From Wikipedia, the free encyclopedia
Табын (башҡ. Табын; ~ төрк. табын «Аллаһҡа табын, доға ҡыл») — төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының бәҙрәк, бишул, ҡыуаҡан, ҡумрыҡ, һырҙы, табын ҡәбиләләре берләшмәһе.
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 1 млн-ға яҡын[1]
| |
Тел | |
Дин |
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, «табыныу» — кем йәки нимәнелер кеше аңынан һәм тәбиғәт көсөнән өҫтөн күреп, уға баш эйеү, бойһоноу, һыйыныу мәғәнәһенә тап килә. Икенселәре иһә төрки-монгол телдәрендәге «табун» (табу́н — йылҡы өйөрө) менән бәйләйҙәр. Тағы ла бер ҡараш буйынса, ырыу исеме монгол телендәге «табун» — 5 һанының атамаһына тап килә. Тарихтан билдәле булыуынса, күп кенә этнонимдарҙың килеп сығышы нәҡ һандар менән бәйле. Табын этнонимы ҡаҙаҡтарҙа ла осрай. Шулай уҡ ҡаратаулы-әйле башҡорт ырыуының икенсе атамаһы табынмаҙар булыуы ла билдәле.
Ағасым — ҡарағас,
Ҡошом — ҡарағош,
Ораным — Салауат,
Тамғам — һепертке.
«Ҡара табын аймағы Майҡы бейҙән таралған. Майҡы бей Сыңғыҙ хан дәүерҙәрендә Урал тауының Миәкәй тигән урынында булып, Миәс йылғаһы буйында мәҡәм иткән. Ул Сыңғыҙ ханға бүләк алып барып, уның менән юлдаш булып, Сыңғыҙ хан менән бер арбала ултырып йөрөгән. Аты — Уйшын Майҡы бей тигәндәр. Майҡы бей улы – Иләк бей, уның улы – Алча бей, уның улы – Булғаир бей, уның улы – Ҡара Табын бей. Уны Ҡара Ғәзиз тип атағандар. Ҡара Табын бей боронғо урындарын ташлап, Чулман йылғаһы буйынса күскән. Уның улы Чулман бей ошо урынға килгәс тыуған.
Чулман улы – Ҡолман, Ҡолман улы – Дөрмән, Дөрмән улы – Бей Бән, Бей Бән улы – Хоҙаяр, уның улы – Дәүләтйәр, уның улы – Дәүләтбай, уның улы – Иҫән хан. Иҫән хан Ҡазан хандарынан булған Чуртмаҡ ханға буйһонған. Уның йорто Жирем ҡәрйеһе булған. Ул хәйҙер Соҡор ауылы булараҡ билдәле. Соҡор ауылы янында «Сырғанкүл» тигән мәшһүр урын – Иҫән хан менән Чуртмаҡ хандың мәрәйгә атышҡан урындары.
Мәрәйгә Иҫән хандың уғы тейгән. Чуртмаҡ хан шуға намыҫланып, икеһе араһында талаш булып, Чуртмаҡ хан: Өҫтөңә ғәскәр алып киләм», - тигәс, Иҫән хан: «Ғәскәр килтермәҫ борон бының үҙен үлтерәйек», — тип, шунда Чуртмаҡ ханды үлтергәндәр. Иҫән хан һуңынан Рус дәүләтенә ингән. Ул урын хәҙерге көндә лә «Сырғанкүл» тип аталып, «Иҫән ханды уғы төшкән ер» тип йөрөтөлә.
Иҫән хан улы – Быраҡ, Быраҡ улы – Кейек, Кейек улы – Шәриф, Шәриф улы – Ғабдулла, Ғабдулла улы – Сәлих, Сәлих улы – Ғәли, Ғәли Кейековның үҙе була»[3]
XIV—XVI быуаттарҙа табындарҙың бер өлөшө Башҡортостандың урманлы-таулы райондарына күсеп килеп, Ағиҙелдең түбәнге ағымы, Еҙем, һуңғараҡ Инйәр йылғаларының үҙәндәрендәге уңдырышлы ерҙәргә урынлаша. Ырыуҙың икенсе бер өлөшө көнсығыштан Урал аръяғында Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйҙарын һәм Мейәс, Уйылға, Уй, Яйыҡ йылғаларының үрге ағымдарын биләй.
XV быуаттың аҙағында — XVII быуатт башында табындарҙың бер аҙы Ыҡ йылғаһы ярҙарына кире күсенә, ҡалғандары, көньяҡҡараҡ китеп, Тоҡ, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйындағы ерҙәрҙе үҙләштерә. XVIII уртаһында Урал аръяғы табындары Уй һәм Тубыл йылғалары буйындағы далаларға китә. XVI—XVIII быуаттарҙа улар биләгән ерҙәр төньяҡтан Пышма йылғаһына ҡәҙәр, көньяҡтан — Туғыҙаҡ йылғаһына тиклем барып етә.
Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғас, Нуғай һәм Себер юлдары буйындағы ерҙәр Табын олоҫоноң аҫаба ерҙәре итеп ҡалдырыла. XVIII быуатта табындар әйле, ҡаңлы, ҡатай, көҙәй, ҡыпсак, мең, түңгәүер, терһәк, үҫәргән, юрматы ырыуҙары менән күршеләш була. XVIII—XIX быуаттарҙа табындарҙың ерҙәре Быҙаулыҡ, Верхнеурал, Екатеринбург, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө һәм Силәбе өйәҙҙәре эсендә бүлгеләнеп ҡала. Кантондар системаһы идаралығы осоронда табындар 2-се, 3-сө, 4-се Тау арты, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы башҡорт кантондарына тарҡатыла.
Хәҙерге көндә табын ырыуҙары Башҡортостандың Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Салауат райондары; Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы; Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы; Һарытау өлкәһе Пугачёв районы; Ырымбур өлкәһе Александров, Красногвардейск, Новосергиев райондары һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Красноармейск райондарында таралып йәшәй.
Табындарҙың тест аша тикшерелгән бер өлөшө— R1a гаплотөркөмөнә , R1a-Z2123 субкладына ҡарай [4] Ҡаҙағстанда йәшәүсе күскенсе-табын ырыуы генетик яҡтан башҡорт табындарына туғандаш булып сыға[5]. Башҡорт табындарының R1a гаплотөркөмөнән, а ҡаҙаҡ табындарының С3 и J2a1 гаплотөркөмдәренән булыуы— уларҙың урта быуаттарҙағы уйһын ҡәбиләһенә ҡараған ата-бабаларының этник сығыштары төрлө булыуын иҫбатлай. Ҡаратабын, ҡарағалпак ырыуҙары R1a, һарытабын и һарыуйһын ырыуҙары J2 и С3 төркөмдәренә инә. Ошоға оҡшаш ҡара һәм һары ырыуҙарға бүленеш уғата боронғо булыуы билдәле.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.