From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай[2] — Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Башҡортостан Республикаһы парламенты иң ҙуры (110 депутат), республика халыҡ һаны буйынса региондар араһында етенсе урында тора.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай | |
VII саҡырылыш | |
Тип | |
---|---|
Тип |
бер палаталы парламент |
Етәкселек | |
Рәйес | |
Структура | |
Ағзалар |
110 [1] |
Фракциялар |
|
Һуңғы һайлауҙар |
10 сентябрь 2023 |
Сайт | |
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай статусын Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 4-се бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» Законы[2] билдәләй һәм уның эшмәкәрлеген нигеҙләй.
1917 йылда I, II һәм III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары үтә. 1917 йылдың 10 декабрендә дәүләтселекте булдырған III Башҡорт ҡоролтайында тәүге парламент — Кесе ҡоролтай һайлана.
1920 йылдан 1937 йылғаса Советтарҙың Бөтә Башҡортостан 1 — 10 съездары үтә, улар барышында Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һайлана.
1938 йылдан 1995 йылғаса — 1 — 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының (1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы) сессиялары.
1994 йылдың 2 мартында «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында»[2] Законы ҡабул ителә, уға ярашлы парламент ике палатанан — Вәкилдәр палатаһы һәм Закондар сығарыу палатаһынан тора.
2002 йылдың 30 декабрендә «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» яңы Закон ҡабул ителә[3].
1 | Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) | БашЦИК рәйесе (1920—1921). |
2 | Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (1896—1924) | БашЦИК рәйесе (1921—1922). |
3 | Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы (1888—1937) | БашЦИК рәйесе (1922—1929) |
4 | Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1937) | БашЦИК рәйесе (1929—1931). |
5 | Таһиров Авзал Мөхөтдин улы (1890—1937) | БашЦИК рәйесе (1931—1937). |
6 | Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (1904—1971) | БашЦИК рәйесе вазифаһын башҡарыусы (1937—1838). |
7 | Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1911—1989) | БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1946—1950). |
8 | Зәғәфуранов Файзрахман Зәғәфуран улы (1913—1975) | БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1950—1967). |
9 | Солтанов Фәйзулла Вәли улы (1922—1992) | БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1967—1990). |
10 | Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы(1934) | Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе (1990—1993). |
11 | Дёмин Юрий Сергеевич (1940—2009) | Рәйес вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе (1994—1995). |
12 | Зайцев Михаил Алексеевич (1938—2010) | Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе (1995—1999) |
13 | Толкачев Константин Борисович (1953) | Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе (1999 йылдан алып). |
Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы ҡарамағындағы мәсьәләләр:
Президиумға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе, уның өс урынбаҫары һәм һигеҙ комитет рәйесе инә.
Йәмәғәт палатаһы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың консультатив органы, граждандар йәмғиәтен ойоштороуҙа төп урындарҙың береһен биләй[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.