән[11].

Тарҡылыш

Тан династияһының тарҡылышы бик дөрөҫ итеп билдәләнмәгән, әммә VIII быуаттағы ихтилалдар серияһы һәм хәрби еңелеүҙәр үҙәк власының көсһөҙләнә башлауына килтерә. 740 йылдарға ҡарата Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең Хөрәсән провинцияһынан килгән ғәрәптәр Фирғәнә үҙәнендә һәм Согдианала нығынғандар. 751 йылда Талас һуғышы ваҡытында ҡытай ғәскәренең ялланған отрядтары алаш яланын ташлап китәләр, был ғәскәр башлығы Гао Сяньчжинды сигенергә мәжбүр итә. Һуңыраҡ Ань Лушань етәкселегендәге ихтилал (756—761 йй.) ҡабына, ул оҙаҡ йылдар буйы сәскә атҡан илде бөлгөнлөккә килтерә. Ихтилалдың тағы ла бер сәбәбе булып провинцияларҙың хәрби цзедуши-губернаторҙарының үҙәк властҡа ҡарата көнәркәшлеге үҫә. Ань Лушань 746—763 йылдарҙа булған Янь дәүләтен төҙөй, ул ике баш ҡаланы (Чанъань һәм Лоян) һәм бик ҙур территорияны үҙ эсенә алып торған. Янь дәүләтендә дүрт император алышына, әммә ихтилалды уйғырҙар менән берлектә лә баҫтырыу ауырға төшә. Тан Империяһы Урта Азия өҫтөндә контролен юғалта.

Thumb
Сиандағы Тан архитектураһы: Ҡыр ҡаҙҙарының ҙур пагодаһы.

858 йылда Бөйөк канал районындағы ҡот отҡос һыу баҫыуы булған, ул Төньяҡ Ҡытайҙың киң тигеҙлектәрен баҫа һәм ун меңләп кешенең һәләк булыуына килтерә. Был ҡытайҙарҙың Тан династия алла менән ҡуйылғанына ышаныуҙы һелкетә. 873 йылда илдә иген бик ныҡ уңмай, ҡайһы бер райондарҙа ғәҙәти уңыштың яртыһында йыя алмайҙар, ун меңләп кеше астан үлеү сигендә ҡалалар. Тан династияһының тәүге осоронда бындай бәләләрҙән һаҡланыр өсөн күпләп иген йыйылған, әммә IX быуатта бындай ҡаза алдында булдыҡһыҙ булып сыға.

Традицион тарих буйынса, династияның тарҡылышының бер факторҙары булып һарайҙа евнухтарҙың көсәйеүе булып тора. Улар махсус кәңәшсе органды шуми-юань (樞密院) төҙөгәндәр һәм IX быуатҡа ҡарай сәйәси ҡарарҙарға, ҡаҙна менән идара итергә һәм, фараз буйынса, хатта императорҙарҙы үлтерергә етерлек властары булған. Чжу Цы ихтилалынан (朱泚; 783—784) һуң, уларҙың ҡулы аҫтына Шэньцэ (神策軍) ғәскәре инә. 817 йылда Император Цзинцзун (唐敬宗) евнухтар менән үлтерелгәндән һуң, уның ҡустыһы — Император Вэньцзун (唐文宗; 809—840, тәхеттә: 827—840) евнухтарға ҡаршы әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә, ләкин бик ҙур уңышлыҡтар яулай алмай.

Династияның бөтөүе

Тан династияһының һуңғы осоронда үҙәк власының хәлһеҙләнеүе һәм провинцияларҙың хәрби губернаторҙарының көсәйеүе күҙәтелә. Императорҙарҙың компетентһыҙлығы һәм чиновниктарҙың коррупцияһы уңайһыҙ тәбиғи шарттар — ҡоролоҡтар һәм аслыҡтар менән бергә күп кенә ихтилалдар тоҡаныуына сәбәптәр булып торғандар. Хуан Чао һәм уның эйәреүселәре етәкселегендәге ихтилал һәм төрлө хакимлыҡ итеүсе синыфтар төркөмдәре араһындағы көрәш һуңғы тапҡыр династияның идаралығын бөтөрә. Баш күтәреүселәр ике баш ҡаланы ла — Чанъаньды һәм Лоянды баҫып алалар һәм талайҙар. Ихтилалды баҫытырыу ун йыл буйы дауам итә, әммә башҡаса династия ҡайтанан хакимлығын аяғына тора алмаған. 907 йылда Тан династияһының аҙаҡҡы императорын Ли Чжуны хәрби начальник Чжу Вэнь ҡолата, ул алда Хуан Чао яғында була һәм династия яғына күсә. Чжу Вэнь яңы династияны — Һуңғы Лянды нигеҙләй һәм үҙенә Тайцзу (太祖) ғибәҙәтхана иемен ала. Чжу Вэнь түңкәрелеше Биш династиялар һәм ун батшалыҡтар дәүеренең (907—960) башланыуын билдәләй.

Тан династияһы императорҙары

Ентеклерәк мәғлүмәт Ғибәҙәтхана исеме, Үҙ исеме ...
Тан династияһы (618—690, 705—907)
Ғибәҙәтхана исеме Үҙ исеме Идаралыҡ итеү йылдары Йыл иҫәбенең девизы һәм йылдары
Тан династияһы (618—690)
Гао-цзу
高祖 Gāozǔ
Ли Юань
李淵 Lǐ Yuān
618—626
  • Удэ (武德 Wǔdé) 618—626
Тай-цзун
太宗 Tàizōng
Ли Шиминь
李世民 Lǐ Shìmín
627—649
  • Чжэньгуань (貞觀 Zhēnguān) 627—649
Гао-цзун
高宗 Gāozōng
Ли Чжи
李治 Lǐ Zhì
650—683
  • Юнхуэй (永徽 Yǒnghūi) 650—655
  • Сяньцин (顯慶 Xiǎnqìng) 656—661
  • Луншо (龍朔 Lóngshuò) 661—663
  • Линьдэ (麟德 Líndé) 664—665
  • Цяньфэн (乾封 Qiánfēng) 666—668
  • Цзунчжан (總章 Zǒngzhāng) 668—670
  • Сяньхэн (咸亨 Xiánhēng) 670—674
  • Шанъюань (上元 Shàngyuán) 674—676
  • Ифэн (儀鳳 Yífèng) 676—679
  • Тяолу (調露 Tiáolù) 679—680
  • Юнлун (永隆 Yǒnglóng) 680—681
  • Кайяо (開耀 Kāiyào) 681—682
  • Юнчунь (永淳 Yǒngchún) 682—683
  • Хундао (弘道 Hóngdào) 683
Чжун-цзун
中宗 Zhōngzōng
Ли Сянь
李顯 Lǐ Xiǎn
или Ли Чжэ
李哲 Lǐ Zhé
684
һәм 705—710
  • Сышэн (嗣聖 Sìshèng) 684
Жуй-цзун
睿宗 Rùizōng
Ли Дань
李旦 Lǐ Dàn
684—690
һәм 710—712
  • Вэньмин (文明 Wénmíng) 684
  • Гуанчжай (光宅 Guāngzhái) 684
  • Чуйгун (垂拱 Chúigǒng) 685—688
  • Юнчан (永昌 Yǒngchāng) 689
  • Цзайчу (載初 Zàichū) 690
Чжоу династияһы (690—705)
У Цзэтянь
武則天 Wǔ Zétiān
(рәсми ғибәҙәтхана
исеме булмаған)
У Хоу
聖神 Shèng Shén
690—705
  • Тяньшоу (天授 Tiānshòu) 690—692
  • Жуи (如意 Rúyì) 692
  • Чаншоу (長壽 Chángshòu) 692—694
  • Яньцзай (延載 Yánzài) 694
  • Чжэншэн (證聖 Zhèngshèng) 695
  • Тяньцэваньсуй (天冊萬歲 Tiāncèwànsùi) 695—696
  • Ваньсуйдэнфэн (萬歲登封 Wànsùidēngfēng) 696
  • Ваньсуйтунтян (萬歲通天 Wànsùitōngtiān) 696—697
  • Шэньгун (神功 Shéngōng) 697
  • Шэнли (聖曆 Shènglì) 698—700
  • Цзюши (久視 Jiǔshì) 700
  • Дацзюй (大足 Dàjú) 701
  • Чанъань (長安 Cháng'ān) 701—705
Тан династияһының дауамы (705—907)
Чжун-цзун (中宗)
(икенсе идаралығы)
Ли Сянь (李顯)
йәки Ли Чжэ (李哲)
(һәм 684)
705—710
  • Шэньлун (神龍Shénlóng) 705—707
  • Цзинлун (景龍Jǐnglóng) 707—710
Шао-ди
殤帝 Shàodì
Ли Чунмао
李重茂 Lǐ Chóngmào
710
  • Тайлун (唐隆 Tánglóng) 710
Жуй-цзун
睿宗 Rùizōng
Ли Дань
李旦 Lǐ Dàn
(һәм 684—690),
710—712
  • Цзинъюнь (景雲Jǐngyún) 710—711
  • Тайцзи (太極Tàijí) 712
  • Яньхэ (延和Yánhé) 712
Сюань-цзун
玄宗 Xuánzōng
Ли Лунцзи
李隆基 Lǐ Lóngjī
712—756
  • Сяньтянь (先天 Xiāntiān) 712—713
  • Кайюань (開元 Kāiyuán) 713—741
  • Тяньбао (天寶 Tiānbǎo) 742—756
Су-цзун
肅宗 Sùzōng
Ли Хэн
李亨 Lǐ Hēng
756—762
  • Чжидэ (至德 Zhìdé) 756—758
  • Цяньюань (乾元 Qiányuán) 758—760
  • Шанъюань (上元 Shàngyuán) 760—761
Дай-цзун
代宗 Dàizōng
Ли Ю
李豫 Lǐ Yù
762—779
  • Баоин (寶應 Bǎoyìng) 762—763
  • Гуандэ (廣德 Guǎngdé) 763—764
  • Юнтай (永泰 Yǒngtài) 765—766
  • Дали (大曆 Dàlì) 766—779
Дэ-цзун
德宗 Dézōng
Ли Ко
李适 Lǐ Guā
780—805
  • Цзяньчжун (建中 Jiànzhōng) 780—783
  • Синъюань (興元 Xīngyuán) 784
  • Чжэньюань (貞元 Zhēnyuán) 785—805
Шунь-цзун
順宗 Shùnzōng
Ли Сун
李誦 Lǐ Sòng
805
  • Юнчжэнь (永貞 Yǒngzhēn) 805
Сянь-цзун
憲宗 Xiànzōng
Ли Чунь
李純 Lǐ Chún
806—820
  • Юаньхэ (元和 Yuánhé) 806—820
Му-цзун
穆宗 Mùzōng
Ли Хэн
李恆 Lǐ Héng
821—824
  • Чанцин (長慶 Chángqìng) 821—824
Цзин-цзун
敬宗 Jìngzōng
Ли Чжань
李湛 Lǐ Zhàn
824—826
  • Баоли (寶曆 Bǎolì) 824—826
Вэнь-цзун
文宗 Wénzōng
Ли Ан
李昂 Lǐ Áng
826—840
  • Баоли (寶曆 Bǎolì) 826
  • Дахэ (大和 Dàhé) или Тайхэ (Tàihé 太和) 827—835
  • Кайчэн (開成 Kāichéng) 836—840
У-цзун
武宗 Wǔzōng
Ли Янь
李炎 Lǐ Yán
840—846
  • Хуэйчан (會昌 Hùichāng) 841—846
Сюань-цзун
宣宗 Xuānzōng
Ли Чэнь
李忱 Lǐ Chén
846—859
  • Дачун (大中 Dàchōng) 847—859
И-цзун
懿宗 Yìzōng
Ли Цуй
李漼 Lǐ Cǔi
859—873
  • Дачун (大中 Dàchōng) 859
  • Сяньтун (咸通 Xiántōng) 860—873
Си-цзун
僖宗 Xīzōng
Ли Сюань
李儇 Lǐ Xuān
873—888
  • Сяньтун (咸通 Xiántōng) 873—874
  • Цяньфу (乾符 Qiánfú) 874—879
  • Гуанмин (廣明 Guǎngmíng) 880—881
  • Чжунхэ (中和 Zhōnghé) 881—885
  • Гуанци (光啟 Guāngqǐ) 885—888
  • Вэньдэ (文德 Wéndé) 888
Чжао-цзун
昭宗 Zhāozōng
Ли Е
李曄 Lǐ Yè
888—904
  • Лунцзи (龍紀 Lóngjì) 889
  • Дашунь (大順 Dàshùn) 890—891
  • Цзинфу (景福 Jǐngfú) 892—893
  • Цяньнин (乾寧 Qiánníng) 894—898
  • Гуанхуа (光化 Guānghuà) 898—901
  • Тяньфу (天復 Tiānfù) 901—904
  • Тянью (天佑 Tiānyòu) 904
посмертное имя Ай-ди
哀帝 Āidì
или Чжао Сюань-ди
昭宣帝 Zhāoxuāndì
Ли Чжу
李柷 Lǐ Zhù
904—907
  • Тянью (天佑 Tiānyòu) 904—907
Ябырға

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.