From Wikipedia, the free encyclopedia
Әшәй (рус. Ашаево) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 233 кеше булған[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804002.
Деревня | |
Ашаево башҡ. Әшәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452585 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Әшәй ауылы Өфө йылғаһы бассейнына ҡараған Ҡарағай йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 39 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 45 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Әшәй ауылы Красноуфимск өйәҙе территорияһында XIX быуат аҙағында, 1876 йылда, Наҙы-Петровск заводы идаралығының полиция ярҙамында Иҫке Масҡары халҡын күсереүе менән бәйле, барлыҡҡа килгән. Күсергә мәжбүр булған халыҡтың бер өлөшө яңы тораҡҡа нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүселәр — өс бер туған Нох, Хаммат һәм Ғүмәр[4].
Тарихсы ғалим Ә. Әсфәндиәровтың Башҡортостан ауылдарына бағышланған хеҙмәтендә Әшәй ауылы тураһында мәғлүмәткә эйә түгелбеҙ тиелгән. Әшәй ауылы 1870 йыл материалдарында ла, 1896 йыл материалдарында ла теркәлмәгән. Тимәк, Әшәй ауылы XIX һәм XX быуаттар сиктәрендә барлыҡҡа килгән. 1920 йылда ундағы 36 йортта 267 башҡорт йәшәгән[5].
XX быуат башында тирмән, мәҙрәсә, мәсет (1930 йылда ябыла) булған.
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Әшәй ауылы Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенә ингән.
1890 йылда 18 йортта 140 кеше йәшәгән.
1920-се йылдарҙа Әшәй ауылы Балаҡатай улусы составында, 1930 йылдан Балаҡатай районы (1959 йылға саҡлы Яңы Масҡары, Билән ауыл Советтары) биләмәһендә булған.
1930—1950 йылдарҙа — «Социализм» колхозының үҙәк усадьбаһы, 1957 йылдан — Билән совхозы бүлексәһе булған.
1926 йылда мәктәп, 1954 йылда — ауыл китапханаһы асылған.
1961 йылда — 77 йортта 326 кеше, 1989 йылда — 270, 1999 йылда — 319, 2004 йылдың 1 ғинуарына — 302 кеше йәшәне. 1989 йылда хәҙерге Әшәй төп дөйөм белем биреү мәктәбенең яңы бинаһы төҙөлә. 2000—2001 йылдарҙа газ үткәрелә.
Әлеге ваҡытта ауылда Билән урта мәктәбе филиалы — Әшәй башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].
Әшәй ауылында башҡорттар йәшәй (97 %)[7].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 267 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 294 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 290 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 270 | 129 | 141 | 47,8% | 52,2% |
2002 йыл 9 октябрь | 280 | 131 | 149 | 46,8% | 53,2% |
2010 йыл 14 октябрь | 233 | 114 | 119 | 48,9% | 51,1% |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.