From Wikipedia, the free encyclopedia
Ру́с-япо́н һуғышы (яп. 日露戦争 нити-ро сэнсо: 27 января (9 февраля) 1904 — 23 августа (5 сентября) 1905) — Рәсәй һәм Япон империялары араһында Маньчжурия менән Кореяны контролдә тотоу өсөн барған һуғыш. Бер нисә тиҫтә йылдар тыныс торғандан һуң яңы ҡоралдар : йыраҡҡа атыусы артиллерия, броненосецтар, миноносецтар — ҡулланып башланған иң ҙур һуғыштарҙың береһе.
Русско-японская война | |||
Дата |
27 января (9 февраля) 1904 — 23 августа (5 сентября) 1905 | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Маньчжурия, Жёлтое море, Японское море, Сахалин | ||
Сәбәбе |
столкновение зон влияния Российской и Японской империй в Корее и Маньчжурии | ||
Нәтижә |
победа Японии, Портсмутский мирный договор | ||
Үҙгәрештәр |
аннексия Японией полуострова Люйшунь и Южного Сахалина | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Рус-япон һуғышы Викимилектә | |||
Рәсәй Императоры Николай II батшалыҡ итә башлау менән үк Алыҫ Көнсығыш мәсьәләһенә үҙенең иғтибарын ныҡ йүнәлткән. Ревелдә император Вильгельм осрашыуҙа рус императоры, Рәсәйҙең Көнсығыш Азияла нығыныуы һәм уға йоғонто яһау- ил сәйәсәтенең төп бурысы булып тора тип, туранан -тура әйткән
Алыҫ Көнсығышта рус йоғонтоһона ҡаршы булып Япония[1][2] торғанлыҡтан, Николай II Япония менән бәрелешеүҙе алдан күҙаллаған һәм уға дипломатик һәм хәрби саралар менән алдан әҙерләнгән. Бының өсөн ул Рәсәйҙең ышаныслы тылын булдырыу маҡсатында Австрия һәм Германия менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртҡан, Себер тимер юлын төҙөткән һәм флотты көсәйткән. Тик рус хөкүмәтендәге ҡайһы бер кешеләр Рәсәйҙән ҡурҡып, Япония беер ваҡытта ла туранан-тура һуғыш башламаясаҡ тигән фекерҙә торған[2].
1868 йылда үткәрелгән Мэйдзи реставрацияһынан һуң Япония ил иҡтисадында ҙур күләмле модернизация башлаған. Ә 1890-сы йылдарҙа тышҡы сәйәсәттә экспансияға күскән, беренсе сиратта, үҙенә яҡын торған Кореяла экспансияға күскән. 1894—1895 йылдарҙағы япон-ҡытай һуғышында Ҡытайҙы бөтөнләй тармар иткән. Һуғыштан һуң уның һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән Симоносек килешеүе Ҡытаҙы Кореяға булған барлыҡ хоҡуҡтарынан баш тарттырған һәм Маньчжурия ерҙәрен, Ляодун ярымутрауҙарын үҙенә тартып алған. Был ҡаҙаныштарыЯпонияның ҡеүәтен һәм был тирәгә йоғонтоһон ныҡ күтәргән, тик был европа державаларының мәнфәғәттәренә тура килмәгән[1], Шунлыҡтан Германия, Россия һәм Франция был шарттарҙың үҙгәрелеүенә ирешәләр: уларҙың Японияға өсәүләп интервенция яһауы арҡаһында Япония Ляодун ярымутрауынан баш тартҡан, ә һуңынан ул 1898 йылда Рәсәйгә арендаға биргәндәр. Рәсәй һуғыш барышында Ляодун ярымутрауын Япониянан фактик рәүештә баҫып алғанлығын аңлаған япон хөкүмәте яңы милитаризация тулҡынын башлап ебәргән һәм уны Рәсәйгә ҡаршы йүнәлткән.
1850 йылдар уртаһында Крым һуғышы Рәсәйҙең Европалағытерриториаль экспансияһының сиктәрен билдәләне .1890 йылда, Афғанстан һәм Персияның сиктәренә сыҡҡас, рәсәйҙең Үҙәк Азияға потенциаль экспансияһы тамамлана: алға табан барыу Британия империяһы менән конфликтҡа килтереүе мөмкин. Шунлыҡтан Рәсәй үҙ иғтибарын Алыҫ Көнсығышҡа табан йүнәлткән, сөнки был ваҡытта Цинь Ҡытайы1840—1860 йылдарҙағы опиум һуғышында һәм тайпиндәрҙең ихтилалында ныҡ тармар ителгәндән һуң бик көсһөҙләнгәнгә күрә үҙенең төньяҡ-көнсығыш ерҙәрен ҡул аҫтында тота алмай. 1858 йылда Рәсәй менән Ҡытай араһындағы Айғун килешеүе буйынса Рәсәйгә хәҙерге Приморский крайы бирелә.1860 йылда бында Рәсәй Владивосток ҡалаһына нигеҙ һала.
Япония менән 1855 йылда Симод трактаты нигеҙендә нигеҙендә Итуруп утрауының төньяғындағы Курил утрауҙары Рәсәй биләмәләре тип иғлан ителә, ә бына Сахалин ике илдең уртаҡ биләмәһенә әйләнә. 1875 йылда Петербург килешеүе буйынса Сахалин Рәсәйгә бирелә, ә барлыҡ 18 Курил утрауҙары Японияға ҡарай.
Рәсәйҙең был территорияларҙа нығыныуына Рәсәй халҡының бында әҙ булыуы бик ныҡ ҡамасаулап торған. Мәҫәлән, 1885 йылда Рәсәй Байкал аръяғында барлығы 18 меңхәрби контингенттотҡан. Әгәр Рәсәйҙең Европа өлөшөнән бында поход тәртибендә хәрби батальондар ебәрелһә, улар бары тик 18 айҙан һуң ғына килеп етә алған[3].
Юлдағы ваҡытты ҡыҫҡартыу маҡсатында 1891 йылда башланған төҙөлөшө Транс Себер магистрален төҙөй башлағандар. Силәбенән Владивостокҡа тиклем ете мең километр оҙонлоғонда тимер юл һуҙғандар. Был юл Рәсәйҙең Европа өлөшөн Алыҫ Көнсығыш менән тоташтырып торған һәм бер ҡасан да туңмай торған Һары диңгеҙ һәм Порт-Артурҙың порттарына сығып сит илдәр менән сауҙа итергә мөмкинлек биргән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.