9 август — григориан стиле буйынса йылдың 221-се (кәбисә йылында 222-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 144 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- БМО: Аҫаба халыҡтар көнө.
- Ер: Китап һөйөүселәр көнө.
- Милли
- АҠШ: Ҡул ҡыҫышыу көнө.
- КАР: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Рәсәй: Хәрби дан көнө: Пётр I етәкселегендәге Рәсәй империяһы флотының Гангут морононда шведтарҙы еңеүе (1714).
- Сингапур: Республика көнө.
- Япония: Нагасакиға атом бомбаһы ташлау ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Һөнәри
- Канада: Тыныслыҡ һаҡлаусылар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Чурова Софья Михайловна (1945), хеҙмәт ветераны. Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитетының элекке секретары һәм ҡала хакимиәтенең элекке эштәр идарасыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әхмәтйәнов Наил Хәбиб улы (1931—31.01.2005), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, зоотехник. 1965—1980 йылдарҙа Белорет районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Райондың почётлы гражданы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылынан.
- Мирхәйҙәров Илсен Мөғәлләм улы (1936—5.06.2009), ҡумыҙсы. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға халыҡ башҡарыусыларының республика конкурсы (Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, 1988), Инвалидтар сәнғәте һәм спортының халыҡ-ара фестивале (Белорет ҡалаһы, 2005) лауреаты; донъя халыҡтары варгансылары (ҡумыҙсылары)ның халыҡ-ара (Яҡут, 1991), төрки халыҡтары (Мәскәү, 1997) фестивалдәре, йыраусылар конкурсы (Ҡыҙылурҙа ҡалаһы, Ҡаҙағстан, 2005), «Еңеү яҙы» республика халыҡ ижады фестивале (Өфө, 1995) дипломанты. Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
тулы исемлек
- Шеин Петр Александрович (1941—17.08.2008), мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссёр. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1966 йылдан «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Техника йорто (Нефтекама ҡалаһы) директоры, режиссёры; 1981—2006 йылдарҙа Өфөләге «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы директоры, баш режиссёры. Бер үк ваҡытта 1983—2005 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000), РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1982). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Буғабаш ауылынан.
- Шабанов Виталий Алексеевич (1946), ғалим-нефтсе. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан производство процестары факультетының декан урынбаҫары; 1987—2020 йылдарҙа электротехника һәм предприятиеларҙың электр ҡорамалдары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1980), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Трофимов Александр Сергеевич (1951), инженер. 1974 йылдан «Кристалл» монтаж-технология идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылдан — «Кристалл» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ямалиев Вил Үзбәк улы (1952), ғалим-тау инженеры. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995), шахмат буйынса халыҡ-ара мастер (2000) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (2001). Ситтән тороп шахмат уйнау буйынса команда иҫәбендә Рәсәй чемпионы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәхрисламов Рәил Салауат улы (1957), комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1985 йылдан Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозының партком секретары, 1991 йылдан — агроном; 2000 йылдан — «Ҡыҙыл Башҡортостан» хужалығының тышҡы идарасыһы, 2009 йылдан — рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылынан.
- Солтанова Светлана Тәлғәт ҡыҙы (1967—2.04.1992), спортсы, хәҙерге бишбәйге (пятиборье) буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991). Европа кубогын яулаусы (1990), СССР чемпионы (1991), шәхси зачётта Венгрияның асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1988). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Садиҡов Рәйес Исмәғил улы (1938—19.05.2004), нефтехимик. 1962—1996 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1965). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Камалов Әхмәт Ахун улы (1948), ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1970—1972 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозының ВЛКСМ комитеты секретары; 1974—1976 йылдарҙа 22-се партсъезд исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары; 1980 йылдан КПСС район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1988 йылдан секретарь, икенсе секретарь; 1983—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы; 1994 йылдан район хакимиәтенең ойоштороу бүлеге начальнигы; 1995 йылдан район советы рәйесе урынбаҫары, 2004—2010 йылдарҙа район советы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1998). Сығышы менән ошо райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозының Үҙәк бүлексәһе ҡасабаһынан.
- Куликов Геннадий Григорьевич (1948), инженер‑механик-ғалим. 1981 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы. 1987—1989 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта «Молния» конструкторлыҡ бюроһының әйҙәүсе конструкторы), 1992 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының АСУ кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1991), профессор. (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Горный ауылынан.
- Заматаев Николай Георгиевич (1953), инженер. 1968 йылдан Баймаҡ машиналар эшләү зводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан — генераль директоры; 2000 йылдан Магнитогорск ҡалаһындағы «Специальные стали» ғилми-производство фирмаһы, 2009 йылдан — Баймаҡ ҡалаһындағы шул уҡ исемдәге ғилми-производство техник үҙәге директоры. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған металлургы (2000). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ураҙаҡов Камил Рәхмәтулла улы (1949), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Костенко Сергей Григорьевич (1954), хеҙмәт алдынғыһы. 1980 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан троллейбус заводы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1997 йылдан — цех, 2002 йылдан — производство‑диспетчер бүлеге начальнигы, 2013—2015 йылдарҙа — техник директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1999), ҡала электр транспортының почётлы хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Ташуғыҙ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1930: Александр Бовин, СССР һәм Рәсәй журналисы, публицист, политолог һәм дипломат.
- 1930: Юрий Гуляев, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1968).
- 1945: Валерий Әхәдов, СССР, Рәсәй һәм Тажикстандың театр һәм кино режиссёры.
- 1945: Зураб Саканделидзе, СССР баскетболсыһы, донъя һәм Олимпия уйындары чемпионы.
- 1985: Анна Кендрик, АҠШ актрисаһы, йырсы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға