Сәлимов Ниязбай Булатбай улы (27 сентябрь 1958 йыл) — ғалим-филолог, журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1992). Ғафури районының почетлы гражданы.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Сәлимов Ниязбай Булатбай улы
Thumb
Тыуған көнө

27 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы , Ғафури районы Яугилде ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ябырға

Биографияһы

Ниязбай Булатбай улы Сәлимов (Нияз Сәлимов) 1958 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. Шунан бер йыл тыуған ауылы мәктәбендә директор була.

1984 йылда талантлы йәш белгес «Йондоҙ» район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, биш йылдан республика йәштәренең «Ленинсы» гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп үрләтелә. Башҡорт йәштәренең үҙ аллы гәзите «Йәшлек»те булдырыуға ҙур көс һала, уның тәүге мөхәррир урынбаҫары була.

1990 йылда Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының «Звезда» — «Йондоҙ» гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән.1991 йылда Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып үҙ аллы башҡортса «Табын» гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы ерлегендә 1993 йылда Ниязбай Сәлимов Ырымбур башҡорттарының «Каруанһарай» гәзитен нәшер итә.

Тиҙ арала абруй ҡаҙанған «Табын» гәзите мөхәррирен «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһына эшкә саҡыралар. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ошо баҫманың тиражын ике тапкырға тиерлек арттырыуға ирешә.

Бер монография, ике брошюра, балалар өсөн дүрт китап авторы, фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫылған тиҫтәләгән хеҙмәте донъя күргән.

1997 йылдан алып Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй. 2001 йылдан граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегенә етәкселек итә.

2011—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй[1].

2015 йылдың сентябренән Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары[2].

2022 йылдың 16 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Китаптары

  • Ҡурсаҡ булғы килмәне. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Атайым йомаҡтары. — Өфө: Китап, 1995.
  • Әнүзә һәм шуҡ кәзә. — Өфө: Китап, 1997.
  • Бурлинская средняя школа: вчера и сегодня. Уфа: Городская типография, 2000.
  • Башҡорт әҙәби теленең публицистика стиле. — Өфө: Китап, 2003.
  • Ҡояш — ул ҡош?: Шиғырҙыр. — Өфө: Китап, 2006.
  • Ураҡ осоро: Шиғырҙыр. — Өфө: Китап, 2008.
  • Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов. — Өфө: Матбуғат донъяһы, 2016[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2022).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1992).
  • Ғафури районының почетлы гражданы.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.