23 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 23-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 342 көн ҡала (кәбисә йылында 343).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: көнө.
- «Йәшел төҫ» көнө.
- Милли
- АҠШ: Пирог көнө.
- Һөнәри
- Рәсәй Федерацияһы: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шляпкин Иосиф Тимофеевич (1925—7.12.2014), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. III дәрәжә Дан (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылынан.
- Китманов Роальд Викторович (1930—5.05.2007), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1978). 1962 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геология разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988—1999 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторҙан.
- Мөхәмәтйәров Альфред Муллағәли улы (1935), ғалим-иҡтисадсы. 1987 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылға тиклем финанс һәм иҡтисади анализ кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005—2011 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының һәм 1992—1997 йылдарҙа Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1984), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (1997).
- Бәҙретдинов Ғүмәр Ғосман улы (1950), хеҙмәт ветераны. 1976—2004 йылдарҙа Мәсетле районы Әжекәй ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Егуткин Наум Лазаревич (1950), ғалим-физик-химик. 1972 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институты хеҙмәткәре, 2013 йылдан — Өфөләге «Петон» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хәйретдинов Нил Шәһитйән улы (1932—24.12.2009), ғалим-геолог-нефтсе. 1973 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979—1980 йылдарҙа тау-нефть факультеты деканы; 1988 йылдан Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, 1994 йылдан — директор урынбаҫары, 1998 йылдан — директоры; 2001 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Нефть-газ технологиялары һәм яңы материалдар институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1976). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Хәсәнйәнов Әлтәф Имай улы (1937), хеҙмәт ветераны. Павловка урман хужалығы производство берекмәһенең элекке директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урмансыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Нәғимов Зәки Әбүбәкер улы (1938), мәҙәниәт хеҙмәткәре. Миәкә район мәҙәниәт йорто концерт бригадаһының элекке етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо райондың Боғҙан ауылынан.
- Камалов Ирек Камалетдин улы (1948), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1973 йылдан Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхоз агрономы, 1980 йылдан — баш агрономы; 1983 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы; 1985 йылдан — «Рассвет», 1990 йылдан — «Шишмә» колхозы рәйесе, 1994 йылдан — Еникеев исемендәге йәмғиәт директоры; 2007—2008 йылдарҙа Тәкәрлек ауыл хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең (1997) һәм Башҡортостандың (1992) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән ошо райондың Исмаил ауылынан.
- Закиров Илгиз Ғәзиз улы (1953), педагог. Ишембай балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әләгәҙ ауылынан.
- Андреева Әлфиә Васильевна (1958), ғалим-ветеринар врач. 1979 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан паразитология, эпизоотология, зоогигиена һәм ветеринар- санитар экспертиза кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, биология фәндәре докторы (2003), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ерекле ауылынан.
- Юлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙы (1958), педагог, йәмәғәтсе. 1984—2015 йылдарҙа Бөрйән районы Нәби, 2019—2021 йылдарҙа Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы. 2017 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2021) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ибраһимов Мөғәллим Фәйзелхаҡ улы (1939), агроном. 1973—1997 йылдарҙа Ҡариҙел районы «Ҡариҙел» совхозы агрономы – директор урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Винокурова Валентина Васильевна (1949), педагог. Ишембай ҡалаһы 12-се лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2022 йылдан – лицей директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Майстренко Евгений Николаевич (1949—25.08.2020), иҡтисадсы-ғалим, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1990—2015 йылдарҙа Өфө районының «Алексеевка» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—4-се саҡырылыш (1999—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Рәсәйҙаң Почёт, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Өфө районының почётлы гражданы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баймырҙина Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы (1954), педагог. 1986—2009 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006).
- Атауллин Ринат Юмор улы (1959—17.01.2022), рәссам, 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010), Әбйәлил районы хакимиәтенең Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (1998).
- Сыртланова Эльза Рәйеф ҡыҙы (1969), терапевт-ғалим. 1998 йылдан Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһының кардиология бүлеге мөдире, 2001 йылдан баш табип урынбаҫары, 2010 йылдан 33-сө поликлиника мөдире, 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2017 йылдан 13-сө ҡала клиник дауаханаһының, 2019-2020 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1600: Александр Кейринкс, Бельгияның барокко дәүере рәссамы.
- 1785: Карл Адольф Агард, Швеция ботанигы.
- 1820: Александр Серов, Рәсәй империяһы композиторы.
- 1862: Давид Гильберт, Германия математигы.
- 1870: Уильям Джордж Морган, АҠШ-тың физкультура уҡытыусыһы, волейболды уйлап сығарыусы.
- 1897: Ева Симонайтите, Литва ССР-ының халыҡ яҙыусыһы.
- 1915: Артур Льюис, Бөйөк Британия иҡтисадсыһы, Нобель премияһы лауреаты (1979).
- 1918: Гертруда Элайон, Америка биохимигы һәм фармакологы.
- 1935: Георгий Голицын, СССР һәм Рәсәй геофизигы, академик.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға