Дуҫлыҡ монументы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0310006000
Һәйкәл | |
Монумент дружбы | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Өфө |
Монумент дружбы Викимилектә |
Дуҫлыҡ монументы — башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы 1965 йылда Өфө ҡалаһында, Ағиҙел ярында ҡуйылған һәйкәл. Скульпторҙары М. Ф. Бабурин, Г. П. Левицкая, архитекторҙары Г. И. Гаврилов, Е. И. Кутырёв.
1974 йылда РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән «дәүләт әһәмиәтендәге һәйкәл» статусы бирелә[1].
Ул Ағиҙел йылғаһы буйлап пароходта йөҙөүселәргә лә, күпер аша автобустарҙа үтеүселәргә лә мөһабәт булып күренеп тора.
Уға беренсе таш 1957 йылдың 14 июнендә һалына һәм буласаҡ монумент урынына «Здесь будет сооружён монумент в память 400-летия добровольного присоединения Башкирии к Русскому государству» тигән яҙыулы мәрмәр таҡтаташ урынлаштырыла. Монумент 1965 йылдың 7 авгусында тантаналы асыла, ул тарихи Өфө ҡәлғәһе урынында тора. Авторҙары: Михаил Бабурин; Галина Левицкая.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.