31 март — григориан стиле буйынса йылдың 90-сы (кәбисә йылында 91-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 275 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Электрон мәғлүмәттең көнө.
- Бунзендың газ горилкаһы көнө.
- «Яратмаған эшеңде ташла» көнө.
- Төрлө төҫтәге күҙҙәр көнө.
- Декольте көнө.
- Милли
- Һөнәри
тулы исемлек
- 1889: Эйфель башняһы] рәсми асыу көнө. Конструктор Гюстав башня башына Франция флагын элә.
- 1901: Беренсе «Mercedes-Benz» автомобиле эшләп сығарыла.
- 1918: АҠШ беренсе тапҡыр йәйге ваҡытҡа күсә.
- 1967: Францияның НАТО блогы составынан сығыу тураһында ҡабул иткән ҡарарынан һуң был хәрби ойшманың штаб-фатиры Париждан Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселгә күсерелә.
- 1992: Мәскәүҙә Федераль власть органдары менән Федерация субъекттары власть органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы Федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1992: Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе Мортаза Рәхимов Федератив килешеүгә һәм уға Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға ҡул ҡуя.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мостафин Сабир Кәбир улы (1952), ғалим-инженер-геолог, эколог-аудитор. 1994 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институтының төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1994—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 2006 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1994). Сығышы менән хәҙерге Бишкәк ҡалаһынан.
- Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы (1962—14.08.2020), ғалим-математик. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004—2008 йылдарҙа иҡтисадты фаразлауҙың математик ысулдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2006—2008 йылдарҙа математика факультеты деканы, 2009—2015 йылдарҙа тотош мөхиттәр механикаһы кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2005), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011), юғары уҡыу йорттарының социаль-иҡтисади һөнәрҙәре өсөн математика дәреслеге төҙөү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. Тел белгесе Мөхтәр Әхтәмовтың улы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ғимранов Рәмил Мөхәмәтхәй улы (ижади псевдонимы Рәмил Ғимрани; 1953), педагог, композитор, шағир һәм яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Биғаев Илдар Әхтәм улы (1958—9.01.2016), педагог, музыкант. 1997—2016 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, башҡорт музыкаһы факультетының традицион музыка ҡоралдары оркестры етәксеһе һәм дирижёры. Доцент (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәзиев Радик Рәшит улы (1958), ғалим-инженер. 1981 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1992), доцент (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вәлиева Гөлнур Йосопьян ҡыҙы (1973), журналист. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһы телевидение студияһының тапшырыуҙар алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (1914—17.07.2011), тарихсы-ғалим, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1964—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Нәшриәт эштәре, полиграфия һәм китап сауҙаһы буйынса идаралығы начальнигы, 1979—1988 йылдарҙа Башҡортостан комсомолы тарихы музейы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 2—4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1969). 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971) кавалеры.
- Мокеев Геннадий Иванович (1944), педагог-ғалим, спортсы, тренер. 1967 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — физик тәрбиә кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР‑ының (1990) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). Француз боксы — сават буйынса халыҡ-ара категориялы (1992) һәм бокс буйынса республика категорияындағы (1975) судья. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Белогузово ауылынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1800: Осип Сенковский (псевдонимы «Барон Брамбеус»), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, журналист, нәшерсе, шәрҡиәтсе.
- 1882: Корней Чуковский, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, тәнҡитсе, тәржемәсе.
- 1890: Уильям Лоренс Брэгг, Бөйөк Британия физигы, Нобель премияһы лауреаты (1915).
- 1935: Герб Алперт, АҠШ музыканты, композитор.
- 1955: Ангус Янг, Австралия музыканты.
- 1960: Иен Макдональд, Ирландияның фантаст яҙыусыһы.
- 1970: Аленка Братушек, дәүләт эшмәкәре, 2013—2014 йылдарҙа Словенияның премьер-министры.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға