24 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 267-се көнө (кәбисә йылында 268-се). Йыл аҙағына тиклем 98 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Рәсми булмаған
- Ер: Уйланмаған дыуамаллыҡ көнө.
- көнө.
- Эштәрҙе төгәлләү байрамы.
- Милли
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Варфоломеев Дмитрий Фёдорович, (1918—7.05.1992), химик-технолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС‑тың 22‑се съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы, 1977—1988 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты директоры, бер үк ваҡытта 1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1975), профессор (1981). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967) һәм почётлы нефтехимигы (1978). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Дуйловский Виктор Степанович (1938), фельдшер-акушер. 1963 йылдан Салауат санитар-эпидемиология станцияһының бүлек мөдире, 1965—1981 йылдарҙа — санитар табиптың сәнәғәт санитарияһы буйынса ярҙамсыһы; 1986 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең 20-се медсанчасының фельдшер-наркологы, 1998—2001 йылдарҙа — граждандар оборонаһы штабы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Ботьево ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хәсәнов Шамил Камил улы (1919—14.04.1981), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1965). 1937—1981 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәрендә эшләй. 1938—1940 йылдарҙа Ҡорғат ете йыллыҡ, 1954—1968 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәптәре директоры. Сығышы менән Оло Аҡа ауылынан.
- Смирнов Владимир Вячеславович (1949), спортсы, тренер. Өфө ҡалаһындағы «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. 1984—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының йыйылма командаһы тренеры. Ғәмәли янғын спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). СССР (1975—1978) һәм РСФСР (1976) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Магадан өлкәһенең Нексекан ҡасабаһынан.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға