26 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 177-се (кәбисә йылында 178-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 188 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- БМО: Наркоманияға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө.
- Ғазаплау ҡорбандарына теләктәшлек күрһәтеү көнө.
- Ер: Теш щеткаһының тыуған көнө.
- 1930: Мәскәүҙә ВКП (б)-ның XVI съезы асыла, ул 12 июлгә тиклем эшләй һәм «Биш йыллыҡты — дүрт йылда» тигән саҡырыу ҡабул итә.
- 1935: Советтар Союзында «СССР-1-бис» старостаты осорола, ул 16 километр бейеклеккә күтәрелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Кәлимуллин Фуат Барый улы (1931—10.09.2006), инженер-төҙөүсе. 1960 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1971 йылдан Өфө авиация институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1981—2005 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Архитектура кандидаты (1980). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992). Сығышы менән Томск ҡалаһынан. Профессор Барый Кәлимуллиндың улы.
- Бердин Сергей Анатольевич (1951—10.12.2007), педагог, 1982—2007 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 13-сө урта мәктәбе (1992 йылдан мәктәп-гимназия, 2000 йылдан 2-се гимназия) директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004). Сығышы менән Һамар ҡалаһынан.
- Дидух Татьяна Тимофеевна (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1970 йылдан Салауат ҡалаһының 14-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1992—2008 йылдарҙа – мәктәп директоры. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Табын ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Бармин Николай Илларионович (1932—23.12.1995), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Ураҡ һәм Сүкеш һәм «Ленин юлы колхоздарының элекке механизаторы. «Почёт Билдәһе ордены» кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Михайловкаауылынан.
- Харрасов Фәрит Биктимер улы (1962), педагог, альпинист. 1988 йылдан Белорет ҡалаһының хәҙерге 14-се гимназияһы, 1993 йылдан — Әбйәлил районы Михайловка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1995 йылдан Сибай ҡалаһының Балалар экология-биология үҙәгенең туристик базаһы мөдире, 2010 йылдан — «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексының уҡытыусы-тренеры. Туристик күпбәйге буйынса күп тапҡырҙар Башҡортостан чемпионы. СССР альпинисы (1990) һәм «Башҡортостан Республикаһында туризмды үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн» (2009) билдәләре менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Михайловка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәлимйәнов Фауат Ғиниәт улы (1929–31.08.2000), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1964), профессор (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылынан.
- Тюрина Лидия Аркадьевна (1944—20.05.2008), ғалим-химик-технолог. 1968—2003 йылдарҙа Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан — директор урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Иҫке Баҙан ауылынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1892: Перл Бак, АҠШ яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1900: Тихон Сёмушкин, СССР яҙыусыһы, Сталин премияһы лауреаты.
- 1910: Рой Планкетт, Америка химигы, политетрафторэтилен пластигын асыусы.
- 1915: Ғәли Халит, СССР-ҙың әҙәбиәт ғалиме, РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1975) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- 1925: Павел Беляев, СССР-ҙың 10-сы лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы.
- 1925: Юныс Вәлиев, СССР-ҙың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1972—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
- 1925: Виктор Уральский, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1945: Николай Алешков, яҙыусы, журналист, 2009 йылдан «Аргамак. Татарстан» журналының баш мөхәррире.
- 1950: Яак Йоала, СССР һәм Эстонияның эстрада йырсыһы, Эстония ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980).
- 1970: Пол Томас Андерсон, АҠШ-тың кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1970: Крис О’Доннелл, Америка киноактёры.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға