Remove ads
Ҡытайҙың беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡҡа ҡараған иң боронғо тарихи осоророндағы легендар хакимдары. From Wikipedia, the free encyclopedia
Өс хаким һәм биш император (ҡыт. 三皇五帝) — Ҡытайҙың беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡҡа ҡараған иң боронғо тарихи осоророндағы легендар хакимдары.
Өс хаким һәм биш император | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 2852 |
---|---|
Алмаштырылған | Ся (династия) |
Тамамланыу датаһы | б. э. т. 2070 |
Өс хаким һәм биш император Викимилектә |
Ҡытай тарихы | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | Көнбайыш Чжоу | ||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Ляо |
Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүере | ||
Сун |
Төньяҡ Сун | ||
Көнбайыш Ся |
Көньяҡ Сун | ||
Бэйян хөкүмәте | |||
Пекинда Мин империяһы осоронда нигеҙ һалынған Боронғо Императорҙар ғибәҙәтханаһы бар. Унда өс хакимдан (улар — өсөһө лә Ғәли йәнәптәре) башлап Ҡытайҙың бөтә императорҙарының исемдәре яҙылған таҡтасыҡтар табыныу объекттары сифатында һаҡлана. Был өс Ғәли йәнәптәре Ҡытай территорияһында йәшәгән ҡәбиләләрҙә төрлө ваҡытта килеп тыуған хәлгә йоғонто яһай ала, һәм иң абруйлы юлбашсылары тип иҫәпләнелә. Тик уларҙың береһе генә (өсөнсөһө) ысынлап йәшәгән шәхес тип иҫәпләнелә, сөнки тәүге икеһе тураһында яҙма сығанаҡтарҙың булыуы ла мөмкин түгел.
Мифтарға ярашлы, Ян Ди — юғарғы Илаһ, Ҡояш Аллаһы. Ләкин ул бер ваҡытта ла ҡояшҡа тиңләштерелмәй. «Ҡояш көсөнә» эйә, тиҙәр. Артабан ул юғарғы Илаһ урынын утлы аждаһаға ултырып килгән яңы алла — Хуан Диға бирә. Хуан Ди Ян Дины Көньяҡҡа идара итеүсе итеп тәғәйенләй. Ян Ди менән сағыштырғанда Хуан Ди кешеләр менән әүҙемерәк аралаша һәм уларға бик күп белем (музыка, арифметика, яҙма, транспорт) бирә. Аҙағыраҡ Ян Ди юғарғы тәхетте Хуан Динан тартып алырға тырыша, әммә уңышҡа өлгәшә алмай, сөнки ерҙе тотошо менән көлгә әйләндереүҙән ҡурҡып, Ҡояш көсөн ҡулланыуҙан тыйыла. Һөҙөмтәлә Ян Ди төньяҡҡа китеп юғала. Мифтарға ярашлы, Хуан Ди аждаһа уны килтергән урында — Куньлунь тауында төҙөгән бай һарайҙа йәшәй. Хуан Ди яҡынса 300 йыл хакимлыҡ итә. Уның артынан тағы ла бер ут бөркөп торған аждаһа килеп уны бик күп шаһиттарҙың күҙ алдында күккә осороп алып китә. Шулай итеп, Хуан Диҙың хакимлыҡ итеүе тамамлана.
Биш императорҙың исемдәре, сығанағына бәйле төрлө варианттарҙа булыуы ихтимал. Сым Цян версияһы буйынса улар — Хуан-ди, Чжуань-сюй, Ку, Яо һәм Шунь (黄帝、颛顼、帝喾、尧、舜).
Боронғо Императорҙар Ғибәҙәтханаһындағы иҫтәлекле алтаҡталарға ярашлы, биш император түбәндәгеләр:
Императорҙарҙың һаны тәүге биш элемент йәки биш стихия — у-син тураһындағы теория йоғонтоһо аҫтында һайланған. Биш стихия һәр саҡ үҙ-ара көрәшә, уның барышында сикһеҙ рәүештә бер-береһен юҡҡа сығаралар, шул уҡ ваҡытта ҡайтанан бер-береһен булдыралар. Һәр императорға билдәле бер стихия ярҙам итә. Стихия өҫтөнлөк алһа, батшалыҡ сәскә ата, стихия еңелһә, батшалыҡ та бөлгөнлөккә төшә.
Мәҫәлән, Хуан Ди идара итә башлаған осорҙа Күк, Ер стихияһы символы булараҡ, ғәйәт ҙур сиңерткәне һәм ҡортто күктә күрһәтә. Шуға ла Хуан Ди һары төҫкә өҫтөнлөк бирә.
Өс хаким һәм биш император Викимилектә |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.