Ғәрәбстан диңгеҙе

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ғәрәбстан диңгеҙе

Ғәрәбстан диңгеҙе (ғәр. بحر العرب, фарс. دریای عرب, урду بحیرہ عرب, һинд अरब सागर, сомал. Bada Carbeed, ингл. Arabian Sea) — Һинд океанының төньяҡ өлөшөндәге диңгеҙ. Көнбайышта Ғәрәбстан һәм көнсығышта Һиндостан ярымутрауҙары менән сикләнгән.

Ҡыҫҡа факттар Ғәрәбстан диңгеҙе, Урынлашыуы ...
Ғәрәбстан диңгеҙе
Thumb
УрынлашыуыҺинд океаны 
Майҙаны3 862 000[1] км²
Иң ҙур тәрәнлек5803[2] м
Thumb
Ғәрәбстан диңгеҙе
Thumb
Гоа буйындағы пляж
 Ғәрәбстан диңгеҙе Викимилектә
Ябырға

Атамаһы

Диңгеҙ европа һәм ғәрәп диңгеҙселәренә төрлө атамалар менән билдәле булған: Эритрея диңгеҙе[3], Синдху диңгеҙе (Синдху Сагар)[4], Йәшел диңгеҙ, Оман диңгеҙе, Фарсы диңгеҙе һәм Һинд-Ғәрәп диңгеҙе[5].

География

Диңгеҙҙең дөйөм майҙаны — 3 862 000 км²[1]. Максималь киңлеге — 2400 км. Максималь тәрәнлеге — 5803 м.[2] Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылға — Һинд.

Иң ҙур ҡултыҡтары: көнбайышта Ҡыҙыл диңгеҙ менән Баб-әл-Мәндәб боғаҙы аша тоташтырыусы Аден ҡултығы һәм төньяҡ-көнбайышта Фарсы ҡултығы менән тоташыусы Оман ҡултығы.

Thumb
Йыһандан диңгеҙгә күренеш

Диңгеҙ буйында Сомали, Джибути, Йәмән, Оман, Иран, Пакистан, Һиндостан һәм Мальдив утрауҙары илдәре урынлашҡан.

Эре ҡалалары — Карачи, Аден, Маскат, Мумбаи, Коччи һ. б.

Иң ҙур утрауҙары: Сокотра (Йәмән), Масира (Оман), Астола (Пакистан).

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.