Remove ads

Тигр (төр. Dicle, Диджле[3]; ғәр. دجلة, Диджла[4]; курд. Dîcle) — Көньяҡ-Көнбайыш Азиялағы йылға[1]. Төркиә, Сүриә һәм Ираҡ илдәренең территориялары буйлап аға.

Ҡыҫҡа факттар Тигр, Характеристика ...
Тигр
Thumb
Характеристика
Оҙонлоғо 1900 км
Бассейн 375 000[1] км²
Һыу сығымы 1014 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Хазар
 · Урынлашыуы Әрмән таулығы, Элязыг провинцияһы, Төркиә
 · Бейеклеге 1248 м
 · Координаталар 38°30′12″ с. ш. 39°30′21″ в. д._type:river&title=%D0%A2%D0%B8%D0%B3%D1%80%2C+%D0%B8%D0%BD%D0%B5%D1%88 HGЯO
Тамағы Шатт-әл-Ғәрәп
 · Урынлашыуы Басра провинцияһы, Ираҡ
 · Бейеклеге 4[2] м
 · Координаталар 31°00′16″ с. ш. 47°26′32″ в. д._type:river&title=%D0%A2%D0%B8%D0%B3%D1%80%2C+%D1%83%D1%81%D1%82%D1%8C%D0%B5 HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Шатт-әл-Ғәрәп Фарсы ҡултығы Оман ҡултығы Ғәрәбстан диңгеҙе

Илдәр Төркиә Төркиә, Сүриә Сүриә, Ираҡ Ираҡ
Thumb
Точка
инеше
Точка
тамағы
Тигр Викимилектә
Ябырға

Этимология

Боронғо грек телендәге йылғаның атамаһы Τίγρης, Τίγρις боронғо фарсы теленән tigrā[5] алынған, ә һуңғыһына был гидроним элам (ti-ig-ra), шумер (idigna) телдәренән килгән.

Нөсхә шумер атамаһы Idigna йәғни Idigina, моғайын, «тиҙ йылға» тип аңлатылған *id (i)gina һүҙенән килгәндер[6]. Шумер һүҙе аккад теленә Idiqlat формаһында кергән, һәм артабан семит телдәренә (сүриә Deqlaṯ, ғәрәп Dijla) күскән.

Боронғо фарсы телендә лә Arvand Rud һүҙе «тиҙ йылға» тип аңлатылған.

Ентеклерәк мәғлүмәт Тел, Атама ...
Тел Атама
Аккад теле Idiqlat
Арамей теле דיגלת , Diglath
Әрмән теле Տիգրիս, Tigris
Боронғо грек теле ἡ Τίγρης, -ητος, hē Tígrēs, -ētos;

ἡ, ὁ Τίγρις, -ιδος, hē, ho Tígris, -idos

Боронғо фарсы теле 𐎫𐎡𐎥𐎼𐎠, Tigrā
Йәһүд теле חידקל, Ḥîddeqel
Фарсы теле دجله Dijle
Сүриә теле ܕܩܠܬ Deqlaṯ
Хуррит теле Aranzah[7]
Шумер теле Idigna/Idigina IDIGNA (Borger 2003 nr. 124) 𒈦𒄘𒃼
Ябырға
Remove ads

География

Оҙонлоғо — яҡынса 1900 км, бассейн майҙаны — 375 мең км². Бассейн территорияһының яртыһы тиерлек (≈175 мең км²) Иранда урынлашҡан[8]. Инеше Көнсығыш Таврҙа, Төркиәнең көнсығышында Хазар күлендә урынлашҡан. Үрге ағымында йылға Джезире платоһы аша үтә һәм артабан Месопотамия уйһыулығы буйлап аға. Түбәнге ағымында Евфрат йылғаһы менән ҡушылып, Фарсы ҡултығына ҡойған Шатт-эл-Ғәрәп йылғаһын барлыҡҡа килтерә[9][1].

Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Оло һәм Кесе Заб, Дияла, Керхе, Эль-Узайм[10][11].

Тигр буйында Ираҡтың баш ҡалаһы Бағдад урынлашҡан.

Йылғала Мосул, Самарра, Кралкизи, Диджле, Илису, Джизре ГЭС-тары төҙөлгән[12][8].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Remove ads

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads