Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Туҙлыҡыуыш (рус. Тузлукуш) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл. Туҙлыҡыуыш ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 355 кеше[2]. Почта индексы — 452036, ОКАТО коды — 80209837001.
Ауыл | |
Тузлукуш башҡ. Туҙлыкыуыш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельсовет | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452036 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Туҙлыҡыуыш ауылы Өҫән йылғаһы буйында, район үҙәге Бәләбәй ҡалаһынан төньяҡҡа табан 19 километр һәм Аксаков тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1744 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ Ҡазан даруғаһы Туҙлыҡыуыш ауылынан (хәҙерге Саҡмағош районы) яһаҡлы татарҙар индерелгән. Улар яйлап типтәрҙәр ҡатлмына күскән. 1759 йылда шундай уҡ килешеүгә нигеҙләнеп бында мишәрҙәр индерелгән. 1795 йылда 28 йортта 172 кеше йәшәгән.
1865 йылда Туҙлыҡыуыштағы 100 йортта 1143 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда 2 мәсет булған.
1906 йылда Туҙлыҡыуыш ауылында мәсет, урыҫ-башҡорт мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, запас икмәк һаҡлай торған мөгәзәй булған.
Әлеге ваҡытта Туҙлыҡыуыш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].
Туҙлыҡыуыш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1190 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 937 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 612 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 295 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 346 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 355 | 168 | 187 | 47,3 | 52,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәле:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.