22 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 53-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 312 көн ҡала (кәбисә йылында 313).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Енәйәт ҡорбандарын халыҡ-ара яҡлау көнө.
- Милли
- АҠШ: Ҡырағай тәбиғәт көнө.
- Скаут хәрәкәтен башлаусылар көнө.
- Һауыҡтырыу спорты һәм фитнес көнө.
- Бөйөк Британия: Бер нәмә лә эшләмәү көнө.
- Мысыр: Берҙәмлек көнө.
- Канада: Ауыл хужалығы көнө.
- Япония: Бесәй көнө.
- Һөнәри
- Ҡырғыҙстан: Ер төҙөлөшө һәм картография-геодезия хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1632 йыл: Галилео Галилей «Птолемей һәм Коперник — ике ғаләм системаһы тураһында һөйләшеү» исемле үҙенең иң мөһим хеҙмәтен баҫтыра.
- 1714: Санкт-Петербургта Дарыуханасы баҡсаһына нигеҙ һалына (хәҙер — РФА В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институтының Ботаника баҡсаһы).
тулы исемлек
- 1819: Вашингтонда Адамс — Онис килешеүенә ҡул ҡуйыла, уның буйынса Флорида Испаниянан АҠШ-ҡа күсә (5 миллион долларға һатыла).
- 1828: Фридрих Вёлер органик матдә карбамидты органик булмаған матдәләрҙән синтезлауы хаҡында хәбәр итә.
- 1828: Рәсәй империяһы һәм Персия араһында Төркмәнчәй солох килешеүе төҙөлә.
- 1848: Парижда Июль монархияһы ҡолатылыуға килтергән буржуаз-демократик инҡилап башлана.
- 1878: Мәскәүҙә Н. Г. Рубинштейн дирижерлығында П. И. Чайковскийҙың дүртенсе симфонияһы башҡарыла.
- 1921: Совет Рәсәйендә Дәүләт план комитеты ойошторола.
- 1946: Зельман Ваксман стрептомицин антибиотигын аса.
- 1958: Мысыр һәм Сүриә президенттары ике илдең Берләшкән Ғәрәп Республикаһына берләшеүе тураһында актҡа ҡул ҡуя.
- 1964: «Тереләр һәм үлеләр» («Живые и мертвые») фильмының премьераһы була.
- 1966: «Ветерок» һәм «Уголек» атамалы эттәр менән «Космос-110» Ер юлдашы осорола.
- 1968: Ватерлоо утрауында «Беллинсгаузен» СССР поляр станцияһы асыла.
- 1968: «Genesis» британ рок-төркөмө тәүге йырын яҙҙыра.
- 1979: Сент-Люсия Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1983: Алекс Червинский (АҠШ) 390 тимер аҡсанан 4 метр бейеклектәге пирамида төҙөй (донъя рекорды).
- 1990: Бөйөк Британия хөкүмәте тарафынан «Енәйәттәр ҡорбандары хартияһы» баҫтырылып сығарыла.
- 1993: Рәсәй Президенты ҡарамағында Президент советы булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Вахнин Сергей Алексеевич (1932—2004), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1947—1992 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумы тракторсыһы, комбайнсы һәм механик. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1956). Сығышы менән ошо райондың Октябрь ауылынан.
- Ғәрифуллин Мәсғүт Шәйхелислам улы (1937), ауыл хужалығы ветераны. 1961—1987 йылдарҙа Баҡалы районы М. Горький исемендәге колхоз тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Ҡамышлы ауылынан.
- Камаев Рәшит Борхан улы (1937—06.05.2000), ғалим-социолог. 1974 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, 1989 йылдан фәнни коммунизм кафедраһы мөдире; 1990—2000 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының философия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1995 йылдан гуманитар факультет деканы. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Башенёв Валерий Алексеевич (1942), сәнғәт һәм юғары мәктәп ветераны, музыкант, баянсы, 1970—2003 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1981 һәм 1982—1986 йылдарҙа вокаль-оркестр факультеты деканы, 1981—1982 һәм 1986—1989 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу һәм ғилми эштәр буйынса проректор; бер үк ваҡытта 1974—1996 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, әҙәби музыкаль лекторий концертмейстеры. 2003 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка ҡоралдары һәм музыка теорияһы кафедраһы мөдире. Профессор (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2013).
- Буранбаева Гөлнара Вара ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1972—2007 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 2-се һәм 4-се урта мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007).
- Зәйнәшев Тәфтизан Хәким улы (1972), музыкант. Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы, 1999 йылдан «Яйыҡ» халыҡ ҡурайсылар ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кәримова Зәйнәб Хәбибулла ҡыҙы (1909—22.09.1995), микробиолог-ғалим. 1932—1974 йылдарҙа Ҡазан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1942—1943, 1945—1947 һәм 1956—1974 йылдарҙа микробиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969). Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы (1924—28.10.2002), педагог, ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм урындағы башҡарма органдар, мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан КПСС-тың Бөрйән район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, 1974 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1978—1984 йылдарҙа район көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе директоры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Рутман Григорий Иосифович (1929—21.06.2001), химик-технолог-ғалим, нефть химияһы сәнәғәте хеҙмәткәре. 1965 йылдан Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводы директоры, 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Инженерлыҡ академияһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе, 1997 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Фәрхуллина Исмегөл Сәхәп ҡыҙы (1939), малсы. Тәтешле районы Ленин исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1984). Октябрь Революцияһы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Бүл-Ҡайпан ауылынан.
- Вәлиева Земфира Хәбир ҡыҙы (1944—16.09.2023), музыкант, педагог. 1981—1985 йылдарҙа Өфөләге махсус урта музыка мәктәбе (хәҙер колледж) директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 1987—1999 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ының (1991) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Опера йырсыһы Хәбир Ғәлимовтың ҡыҙы.
- Иҙрисов Рәжәп Усман улы (1959), механизатор. Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозының элекке тракторсыһы һәм механигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
- Дудко Борис Александрович (1989), хәрби хеҙмәткәр, гвардия десант-штурм дивизияһының айырым танк батальоны командиры урынбаҫары, гвардия майоры. Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1732: Джордж Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттарының тәүге президенты.
- 1840: Август Бебель, марксист, Германия Социаль-демократик партияһын һәм II Интернационалды ойоштороусыларҙың береһе.
- 1850: Фёдор Васильев, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1875: Владимир Адрианов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби картографы, компастар конструкторы, рәссам.
- 1913: Ранко Маринкович, Хорватия прозаигы, шағир һәм драматург.
- 1965: Дарья Михайлова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2013).
- 1975: Дмитрий Спирин, Рәсәй музыканты.
- 1975: Ольга Будина, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (2001).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға