Евфрат

From Wikipedia, the free encyclopedia

Евфратmap

Евфра́т (төр. Fırat, Фырат[1]; ғәр. الفرات, Эль-Фурат[2]; әрм. Եփրատ Ep'rat, курд. Firat) — Көньяҡ-Көнбайыш Азиялағы йылға. Төркиә, Сүриә һәм Ираҡ илдәре аша аға.

Ҡыҫҡа факттар Евфрат, төр. Fırat, ғәр. الفرات ...
Евфрат
төр. Fırat, ғәр. الفرات
Thumb
Характеристика
Оҙонлоғо 2700 км
Бассейн 673 000 км²
Һыу сығымы 300−400 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Ҡараһыу менән Морат
 · Урынлашыуы Әрмән таулығы
 · Координаталар 39°43′43″ с. ш. 40°15′24″ в. д._type:river&title=%D0%95%D0%B2%D1%84%D1%80%D0%B0%D1%82%2C+%D0%B8%D0%BD%D0%B5%D1%88 HGЯO
Тамағы Шатт-әл-Ғәрәп
 · Координаталар 31°00′15″ с. ш. 47°26′31″ в. д._type:river&title=%D0%95%D0%B2%D1%84%D1%80%D0%B0%D1%82%2C+%D1%83%D1%81%D1%82%D1%8C%D0%B5 HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Шатт-әл-Ғәрәп Фарсы ҡултығы

Илдәр  Төркиә,  Сүриә,  Ираҡ
Thumb
инеше
тамағы
Евфрат Викимилектә
Ябырға

География

Оҙонлоғо — 2700 км (ҡушылдығы Морат менән бергә — 3065 км), бассейн майҙаны — 673 мең км².

Әрмән таулығында, Морат һәм Карасу (Ҡараһыу) йылғалары ҡушылған урында башлана[3]. Үрге ағымында тау йылғаһы булараҡ аға, Әрмән таулығының Малатья һәм Эргани һырттарын үтеп артабан Сүриәлә сүлле платоһында һәм төньяҡ Месопотамияла тәрән үҙән буйлап, ә Хит ҡалаһынан түбәнерәк — яҫы Месопотамия уйһыулығы буйлап аға[3]. Месопотамия уйһыулығының ҡайһы бер урындарында киңлеге 500 метрға, ә тәрәнлеге 10 метрға барып етә.

Хит ҡалаһы (Ираҡ) янында уртаса һыу сығымы — 840 м³/сек., максималь һыу сығымы — 3—4 мең м³/сек., минималь һыу сығымы — 180 м³/сек.; йыллыҡ һыу сығымы — 26,4 км³[3].

Түбәнге ағымында Евфрат Тигр йылғаһы менән ҡушылып, Фарсы ҡултығына ҡойған Шатт-эл-Ғәрәп йылғаһын барлыҡҡа килтерә[3].

Төп ҡушылдыҡтары — Хабур (һул), Белих, Тохма һәм Гёксу (барыһы ла уң)[3].

Этимология

Йылғаның атмаһы арамей теленән һүҙмә-һуҙ тәржемә иткәндә «татлы һыу» тип аңлатыла[3].

Ентеклерәк мәғлүмәт Тел, Евфрат атамалары ...
ТелЕвфрат атамалары
Аккад телеPu-rat-tu
Арамей телеܦܪܬ Prāṯ, Froṯ
Боронғо фарсы теле𐎢𐎳𐎼𐎠𐎬𐎢 Ufrátu
Ғәрәп телеالفرات Al-Furāt
Курд телеفرهات Firat, Ferat
Төрөк телеFırat
Шумер телеBU.RA.NU.NU
Әрмән телеԵփրատ Yeprat
Ябырға

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.