30 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 120-се (кәбисә йылында 121) көнө. Йыл аҙағына тиклем 245 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Наливкин Василий Дмитриевич (1915—5.11.2000), ғалим-геолог. 1939 йылдан Өфө геология партияһы начальнигы, 1942 йылдан — Урал экспедицияһының баш геологы, 1946 йылдан — начальнигы. Башҡортостан биләмәләрендә нефть ятҡылыҡтары булыуын нигеҙләүселәрҙең береһе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1968), Башҡорт АССР-ы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1951), профессор (1964). СССР-ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1958). Ленин премияһы (1964), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (1996), И. М. Губкин исемендәге премиялар (1951, 1986) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1948, 1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Рәхимҡолов Морат Ғәлим улы (1925—4.05.2015), ғалим-әҙәбиәт белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1957 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1968—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, филология факультетында эшләгән «Тропинка» рус әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР-ҙың Юғары мәктәп отличнигы (1982), В. П. Бирюков (1975) һәм Степан Злобин исемендәге премиялар лауреаты (1996).
- Хәбибуллина (Мөзәғитова) Флүрә Ғабдулла ҡыҙы (1935), театр актёры. 1960 йылдан хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1975—1982 һәм 1989—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1992—1994 һәм 1996—1999 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
- Степанов Александр Сергеевич (1990), спортсы, ҡаяға үрмәләүсе. Рәсәйҙең спорт мастеры 2005), үҫмер спортсыларҙың донъя беренселеге еңеүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Маннапов Рауил Заһри улы (1938), малсы, механизатор. 1956—1998 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозының мал ҡараусыһы, тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән райондың Юлыҡ ауылынан.
- Хәсәнов Әҙеһәм Абдулла улы (1948—26.09.2005), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1975 йылдан Әбйәлил районы 22-се партсъезд исемендәге колхоздың партком секретары; 1985 йылдан «Йәнгел» предприятиеһы агрономы, 1987 йылдан — етәксеһе; 1999 йылдан «Зауралье» МТС-ының генераль директоры; 2000 йылдан район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2003—2005 йылдарҙа район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән райондың Үрге Әбдрәш ауылынан.
- Әбүзәров Марат Тәлғәт улы (1958—21.07.1996), журналист, комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире; 1982 йылдан «Ленинсы»—«Ленинец» гәзите мөхәррире; 1989 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре; 1990—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының редакция-нәшриәт секторы мөдире, матбуғат хеҙмәте етәксеһе. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. ВЛКСМ-дың 20-се съезы (Мәскәү, 1987) делегаты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Ташаҫты ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1905: Сергей Никольский, СССР һәм Рәсәй математигы, академик, СССР-ҙың өс Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1930: Адриана Асти, Италия актрисаһы.
- 1930: Пьер-Феликс Гуаттари, Франция психиатры, философ.
- 1940: Бёрт Янг, АҠШ актёры.
- 1949: Антониу Гутерреш, 2017 йылдан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары.
- 1967: Филипп Киркоров, СССР һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, актёр һәм композитор.
- 1985: Галь Гадот, Израиль актрисаһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға