Remove ads
Македония батшаһы, полководец һәм донъя державаһын булдырыусы From Wikipedia, the free encyclopedia
Искәндәр Зөлҡәрнәй (грек. Μέγας Aλέξανδρος[1], шулай уҡ Александр III, Бөйөк Александр, мосолман илдәрендә Искәндәр Зөлҡәрнәй[сн 1] (Ҡушмөгөҙлө Искәндәр) исеме аҫтында билдәле, — беҙҙең эраға тиклемге 336—324 йылдарҙағы Македонияның хакимы. Ул тарихҡа иң уңышлы хәрби етәксе булараҡ билдәле — ул бер яуҙа ла еңелмәгән. Ғүмеренең аҙағына ул Боронғо Грецияға билдәле донъяның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора[2].
Искәндәр Зөлҡәрнәй | |
Μέγας Aλέξανδρος | |
Искәндәр Зөлҡәрнәй, Александр III, Бөйөк Александр, Ҡушмөгөҙлө Искәндәр | |
Хаким итә башлауы: | б.э.т. 336-сы йыл |
---|---|
Тамамланыуы: | б.э.т. 10 июнь 323-сө йыл |
Алдағы хаким: | Филипп II Македониялы |
Вариҫы: | Филипп III Арридей |
Тыуған ваҡыты: | б.э.т. 1 июль 356-сы йыл |
Тыуған урыны: | Пелла, Македония |
Үлем ваҡыты: | б.э.т. 10 июнь 323-сө йыл |
Үлем урыны: | Вавилон |
Ҡатыны: | 1-се: Роксана 2-се: Статира 3-сө: Парисат |
Балалары: | Геракл Александр |
Династия: | Аргеады |
Атаһы: | Филипп II |
Әсәһе: | Олимпиада |
Уның баҫып алыу сәйәсәте быуаттарға һуҙылған Грек колонизацияһының һәм Грек мәҙәниәтенең йоғонтоһо йыраҡ илдәрҙә көсәйеүенең, шулай уҡ Эллинистик дәүерҙең башланғысы булып тора. Искәндәр үҙе иһә тарихта һәм Грек һәм башҡа мәҙәниәт мифтарында йәшәй.
Искәндәр Македонияның баш ҡалаһы Пеллала б. э. т. 356 йылдың 21 июлендә тыуа[3]. Уның атаһы — Македонияның хакимы Филипп II, әсәһе — Филипптың дүртенсе ҡатыны, Эпир принцессаһы Олимпиада. Әсәһе яғынан ул Пиррҙың ике туғаны — был уға атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да хәрби һәләттәр күсеүенә асыҡ миҫал. Плутарх әйтеүенсә, уның атаһы Каран аша Геракл нәҫеленән, ә әсәһе Неоптолем һәм Ахиллес аша Эак нәҫеленән булып сыға.
Бала сағында Искәндәрҙе әсәһе Олимпиаданың туғаны Леонидас уҡыта. Леонидас Искәндәрҙе үҙен үҙе яратҡан ахмаҡ тип уйлай, шуға ла уны бөтөнләй яратмай. Төрлө фараздар буйынса, Искәндәр күп күләмдә хуш еҫле матдәләрҙе утҡа ташлай, бының өсөн Леонидас уны ҡаты шелтәләй һәм хуш еҫле тауарҙарға бай илде баҫып алғас, йәне теләгәнсә сарыф итә аласағын әйтә. Йылдар үткәс, Искәндәр Газаны — Фарсы империяһының хуш еҫле тауарҙар үткән сауҙа юлын баҫып ала, бынан ул Леонидасҡа яуап итеп 15 тонна мирра ҡайтара. Аристотель иһә Искәндәрҙең уҡытыусыһы булараҡ уның үҫешеүендә иң мөһим ролде уйнай, ул Искәндәргә риторика һәм әҙәбиәт буйынса тулы белем бирә. Искәндәрҙә фәнгә, медицинаға һәм фәлсәфәгә ҡыҙыҡһыныу уята. Аристотель уға Илиаданың күсермәһен бирә, уны Искәндәр һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә һәм йыш ҡына уҡыр була[4].
Искәндәрҙең ун йәшлек сағында, Филиппҡа ҡара ат килтерәләр. Был ҡырағай атты берәү ҙә менә алмай. Искәндәр аттың үҙ күләгәһенән ҡурҡыуын аңлап ҡала, атты ҡояшҡа ҡаршы әйләндерә һәм атҡа менә. Быны күргәс, атаһы һәм башҡалар таң ҡала, Искәндәр әйләнеп килеп аттан төшкәс, Филипп уны үбеп ала һәм: «Улым, үҙеңә тиң мәмләкәт тап, Македонияла һиңә урын юҡ», — ти. Был һүҙҙәр, бәлки ғорурлыҡ менән бер рәттән ҡурҡыуҙан да әйтелгәндер, сөнки Филипп II Македония хакимдары һәм уларҙың күпкә ынтылған улдары менән нимә булыуы тураһында бик яҡшы белә.
Атын ул Буцефал тип атай. Буцефал егерме йыл дауамында уның юлдашы һәм иң яҡын дуҫы була. Аты, Плутарх әйтеүенсә, ҡартайып, бүтән фараздар буйынса, Һиндостанда барған һуғышта алған яраларҙан үлә. Искәндәр уның үлеменән һуң ике ҡаланы Буцефала тип атай.
Б.э.т. 340 йылда, Филипп Византияға ҡаршы һөжүмде етәкләгәс, Искәндәр 16 йәшлек сағында Македонияның хакимы булып ҡала. Б.э.т. 339 йылда Филипп бишенсе мәртәбә Клеопатраға өйләнә. Искәндәрҙең әсәһе Олимпия Эпирҙан (Грек утрауының көнсығыш өлөшөндә, ул Македонияға кермәй), ә Клеопатра Македонияның үҙенән була, был Искәндәрҙең тәхеткә хоҡуғын бәхәсле итә. Төрлө фараздар буйынса, туй мәжлесе ваҡытында кәләштең ағаһы Аттал үҙенең Македония тәхетенә хоҡуҡ алыуы хөрмәтенә тост тәҡдим итә. Искәндәр уға үҙенең бокалын елләй һәм: «Мин кем улайһа, никахтан тыш тыуғанмы?» — тип ҡысҡыра. Искәндәрҙең байтаҡҡа иҫергән атаһы ҡылысын сығарып Искәндәргә табан бара башлай, әммә ҡолай. Искәндәр шунда: «Был кеше Грециянан алып Азияға тиклемге ерҙәрҙе баҫып алырға ниәтләй, әммә бер өҫтәлдән икенсеһенә барып етә алмай», — ти. Искәндәр һәм уның әсәһе асыуынан Македониянан китә, ә уның һеңлеһе Клеопатра тороп ҡала.
Филипп улы менән яраша һәм Искәндәр кире ҡайта, Олимпиада иһә Эпирҙа ҡала. Б.э.т 338 йылда Искәндәр атаһына Афина һәм Фива ҡала-дәүләттәренә ҡаршы хәл иткес Хероней яуында ярҙам итә. Грек ҡала-дәүләттәре биш айға Македония хакимлығы аҫтында ҡала, һуңынан Коринф лигаһы булдырыла.
Б.э.т. 336 йылда Филипптың үлеменән һуң Искәндәр Македонияның яңы хакимы тип иғлан ителә. Яңы хаким тәхеткә ултырыу менән, Афина һәм Фива һымаҡ ҡала-дәүләттәр үҙаллылыҡ алыу мөмкинлегенә өмөт итә. Бигерәк тә Фива Искәндәргә ҡаршы әүҙем күтәрелә, әммә Искәндәр уның ҡапҡаһы төбөндә пәйҙә булғас, бер һүҙһеҙ буйһона. Коринф йыйылышында гректар Искәндәрҙе Фарсы империяһына ҡаршы яуҙа етәксе итеп һайлай.
Б.э.т. 335 йылда Искәндәр Македонияның төньяҡ сиген нығытыр өсөн фракия һәм иллирия ҡәбиләләренә ҡаршы ҡуҙғала. Уның уңышлы хәрәкәте ваҡытында Афина, Фива һәм бүтән ҡалалалар тағы баш күтәрә. Искәндәр тиҙ арала килеп етә, башҡа ҡалалар икеләнгән арала, Фива ҡаршылашыуын дауам итә. Һөҙөмтәлә Фива ҙур ҡан ҡойош менән буйһондорола, ә уның халҡы ҡоллоҡҡа һатыла.
Искәндәрҙең ғәскәре — Македония һәм төрлө грек ҡала-дәүләттәренән 42 000 яугир Геллеспонт аша сыға. Граник яуында Искәндәрҙең Фарсы империяһының ғәскәрен еңгәндән һуң, Кесе Азияның күп ҡалалары ҡаршылыҡһыҙ бирелә, Галикарнас ҡалаһы оҙаҡ һәм ныҡышмалы ҡаршылаша, әммә бер нисә ҡаты һөжүмдән һуң ул да еңелә. Артабан ул юлында осраған бөтә ҡалаларҙа хакимлығын ойоштороп, Ликия тауҙарына һәм Памфилия тигеҙлектәренә юллана.
Б.э.т. 333 йылда Искәндәрҙең ғәскәре Кикилия аша үтеп, Фарсы иленең Дарий III етәкселегендәге төп ғәскәре менән бәрелештә уны еңә. Дарий үҙе, ғаиләһе менән мөлкәтен ҡалдырып, яуҙы ташлай. Һуңынан ул Искәндәргә ғаиләһе өсөн байтаҡ ерҙәр тәкдим итә, ләкин Искәндәр, Фарсы империяһының яңы хакимы булараҡ, ул ерҙең хужаһы кем икәнен үҙе хәл итәсәген белдерә. Артабан ул Урта диңгеҙ буйындағы ҡалаларға һөжүм итә һәм Тир, Газа ҡалаларын ала.
Б.э.т. 332—331 йылдарҙа Искәндәрҙе Мысырҙа азат итеүсе тип ҡабул итәләр һәм Мысыр руханиҙары уны Зевс улы тип иғлан итә. Искәндәр Мысырҙа Александрия ҡалаһына нигеҙ һала, был ҡала ул үлгәндән һуң Птолемей династияһының баш ҡалаһы булараҡ үҫеш ала. Мысырҙан һуң Искәндәр көнсығышҡа — Ассирияға табан юллана һәм Гавгамел яуында Дарий етәкселегендәге фарсы ғәскәрен тармар итә. Дарий тағы ла ҡаса, Искәндәр уны Эрбилгә ҡәҙәр ҡыуалап бара. Артабан Искәндәр Вавилонға, унан Сузаға табан юллана. Б.э.т. 330 йылда Искәндәрҙең ғәскәре Фарсы империяһының баш ҡалаһы Персеполде баҫып ала. Ҡала талана, ә һуңынан яндырыла.
Артабан Искәндәр Дарийҙы тағы ла эҙәрлекләй башлай. Дарий Бесс тарафынан үлтерелә, Бесс үҙен Фарсы иленең яңы хакимы Артаксеркс тип иғлан итә һәм Искәндәргә ҡаршы көрәш башлай. Өс йыл дауамында Искәндәр Бесс һәм уның яҡлылары менән яу алып бара, шул арала ул Герат һәм Сәмәрҡәнд ҡалаларын баҫып ала, Бер нисә Александрия ҡалаларына, шул иҫәптән хәҙерге Кандагар (Афғанстанда), Худжант (Тажикстанда) ҡалаларына нигеҙ һала. 329 йылда Бессты үҙ кешеләре һата.
Б. э. т. 326 йылда Искәндәр сатраптар менән бәйләнешен нығытыр өсөн Роксанаға өйләнә. Артабан ул иғтибарын Һиндостанға йүнәлтә[5]. Искәндәр бөтә Гандхара сатраптарының башлыҡтарын уның хакимлығын ҡабул итергә саҡыра. Ҡайһы берҙәр ҡаршылыҡһыҙ ризалашһа ла, Камбоджа ҡәбиләләрелең башлыҡтары уның хакимлығын танырға баш тарта. Искәндәр был ҡәбиләләргә ҡаршы яу аса. Был ҡаты алыштарҙа Искәндәр үҙе лә яралана, ахырҙа урындағы ҡәбиләләр еңелә.
Артабан Искәндәр Һинд йылғаһы аша үтә һәм б.э.т. 326 йылда Панджаб дәүләтенең хакимы Порға ҡаршы яуҙа еңеп сыға[6]. Был яуҙан һуң ул Порҙың батырлығына һоҡланып, уның менән килешеү төҙөй һәм Порҙы үҙ ерҙәренә сатрап итеп билдәләй, бынан тыш, уның биләмәләлен киңәйтә. Бында уның яратҡан аты үлеп ҡала һәм Искәндәр нигеҙ һалған ике ҡалаһына Буцефала исемен бирә.
Пор дәүләтенең көнсығыш яғында, Ганг йылғаһы буйында Нанда династияһы хакимлығы аҫтында ҡеүәтле Магадха дәүләте була. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ яуҙарҙан йонсоған Искәндәрҙең ғәскәре, был дәүләттең оло ҡеүәтен ишетеп, артабанғы яуға ҡаршы килә. Шулай итеп, Искәндәрҙең ғәскәре, көнсығышҡа табан бармай, көньяҡҡа юл ала. Юлында ул Малла ҡәбиләләрен осрата. Был ҡәбиләләр Көньяҡ Азияның шул осорҙағы иң һуғышсан ҡәбиләләре була. Искәндәрҙең ғәскәре маллаларға ҡаршы яу аса. Был яу ваҡында Искәндәр үҙе уҡ менән күкрәгенә ҡаты яралана. Искәндәрҙең ғәскәре маллаларҙың ҡәлғәһен алып, был ҡәбиләне аяуһыҙ ҡыра. Һиндостанда ғәскәренең өлөшөн ҡалдырып, Искәндәр Гедрозия сүллеге аша кире Фарсы иленә табан юл ала.
Б. э. т 324 йылдың 10—11 июнь төнөндә Искәндәр Вавилондың батшаһы Навуходоносор II-нең һарайында үлә[7]. Уға 33 йәш тулыуға бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалған була. Уның үлеме сәбәбенә ҡағылышлы төрлө фараздар бар, шул иҫәптән Антипатрҙың улдары тарафынан ағыуланыу, мәжлес ваҡытында хәле насарланыуы, б.э.т 336 йылдан алып ауырыған биҙгәк ауырыуының ҡабатланыуы һ.б[8].
Билдәле булыуынса, марттың 29-нда Искәндәр мәжлес ваҡытында үҙен насар тоя башлай. Уның ауырыуы тураһында хәбәр ғәскәрендә таралып, уны көндән-көн нығыраҡ борсоуға һала. 9 июндә ғәскәр башлыҡтары яугирҙәргә Искәндәрҙе һуңғы тапҡыр тере килеш күрергә мөмкинлек бирә. Искәндәр, һөйшләшергә хәле булмағанлыҡтан, ҡулы менән ишаралар яһау менән генә сикләнә. Бер көндән ул үлә.
Искәндәрҙең үлеме алдынан ғәскәр башлыҡтары унан вариҫы итеп кемде ҡалдырасағы тураһында һорайҙар. Тулы хоҡуҡлы вариҫтары булмағанлыҡтан (уның улы Искәндәр IV уның үлеменән һуң ғына тыуа, ә икенсе улының әсәһе уның законлы ҡатыны булмай), был һорауға яуап бик мөһим була. Ҡайһы бер фараздар буйынса, Искәндәр «Kratisto» («Иң көслөһө») тип яуап ҡайтара.
Искәндәр «Krater’oi» (Кратер) тип әйткән булыуы ла мөмкин. Ҡайһы бер ғалимдар Искәндәр вариҫы итеп ғәскәр етәкселәренең береһен ҡалдырырға теләүе тураһында раҫлай. Уның Кратер булыуы ла мөмкин, сөнки ул ғәскәрҙең күпселек өлөшө менән етәкселек итә һәм үҙен бик яҡшы башлыҡ итеп күрһәтә. Әммә Кратер был ваҡытта яҡында булмай, ә бүтәндәр «Иң көслөһө» тип ишетеүҙе уңайлыраҡ күрә. Искәндәрҙең нимә тип яуаплауына ҡарамаҫтан, Кратер үлтерелә, ә империяны ғәскәр башлыҡтары бүлгеләй (диадохтар).
Диадох (Птолемей I Сотер) б. э. т. 322 йылда Искәндәрҙең бәлзәмләнгән кәүҙәһен Мысырға - Мемфис ҡалаһына күсерткән. Мумия унда, бәлки, Серапейон ҡорамында һаҡланғандыр, ә һуңынан, ихтимал Птолемей II Филадельф инициативаһы менән, Искәндәриә ҡалаһына алып барылған[9].
Б.э.т. 30 йылда беренсе Римс императоры Октавиан яңылыш ҡағылып, уның танауын емергән[10].
Һуңғы тапҡыр Искәндәр мумияһы 215 йылда император Каракалланың Искәндәриә ҡалаһында булыуы айҡанлы телгә алына. Император Искәндәргә айырата ихтирамы билдәһе итеп төрбәгә үҙенең туникаһын һәм йөҙөгөн һалып ҡалдыра[11].
Наполеон I-нең экспедиция корпусы Мысырҙа саркофаг таба һәм ул инглиздәргә тапшырыла. Саркофаг Нектанеб II-неке тип фараз итәләр[12][к 1] Уны ваҡытлыса Искәндәрҙе ерләр өсөн тотонған булғандарҙыр[13].Птолемейҙар йыш ҡына фирғәүендәрҙең төрлө артефакттарын үҙ маҡсаттарында файҙаланған, шул уҡ ваҡытта Птолемей Беренсенең бөйөк яулаусыны лайыҡлы ерләү ойоштороу өсөн ваҡыты ла булмаған[13]. Хәҙер был саркофаг Британия музейында Лондонда һаҡлана[14].
Искәндәриә Искәндәриә (рус. Александрия, ғәр. الإسكندرية, мысыр ғәрәп телендә اسكندريه, бор. грек. Ἀλεξάνδρεια, лат. Ălĕxăndrīa, Ălĕxăndrēa, копт. Ⲣⲁⲕⲟⲧⲉ, Rakotə, Rakoda) ҡалаһына б.э.т. 332 йылда Искәндәр Зөлҡәрнәй нигеҙ һалған һәм ҡала бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған[15]. Байтаҡ быуаттар ул үҫешә алмай торһа ла XIX быуатта тергеҙелә башлай. Нил дельтаһында урынлашҡан , Мысырҙың икенсе иң ҙур ҡалаһы һәм төп диңгеҙ порты.
Мосолман донъяһында - төрлө милләттәрҙә, төрлө телдәрҙә Искәндәр Зөлҡәрнәй ҙурлана, уның тураһында әҫәрҙәр, төрлө риүәйәттәр ижад ителә. Мәҫәлән, фарсы шиғриәте классигы Низами Гәнжәүиҙең киң билдәле "Искәндәрнамә" поэмаһы[16] (фарс. اسکندرنامه, рус. «Искендер-наме» Автор Искәндәр Зөлҡәрнәй тураһындағы төрлө сюжеттарҙы һәм риүәйәттәрҙе әҙәби йәһәттән эшкәртеп, донъя хазинаханаһына ингән поэма ижад иткән [17] Уны Гәнжәүи фарсыларҙың камил батшаһы, зороастризмды еңгән һәмхаҡ дин килтергән шәхес итеп һүрәтләй[18]. Әҫәр европа рыцарь романдарына яҡын, әммә Низами үҙ фәлсәфә йүнәлешен эҙмә-эҙлекле үткәрә, ә Зөлҡәрнәй грек һәм һинд аҡыл эйәләре менән фәнни кимәлдә әңгәмәләр алып бара. Бынан тыш, поэмала утопик элемент бар: Искәндәр төньяҡҡа сәйәхәт ваҡытында батшалар ҙа, ярлылар ҙа, боҙоҡлоҡтар ҙа булмаған ер тапҡан була[19][20].
Бөтә мосолман донъяһында Искәндәр тураһында төрлө легендалар йөрөгән. Иң киң таралған сюжеттарҙың береһе - Искәндәрҙең бөтәһенән йәшереп йөрөгән ике мөгөҙө булыуы тураһында легендалар; бер сәстараш уның был серен һыбыҙғыһына һөйләй, ә ул был турала бөтә донъяға белдерә. Был сюжетты Мидас тураһындағы грек мифы менән бәйләй торған булғандар, тик ХХ быуат уртаһында легенда башлап Шәреҡтә барлыҡҡа килгән, тигән фараз тыуа[21]. Әйткәндәй, "Ҡурай" тигән башҡорт халыҡ әкиәтендә лә мөгөҙлө хан тураһында бәйән ителә, тик унда Искәндәр исеме аталмай. Хандың мөгөҙө булыуын ҡурай бөтә донъяға яңғырата[22].
Сүриә әҙәбиәтендә Искәндәр тураһында бер нисә әкиәт була, уны ауыл баһадиры итеп, ғәйрәте менән иң яҡшы ат, иң матур ҡыҙҙы һәм иң яҡшы ҡылысты үҙенеке итеүен һүрәтләйҙәр. Киң таралған «Ҡушмөгөҙ» ҡушаматы Искәндәрҙең торҡаһына мөгөҙ кеүек итеп ике ҡылыс беркетеп дошмандарын ҡырыуы менән бәйле бирелгән [23].
Грузин һәм тажик фольклореында Искәндәр исеме ҡарттарҙы үлтереү (геронтоцид) йолаһын бөтөрөүсе итеп ҡабул ителә [24].
Әзербайжан фольклорында Искәндәр батшанан яһаҡ алыр өсөн диңгеҙҙе яндырыуы һүрәтләнә[25].
Төрөк әҙәбиәтендә Искәндәр тураһындағы сюжетты батша һарайы шағиры Әхмәҙи «Искәндәрнамә» әҫәрендә яҙа (1400 йыл). Уның поэипһы Низамиҙыҡына оҡшатып яҙылған булған[26], шул уҡ ваҡытта уға яуап биреү кеүек тә булып сыҡҡан[27]. Дөйөм алғанда фантазия һәм мажаралылыҡ йәһәтенән Әхмәҙи Низами менән Фирдоусиҙан көслөрәк яҙҡан, етмәһә автор суфыйлыҡ менән мауыҡҡан, был поэманың йөкмәткеһендә сағылмай ҡалмаған. «Искәндәрнамә»нең ябайыраҡ яҙылған прозаик версияһы ла булған, уны Әхмәҙиҙең туғаны Хамзави яҙған булған[27].
Урта Азия төрки шағиры тюркский поэт Ғәлишәр Нәваи (XV быуат) «Искәндәр диуары» тигән әҫәрендә Искәндәр тормошондағы фантастик сюжеттарҙы файҙаланып яҙылған (тере һыу эҙләү, илбаҫарҙарҙан һаҡланыу өсөн диуар төҙөүе һәм башҡалар)[28].
Башҡорттар ҙа, мосолман булараҡ, Александр Искәндәр Зөлҡәрнәйҙе Ҙү-л-Ҡәрнәйн (ҡуш мөгөҙлө) тип белә(ғәр. ذو القرنين [29]) — тәҡүәлек өлгөһө һәм бөйөк батша, халыҡтарҙы Аллаһы тәғәләгә ҡаршы булыусыларҙан, Йәьжүж үә Мәъжүждән һаҡлаусы диуар төҙөткән, тип таный. Ҡөрьән Кәримдең Әл-Кәһф сүрәһендә Ҙү-л-Ҡәрнәйн исеме дүрт тапҡыр телгә алынған.[30][31]
Искәндәр Зөлҡәрнәйгә башҡорттарҙың оло ихтирамы исеме лә, ҡушаматы ла айырым исемдәр булып ҡулланышҡа инеп китеүенән күренә. Искәндәр исеме лә, Зөлҡәрнәй исеме лә иң йыш осраған исемдәрҙән булған. Хәҙер ҙә балаларына Искәндәр тип йыш ҡушалар.
"Башҡорт исемдәре" китабында был исемдәргә ошондай аңлатмалар бирелә:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.