Wikimedia-Listn From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018 йылдар) Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау Башҡортостан Республикаһы Һайлау кодексының 20-се статьяһының 9-сы өлөшө, 99 статьяһының 3-сө өлөшө, 100-сө статьяһының 1-се өлөшө нигеҙендә 2013 йылдың 8 сентябрендә үткәрелә.
Һайлауҙар берҙәм республика округы буйынса һәм 55 бер мандатлы һайлау округы буйынса ойошторола.
Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай 110 депутаттан тора. Шуларҙың 55 — берҙәм республика округы буйынса, 55 — бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайлана.
2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.