7 август — григориан стиле буйынса йылдың 219-сы (кәбисә йылында 220-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 146 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Буйҙаҡтар көнө.
- Кисереү (ғәфү итеү) көнө.
- Милли
- Һөнәри
- Ер: Профессиональ ораторҙар көнө.
- Австралия: Ололарҙы ҡараусы хеҙмәткәрҙәр көнө.
- Ҡаҙағстан: Транспорт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй: Федераль һаҡ хеҙмәте ҡарамағындағы Махсус элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәте көнө.
- Эске эштәр министрлығы криминаль полицияһының оператив-эҙләү мәғлүмәте подразделениялары көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Васильев Леонид Леонидович (1891—8.02.1966), ғалим-психофизиолог. 1917—1921 йылдарҙа Өфөләге беренсе совет мәктәбе (хәҙерге 3-сө гимназия) уҡытыусыһы, 1919 йылдан — директоры; бер үк ваҡытта Халыҡ мәғарифы институты, ҡатын-ҡыҙҙар фельдшер-акушерлыҡ мәктәбе (хәҙер медицина колледжы) уҡытыусыһы, Физика институты ҡарамағындағы Тәжрибә фәндәре институтының беренсе тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1950). Биология фәндәре докторы (1936), профессор (1940). Ленин ордены кавалеры (1951). Сығышы менән Псков ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Максимов Василий Петрович (1927—17.12.1995), хеҙмәт алдынғыһы. 1947—1977 йылдарҙа Баймаҡ машина эшләү заводы эшсеһе. Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1977), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1974). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Монаков Юрий Борисович (1942—3.01.2011), ғалим-химик. 1968 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институты хеҙмәткәре, 1973 йылдан — лаборатория мөдире, 1984 йылдан — бүлектең ғилми етәксәһе, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылға тиклем физик химия һәм химик экология кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1998), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2004), Коми Республикаһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2006), С. В. Лебедев исемендәге (1992) премиялар лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әһлиуллин Марсель Мөтиғулла улы (1933—2002), хәрби хеҙмәткәр-ғалим, генерал-майор (1982). Ленинград тыл һәм транспорт хәрби академияһының элекке уҡытыусыһы. Хәрби фәндәр кандидаты (1974), доцент (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Бикбулатов Мәхмүт Мөхәммәт улы (1948), инженер-механик, төҙөлөш тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1972 йылдан «Башнефтехимремстрой» тресының слесарь-монтажсыһы, мастеры, прорабы, участка начальнигы, баш инженеры, партком секретары, генераль директоры; 1999—2014 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. 2-сн дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнеүсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1925: Борис Рунге, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1945: Александр Журбин, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
- 1947: София Ротару, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1954: Валерий Газзаев, Рәсәй футболсыһы һәм футбол тренеры.
- 1955: Владимир Сорокин, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, төрлө әҙәби премиялар лауреаты.
- 1960: Дэвид Духовны, АҠШ актёры, «Алтын глобус» премияһының ике тапҡыр лауреаты.
- 1966: Джимми Уэйлс, Википедияға нигеҙ һалыусы.
- 1975: Шарлиз Терон, Голливуд актрисаһы, «Оскар», «Алтын глобус» һәм башҡа премиялар лауреаты.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға