Remove ads
Рәсәйҙәге ҡала, Ленинград өлкәһенең административ үҙәге From Wikipedia, the free encyclopedia
Санкт-Петербу́рг шулай уҡ һөйл. Пи́тер (1914—1924 — Петрогра́д, 1914—1991 — Ленингра́д) — Рәсәйҙең федераль әһәмиәтендәге ҡалаһы, Төньяҡ-Көнсығыш федераль округы һәм Ленинград өлкәһе үҙәге. Ҡалала Рәсәй Федерацияһы Конституция суды урынлашҡан.
Федераль әһәмиәттәге ҡала | |||||
Санкт-Петербург | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Агломерация |
1130000 | ||||
Телефон коды | 812 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт | |||||
Ҡаланың һәйкәлдәре һәм ҡайһы бер тарихи биналары Рәсәйҙең 50 һумлыҡ аҡса банкнотында һүрәтләнгән.
1703 йылда Рәсәй императоры Петр I тарафынан нигеҙ һалына. Ҡала Изге Пётр апостолы исемен йөрөтә.
1712—1918 йылдарҙа Рәсәй империяһының баш ҡалаһы була.
1941 йылдың 8 сентябренән алып 1944 йылдың 27 ғинуарынаса ҡала фашистар тарафынан блокадала тотола.
Ҡалала күп фәнни һәм тикшереү-проектлау институттары бар (Гипромез, Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институты, Цитология институты, Норильск никеленең Гипроруда институты һәм башҡалар).
Ҡаланың машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле. Рәсәйҙә йыйылған сит ил машиналары заводтары бар.
Сауҙа сәнәғәте (Дикси, Карусель, Спортмастер супермаркеттар).
Финанс тармағы — (Рәсәй Һаҡлыҡ Банкыһының аҡса сығарыу дворы, Финам, Рәсәй Һаҡлыҡ Банкыһы).
Транспорт — Пулково аэропорты
Төҙөлөш. «Мостострой № 6» ПАО — төҙөлөш компанияһы. Бөгөн ойошма Ростов АЭС-2, универсаль оффшор бассейнды һ. б. ҡоролмаларҙы төҙөй. 1979 йылда ойошма Череповецта «Октябрьский күперҙе» төҙөнө[10].
Константин һарайы, Ҙур Стрельнинск һарайы — XVIII быуаттағы архитектура ҡомартҡыһы. Романовтарҙын элекке йәйге резиденцияһы. Архитектор — Николо Микетти. Барроко стилендэ. Һарайҙа 5.09-6.09.2013 көндәрҙә G20 саммиты үтте. Ошо йортта 2006 йылда ҙур восьмерка илдәре самиты үҙҙы. 2003 йылдан һарайҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты эштәр идаралығының «Конгрестар һарайы» дәүләт комплексы урынлаша. Мәскәү өлкәһенең Бережки ауылында һарайҙын күсермәһе — Миллергоф бар.
Чапаев һәйкәле — граждандар һуғышы геройы Василий Иванович Чапаев һәйкәле. Санкт-Петербургтың С. М. Будённый исемендәге Элемтә хәрби академияһы алдындағы майҙанда ҡуйылған. Дөйөм бейеклеге 4,5 м (постамент бейеклеге 1,3 м һәм скульптур төркөмө бейеклеге— 3 м). Бронза ауырлығы — 12 тонна. М. Г. Манизер скульпторы эше 1942—1943 йылдағы ҡышында ҡуйылды[11]. Композицияның үҙәгендә Василий Иванович Чапаев. Уның янында 7 кеше: башҡорт, комиссар, матрос, һалдат, эшсе, партизан, ҡыҙыл армеец[12]. Һәйкәл Һамарҙа ҡуйылған монументының күсермәһе. Һамарҙағы оригиналы 1932 йылда Монументскульптура заводында ҡойолған. 1932 йылда Һамарҙа ҡуйылған. Санкт-Петербург өсөн күсермә 1932—1933 йылда ҡойолған. 2006 йылда Харбинда ул боҙҙан эшләнгән.
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 7800469000 |
Смольный институты — Санкт-Петербургта урынлашҡан йорт, архитектура ҡомартҡыһы, Санкт-Петербург Губернаторы резиденцияһы. XIX—XX башында йортта ҡатын-ҡыҙар Смольный институты урынлашҡан. 1917-се йылдағы революциянан һуң йортта Ленсовет һәм КПСС-тын ҡала комитеты урынлашҡан.
Исем тураһында. Санкт-Петербургҡа нигеҙ һалынғандан һуң Смольный институты урынында Адмиралтейск верфь һәм флот өсөн ыҫмаланы һаҡлағандар (русса смола).
Партия етәкселеге резиденцияһы. 1925 йылда В. А. Щуко һәм В. Г. Гельфрейх архитекторҙар менән йорт революцияһында әһәмиәтенең күрһәтеү өсөн пропилеялар төҙөлгән. 1934 йылда Смольныйҙа Сергей Киров үлтерелгән.
Дәүләт власы 14.01.1998 көндә ҡабул ителгән Уставына ярашлы эшләй. Юғары вазифаһы — Губернатор. Санкт-Петербургта йәшәгән граждандар тарафынан 5 йылға һайлана[13]. 2011 йылдан августан Губернатор — Георгий Полтавченко.
Санкт-Петербургтын йылғаларының дөйөм оҙонлоғо 282 км. Ҡала майҙаның 7%-ы һыу. Санкт-Петербург һаҙлыҡта төҙөлгәс, биҡ күп каналдар төҙөргә тура килде (ерҙе киптереү өсөн). XIX быуатында Нева дельтаһы 48 йылға һәм 101 утрауҙан тора. XX быуатта каналдарҙы күмеп, бер нисә йылға бөтөрөлөп, утрауҙар һаны 48 тиклем кәмей. Ҡаланың иң баш йылғаһы — Нева, Балтик диңгеҙгә аға.
Утрауҙар:
Санкт-Петербург 18 районға бүленә: | ||
|
| |
Райондар сигендә 111 муниципаль берекмә: 81 муниципаль округы, 9 ҡала (Зеленогорск, Колпино, Красное Село, Кронштадт, Ломоносов, Павловск, Петергоф, Пушкин, Сестрорецк) һәм 21 ҡасаба[15]. |
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 8,7 | 10,2 | 14,9 | 25,3 | 30,9 | 34,6 | 35,3 | 37,1 | 30,4 | 21,0 | 12,3 | 10,9 | 37,1 |
Уртаса максимум, °C | −3,1 | −3 | 2,0 | 9,3 | 16,0 | 20,0 | 23,0 | 20,8 | 15,0 | 8,6 | 2,0 | −1,5 | 9,1 |
Уртаса температура, °C | −5,5 | −6,1 | −1,3 | 5,1 | 11,3 | 15,7 | 18,8 | 16,9 | 11,6 | 6,2 | 0,1 | −3,7 | 5,8 |
Уртаса минимум, °C | −8 | −8,5 | −4,2 | 1,5 | 7,0 | 11,7 | 15,0 | 13,5 | 8,8 | 4,0 | −1,8 | −6,1 | 2,7 |
Абсолют минимум, °C | −35,9 | −35,2 | −29,9 | −21,8 | −6,6 | 0,1 | 4,9 | 1,3 | −3,1 | −12,9 | −22,2 | −34,4 | −35,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 44 | 31 | 37 | 31 | 46 | 71 | 79 | 83 | 64 | 67 | 56 | 51 | 662 |
Сығанаҡ: Климат Санкт-Петербурга . Погода и климат. Дата обращения: 21 декабрь 2011. Архивировано 24 ғинуар 2012 года. |
Санкт-Петербург водоканалы — дәүләт унитар предприятиеһы, Санкт-Петербургсыларҙы һыу менән тьәминь иткән ойошма. Инфраструктура:
Йыл | мең кубометр |
---|---|
2004 | 2578,8 |
2005 | 2514,7 |
2006 | 2466,9 |
2007 | 2311,2 |
2008 | 2168,9 |
2009 | 2028,2 |
2010 | 1994,7 |
2011 | 1922,9 |
Ҡалала 5 тимер юл вокзалы бар.
1 аэропорт. Пу́лково (IATA: LED, ICAO: ULLI) (1974 йылға тиклем — «Шоссейная») — Санкт-Петербургтың берҙәм аэропорты. Терминалдар Мәскәү районда урынлашҡан. 2014 йылда ошо терминалдарҙан тора:
Мәскәү вокза́лы (1924 йылға тиклем — Николаевский) — Санкт-Петербургтың төп тимер юл вокзалы, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү үҙәге, ҡаланың 5 тимер юл вокзалының береһе. Бина 1847—1851 йылдарҙа төҙөлә, архитекторҙары К. А. Тон, Р. А. Желязевич. Мәскәүҙәге Ленинград вокзалының күсермәһе. 1931 йылда вокзалдан беренсе фирма поезы — «Красная стрела» китә. 1993 йылда вокзалда урынлашҡан В. И. Ленин бюсы Пётр I бюсына алмаштырыла[17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.