13 май — григориан стиле буйынса йылдың 133-сө (кәбисә йылында 134-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 232 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- 1925: СССР-ҙа Советтарҙың III съезы асыла.
- 1938: СССР милиция органдары составында һаҡ-конвой подразделениелары ойошторола.
тулы исемлек
- 1950: Британияла «Формула-1» чемпионатының тәүге уҙышы уҙғарыла.
- 1955: Швейцария инженеры Жорж де Местраль йәбешкәк ҡаптырмаға патент ала.
- 1960: Швейцария альпинистары донъяның туғыҙынсы бейек тау түбәһе Дхаулагирины яулай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Үрәзмәтов Флүр Зинур улы (1955), хужалыҡ эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре. 2004—2020 йылдарҙа Шишмә район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1994).
- Ғәлләмов Тимур Фәнил улы (1980), спортсы. 2003—2010 йылдарҙа Рәсәйҙең самбо буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Октябрьский ҡалаһының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Шәхси зачётта донъя (2006—2007) һәм Рәсәй (2006—2008) чемпионы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Хлыбов Виктор Петрович (1947), сценограф. 1964—1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының, 1979 йылдан — Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрының ҡуйыусы, 1994 йылдан — баш рәссамы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
- Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы (1947), ғалим-табип-гигиенист. 2004 йылдан Башҡортостан физик культура институтының адаптив физик культура факультеты, 2008 йылдан — Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты Өфө институтының (филиалының) иҡтисад һәм менеджмент факультеты деканы, 2016 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999) һәм мәғариф отличнигы (2012).
- Ананенков Александр Георгиевич (1952), ғалим-иҡтисадсы. 2004—2011 йылдарҙа «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдың 28 июненән — директорҙар советы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
- Хөсәйенова Фәниҙә Хәмиҙулла ҡыҙы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1972—2016 йылдарҙа Салауат тире-винерология диспансерының шәфҡәт туташы, шул иҫәптән 1975—1979 һәм 1990—2006 йылдарҙа — өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғималов Фуат Рамазан улы (1957), ғалим-биолог. Биохимия һәм генетика институтының ғилми секретары. Биология фәндәре докторы.
- Әминева Рәйлә Рафаэль ҡыҙы (1957), һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. 1976 йылдан Көйөргәҙе районы Ермолаевка үҙәк район дауаханаһының пост һәм өлкән шәфҡәт туташы, 2002 йылдан — баш шәфҡәт туташы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1795: Павел Шафарик, Чехия филологы, тарихсы, славян халыҡтары берҙәмлеге идеяһы авторы.
- 1840: Альфонс Доде, Франция яҙыусыһы.
- 1850: Модест Чайковский, Рәсәй империяһы драматургы, либретталар авторы, музыка тәнҡитсеһе, Пётр Ильич Чайковскийҙың кесе туғаны.
- 1895: Лариса Рейснер, Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР яҙыусыһы.
- 1905: Стефания Станюта, СССР һәм Беларусь Республикаһы актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1950: Стиви Уандер, АҠШ йырсыһы, композитор.
- 1960: Ефим Александров, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, артист һәм режиссёр.
- 1960: Миләүшә Таминдарова, йырсы, Татарстандың дәүләт камера хоры етәксеһе, Ҡазан дәүләт консерваторияһы доценты, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
- 1985: Иван Реон, Британия актёры, йырсы һәм йырҙар авторы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға