Remove ads
Башҡортостан Республикаһы Миәкә районындағы ауыл, район үҙәге From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырғыҙ-Миәкә (рус. Киргиз-Мияки) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 7473 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80244850001.
Ауыл | |
Ҡыргыҙ-Миәкә башҡ. Кирги́з-Мияки́ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар, башҡорттар,урыҫтар |
Конфессиональ составы |
православные, мусульмане (сунниты) |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34788 |
Почта индексы |
452080 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ауыл исеменең килеп сығышы тураһында
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | 3108 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | 4298 | ||||
1979 йыл 17 ғинуар | 6213 | ||||
1989 йыл 12 ғинуар | 6905 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 7658 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 7473 | 3514 | 3959 | 47,0 | 53,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа 190 саҡрым һәм Аксёнов тимер юл станцияһы көньяҡ‑көнсығышҡа табан 43 саҡрым алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә йылғаһы буйында, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Стәрлебаш, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Тәтер‑Арыҫлан—Стәрлебаш, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә автомобиль юлдарында урынлашҡан[3].
1930—1963 йылдарҙа һәм 1965 йылдан һәм Миәкә ауыл Советы үҙәге. XVI—XVII быуаттарҙа Башҡортостандың Миәкә районы урынлашҡан көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә (Дим һәм Өршәк йылғалары араһында) мең ҡәбиләһе башҡорттары йәшәгән. 1767 йылда Илсекәй-Мең улусы башҡорттары менән килешеү буйынса Хөрәмша Мостаев етәкселегендәге Ырымбур губернаһы Бөгөлмә идаралығының Келәүле һәм Мансур ауылдарынан 23 йорт крәҫтиәндәре үҙҙәренең ерҙәренә күсеп килә. 1770 йылдарҙа аҫабалыҡтарының бер өлөшөн һатыу тураһында килешеү төҙөлә. 1779 йылдың 29 июнендә сауҙагәр ҡәлғәһе төҙөлә. Үҙ улусының тарихын яҡшы белгән, Бакир Таймаҫов һөйләүенсә, шулай уҡ халыҡты ер, урман майҙандарын, иҫәпкә алыу буйынса икенсе ревизия ваҡытында ер үлсәүселәр «Ҡырғыҙ ҡыҙы» тип яҙылған ҙур таш плитаға һәм Сурҡатау битләүендәге ҙур булмаған зыяратҡа иғтибар иткән. Был исемһеҙ йылғаны Ҡырғыҙлы , Диома йылғаһын — Дим йылғаһына, Ҡоромсай йылғаһын Миәкә йылғаһы тип үҙгәртеүгә (Ҡырғыҙ-Миәкә йылғаһының һул ҡушылдығы) сәбәп була. Ауыл урыны итеп исемһеҙ йылғаның тамағынан Ҡырғыҙ-Миәкә йылғаһының һул ярын һайлағандар. Яҡында күлдәр һәм һаҙлыҡтар күп була. Старшина Таймаҫовтың кәңәше буйынса ауыл Ҡырғыҙ-Миәкә тип аталған. Ауыл 23 ихатанан торған, 138 кеше йәшәгән. 1800 йылда — улус үҙәге. 1783 йылда ауылда законлы рәүештә 35 хеҙмәтле татар һәм типтәр йәшәгән. Ҡырғыҙ-Миәкәлә 310 кеше теркәлгән. 1762 йылдағы ревизияла улар Дәүләтшә, Боғҙан, Умәр кеүек башҡа ауылдарҙа теркәлә. Халыҡтың дөйөм һаны 345 кешегә етә. Ҡырғыҙ-Миәкәлә 310 кеше теркәлгән. Бер класлы министрлыҡ урыҫ-башҡорт (1905 йылда татар) училищеһы, малайҙарҙы 4 йыллыҡ уҡытыу менән. 1905 йылда земство мәктәбе тип аталған. 2 мәсет, баҙар, 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1911 йылда 10 койкалыҡ земство дауаханаһы урынлашҡан булған, ауырыуҙарҙы земство табибы Х. Н. Васильев дауалаған. Улус старшинаһы Уруст Йыһаншин йәшәгән (1915 йыл).
1899—1900 йылдарҙа земство мәктәбендә билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғариф Ғүмәр белем бирә. Халҡы (мең кеше): 1859 йылда 710 кеше, 1870 йылда 875 кеше, 1885 йылда 1825 кеше, 1917 йылда мишәрҙәр — 2319, 1920 йылда — 2467 кеше, 1999 йылда — , 2006 йылда 2734 ихатала — 8043 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)[4][5].
Ҡасабала 2 дөйөм белем биреү мәктәбе, «Дружба» ЯСЙ-һы, «Ерлыковское» ЯСЙ-һы, «Сытырбаш» ЯСЙ-һы, урман хужалығы, «Молзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Миәкә балыҡ компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 5 балалар баҡсаһы, район мәҙәниәт һарайы, спорт-һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы, район элемтә үҙәге, Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкы филиалы, «Уралсиб» банкы, пионерҙар йорто, музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, район китапханаһы, 2 парк, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына статуялары менән һәләк булғандар исемлеге менән сквер бар.
Исемдәре:[6]
1 Май тыҡрығы (рус. 1 Мая (переулок))
8 Март урамы (рус. 8 Марта (улица))
9 май урамы (рус. 8 Марта (улица))
Абдуллина урамы (рус. Абдуллина (улица))
Аҡмуллы урамы (рус. Акмуллы (улица))
Аҡмуллы тыҡрығы (рус. Акмуллы (переулок))
Аҡтуғанов урамы (рус. Актуганова (улица))
Алмалыҡ урамы (рус. Алмалык (улица))
Көнсығыш урамы (рус. Восточная (улица ))
Высоковольтная урамы рус. Высоковольтная (улица))
Ғариф Ғүмәр урамы (рус. Г.Гумера (улица))
Ғ.Туҡай урамы (рус. Г.Тукая (улица))
Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
Тау урамы (рус. Горная (улица))
Ғөбәйҙуллин урамы (рус. Губайдуллина (улица )
Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))
Завод урамы (рус. Заводская (улица))
Йондоҙ урамы ({{lang-ru|Звездная (улица)})}
Аҫылгәрәй Нафиҡов урамы (рус. Им. Асылгарея Нафикова (улица))
Ғәлләнур Бохараев урамы (рус. Им. Галлянура Бухараева (улица))
Хәсәнйән Солтанов урамы (рус. Им. Хасаньяна Султанова (улица))
Шакир Сатыев урамы (рус. Им. Шакира Сатыева (улица))
Шифа Рәжәпов урамы (рус. Им. Шифы Разяпова (улица))
К.Маркс урамы (рус. К.Маркса (улица))
Калинин урамы (рус. Калинина (улица))
Шишмә урамы (рус. Ключевая (улица))
Комаров урамы (рус. Комарова (улица))
Коммунальная урамы (рус. Коммунальная (улица))
Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица))
Корнеев урамы (рус. Корнеева (улица )
Космонавттар урамы (рус. Космонавтов (улица))
Крупская урамы (рус. Крупская (улица))
Мәҙәниәт һәм ял паркы (рус. Культуры и отдыха (парк))
Лазурная урамы (рус. Лазурная (улица))
Ленин урамы рус. Ленина (улица)
Урман урамы (рус. Лесная (улица))
Йәйге лагерь урамы (рус. Летний лагерь (улица ))
Болон урамы (рус. Луговая (улица ң))
М.Ғафури урамы ( рус. М.Гафури (улица))
М.Горький урамы (рус. М.Горького (улица))
Магистраль урамы рус. Магистральная (улица)
Максимча урамы (рус. Максимча(улица))
Матросов урамы (рус. Матросова (улица))
Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
Муса Йәлил урамы (рус. Мусы Джалиля (улица))
Надежда урамы (рус. Надежды (улица))
Яңы урам (рус. Новая (улица))
Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица )
Ғәлиәнур Бохараев территорияһы (рус. им. Галианура Бухараева (территория))
Беренсе май урамы (рус. Первомайская (улица))
Пионер урамы (рус. Пионерская (улица))
Тыныслыҡ урамы (рус. Победы (улица))
Ялан урамы (рус. Полевая (улица))
Правда урамы (рус. Правды (улица))
Пролетарская урамы (рус. Пролетарская (улица ))
Пушкин урамы (рус. Пушкина (улица))
Эшселәр урамы (({{lang-ru|Рабочая (улица }))
Йәйғор урамы (рус. Радужная (улица))
Таң урамы (рус. Рассветная (улица))
Йылға урамы (рус. Речная (улица)
Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица)
Рәсәй урамы (рус. Российская (улица))
Миләшле урамы ((рус. Рябиновая (улица))
С.Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))
Яҡты урам (рус. Светлая (улица))
Ирек урамы (рус. Свободы (улица))
Сирень урамы (рус. Сиреневая (улица))
Мал зыяраты территорияһы (рус. Скотомогильник (территория))
Совет урамы ((рус. Советская(улица))
Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица))
Спорт урамы (рус. Спортивная (улица))
Дала урамы рус. Степная (улица))
Төҙөлөш урамы (рус. Строительная (улица))
Собханҡолов урамы (рус. Субханкулова (улица))
Т.Йәнәби урамы (рус. Т.Янаби (улица))
Тербунская урамы (рус. Тербунская (улица )
Сәскә урамы (рус. Цветочная (улица))
Чапаев урамы (рус. Чапаева (улица))
Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный (переулок))
Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица )
Юбилей урамы (рус. Юбилейная (улица))
Көньяҡ урам (рус. Южная (улица))
Ясная урамы (рус. Ясная (улица))
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.