Перл Бак, тыумыштан Сайденстрикер (ингл. Pearl Sydenstricker Buck; ҡытайса исеме 赛珍珠, Sài Zhēnzhū; 26 июнь 1892 йыл — 6 март 1973 йыл) — Америка яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. Миссионер ҡыҙы, бала сағы һәм йәшлеге Ҡытайҙа үтә, был ил уны ижадҡа илһамландыра.
1938 йылда «Ҡытай крәҫтиәндәре тормошон күп яҡлы, ысын мәғәнәһендә эпик һүрәтләгәне өсөн һәм биографик шедеврҙары өсөн» әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы ала. Ҡытайҙа уны йышыраҡ Ҡытай яҙыусыһы тип иҫәпләйҙәр[11].
Биографияһы
Перл Сайденстрикер 1892 йылдың 26 июнендә Көнбайыш Виргиния штатының Хилсборо ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе миссионер була һәм туйҙары үткәс тә Ҡытайға китәләр. Әсәһе ауырға ҡалғас, ҡабат АҠШ-ҡа ҡайталар. Перл тыуып, өс айлыҡ булғас, яңынан Ҡытайға киләләр һәм Нанкин тирәһендә төпләнәләр.
Ҡытайҙа ихтилал башлана һәм сит ил кешеләренә унда ҡалыу хәүефле була. Перлдың атаһы китергә ашыҡмай, ул ғаиләһе менән Шанхайға күсә.
Перл Ҡытайҙа Miss Jewell’s School мәктәбенә йөрөй, әммә класташтарының расистик ҡарашлы булыуы арҡаһында уны ташлай. Перл инглиз телен, ҡытай теленең ерле диалектын һәм классик ҡытай телен белә. Ул күп уҡый, айырыуса Чарльз Диккенс романдары менән мауыға, әммә атаһы быны хупламай.
1911 йылда Перл АҠШ-ҡа китә, Виргиния штатында ҡатын-ҡыҙҙар колледжында уҡый. 1914—1933 йылдарҙа миссионерлыҡ эше менән була, ләкин уның ҡараштары үҙгәрә һәм ул миссионерлыҡтан баш тарта.
1914 йылда Перл Ҡытайға килә. Унда 1917 йылдың майында миссионер Джон Бакҡа кейәүгә бара, улар Сучжоуға күсенә. «Ер» һәм «Улдар» тигән романдарында ошо төбәкте һүрәтләй.
1920 йылда икеһе лә Нанкинда университетта уҡыталар. 1921 йылда яҙыусының әсәһе вафат була. 1924 йылда улар ҡабат АҠШ-ҡа ҡайта. Перл Корнелл университеты магистры дәрәжәһен ала. 1925 йылда Перл Дженис тигән ҡыҙсыҡты уллыҡҡа ала, көҙ ғаилә ҡабат Ҡытайға китә.
Һуғыш башланғас, уға ғаиләһе менән фәҡир ҡытайҙарҙың йорттарында йәшенеп көн күрергә тура килә, уларҙы Америка ғәскәрҙәре ҡотҡара. Перл Шанхайға, унан Японияға китә, бер йылдан тағы Ҡытайға килә. 1927 йылдан ул үҙен тулыһынса әҙәби эшкә бағышлай. Никахы ҡаҡшай, ә ҡыҙы ауыр сирле була. 1929 йылда Перл АҠШ-ҡа ҡайта. Нью-Йорк нәшерсеһе Ричард Уолш уның «Көнсығыш еле, көнбайыш еле» тигән китабын баҫмаға ала. Перл «Ер» тигән китабын яҙып бөтөр өсөн ҡабат Ҡытайға килә, 1934 йылда Америкаға бөтөнләйгә ҡайта һәм башҡаса Ҡытайға бармай.
1935 йылда яҙыусы беренсе ире менән айырыла һәм Ричард Уолшҡа сыға. Ғүмеренең ахырына тиклем ире менән Пенсильванияла йәшәй. 1973 йылдың мартында үпкә яман шешенән вафат була.
Төп эштәре
Романдары
- Көнсығыш еле, көнбайыш еле (ингл. East Wind:West Wind, 1930)
- Ер (ингл. The Good Earth, 1931, Пулитцер премияһы)
- Улдар (ингл. Sons, 1933)
- Тарҡалып барған йорт (ингл. A House Divided, 1935)
- This Proud Heart (1938)
- Ҙур тулҡын (ингл. The Big Wave, 1938)
- Dragon Seed (1942)
- Pavilion of Women (1946)
- Peony (1948)
- Өлкәнәймәгән бала (ингл. The Child Who Never Grew, 1950)
- God’s Men (1951)
- Come, My Beloved (1953)
- Император ҡатын (ингл. Imperial Woman, 1956)
- China Sky (1956)
- Пекиндан хат (ингл. Letter from Peking, 1967)
- The Living Reed (1963)
- Ваҡыт — төштән кире (ингл. The Time is Noon, 1966)
- Matthew, Mark, Luke and John (1967)
- Мадам Ляндең өс ҡыҙы (ингл. The Three Daughters of Madame Liang, 1969)
Биографиялары
Автобиографиялары
- My Several Worlds (1954)
- A Bridge For Passing (1962)
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Перл Бак халыҡ-ара уллыҡҡа алыу тарихында һиҙелерлек роль уйнай. 1949 йылда ул донъяла беренсе халыҡ-ара уллыҡҡа алыу агентлығын (Welcome House) аса. Азиат расаһы һәм ҡатнаш ҡанлы балаларға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ул саҡта уллыҡҡа бала алыу Америка йәмғиәтендә популяр булмай. Әлегә тиклем раса-ара балаларҙы уллыҡҡа алыу буйынса махсуслашҡан Перл Бак исемендәге фонд эшләй[12].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.