кешенең һәм хайуандарҙың сенсор (күреү системаһы) ағзаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Күҙ (лат. oculus) — кешенең һәм хайуандарҙың сенсор (күреү системаһы) ағзаһы. Ул электромагнит нурланышты тулҡындар оҙонлоғоноң яҡтылыҡ диапазонында ҡабул итеү һәләтенә эйә һәм күреү функцияһын тормошҡа ашыра. Тирә-яҡ мөхиттәге мәғлүмәттең 90 процентҡа яҡынын кеше күҙҙәре ярҙамында ҡабул итә[1].
Күҙ | |
Ҡайҙа өйрәнелә | биология цвета[d] һәм оптометрия[d] |
---|---|
Развитие анатомической структуры | развитие глаз[d] |
Нимә менән тоташа | зрительный нерв[d] һәм стебельчатый глаз[d] |
Код NCI Thesaurus | C12401 |
Күҙ Викимилектә |
Тирә-яҡ мөхит ҡуҙғытҡыстары араһында күреү кеше өсөн бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки тышҡы донъя тураһында мәғлүмәттәрҙең күбеһе күреү менән бәйләнгән. Бары тик күреү арҡаһында ғына тирә-яҡтағы предметтарҙы, йәнле һәм йәнһеҙ еҫемдәрҙең хәрәкәтен, графика һәм төҫ сигналдарын (хәрефтәрҙе, цифрҙарҙы, портреттарҙы һ. б.) айырып күрәбеҙ. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре өсөн дә күреү мөһим. Һуҡыр кешегә хеҙмәттә ҡатнашыу мөмкинлеген алыу өсөн оҙайлы, ныҡышмалы эш башҡарырға тура килгәнлеге һәр кемгә билдәле.
Умыртҡалы хайуандарҙың күҙе күреү анализаторының периферик йәки үҙәктән ситтәге өлөшөн тәшкил итә, һәм күҙҙең селтәрле шекәрәһенең (урыҫса сетчатка) нейросенсор (фоторецептор) күҙәнәктәре унда рецептор (фоторецептор) функцияһын үтәй[2].
Умыртҡаһыҙ хайуандарҙа төҙөлөшө һәм күреү мөмкинлектәре буйынса төрлө булған күҙҙәр һәм күҙсектәр (бөрөләр) осрай — бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле, тура һәм әйләндерелгән, паренхим һәм эпителиаль, ябай һәм ҡатмарлы.
Күҙ баш һөйәгенең күҙ соҡоронда урынлашҡан. Күҙ соҡоро көптәренән күҙ алмаһының тышҡы йөҙөнә күҙҙе хәрәкәткә килтереүсе мускулдар килә.
Ҡаштар күҙҙәрҙе һаҡлай, улар маңлайҙан ағып төшөүсе тирҙе ситкә йүнәлтә. Күҙ ҡабағы менән керпектәр күҙҙе саңдан һаҡлайҙар . Күҙҙең тышҡы мөйөшөндә урынлаш¬ҡан йәш биҙе шыйыҡлыҡ бүлеп сығара. Ул күҙ алмаһының өҫтөн сылатып тора, күҙгә ингән сит өлөшсәләрҙе йыуып төшөрә, ә унан һуң күҙҙең эске мөйөшөнән йәш каналы буйлап танау ҡыуышлығына ағып төшә.
Күҙ алмаһы тығыҙ аҡһым шекәрә менән ҡапланған. Аҡһым шекәрә күҙҙе механик һәм химик зарарланыуҙарҙан, тышҡы яҡтан сит өлөшсәләрҙең һәм микроорганизмдарҙың үтеп инеүенән һаҡлай. Был шекәрә күҙҙең алғы өлөшөндә үтә күренмәле. Ул мөгөҙсә тип атала. Мөгөҙсә яҡтылыҡ нурҙарын иркен үткәрә.
Урталағы тамырлы шекәрә күҙ алмаһын ҡан менән тәьмин итеп тороусы ҡан тамырҙарының ҡуйы селтәре менән ҡап¬ланған. Был шекәрәнең эске йөҙөндә йоҡа ҡатлау булып буяғыс матдә — яҡтылыҡ нурҙарын йотоусы ҡара пигмент ята. Күҙҙең тамырлы шекәрәһенең алғы өлөшө төҫлө шекәрә (радужка) тип атала. Уның төҫө (асыҡ зәңгәр төҫтән алып ҡара көрән төҫкә тиклем) пигменттың миҡдары һәм таралып урынлашыуы менән билдәләнә.
Күҙ ҡараһы — төҫлө шекәрә уртаһындағы тишем ул. Күҙ ҡараһы күҙ эсенә яҡтылыҡ нурҙарының үтеүен регуляциялай. Яҡтылыҡ көслө булһа, күҙ ҡараһы рефлектор рәүештә тарая. Яҡтылыҡ көсһөҙ булғанда, күҙ ҡараһы киңәйә. Күҙ ҡараһы артында ике яғы ла ҡабарынҡы үтә күренмәле күҙ яҫмығы урынлашҡан. Ул керпексәле мускул менән уратып алынған. Күҙ алмаһының бөтә эске өлөшөн быяла тән — үтә күренмәле ҡойҡа һымаҡ матдә тултырып тора. Күҙ яҡтылыҡ нурҙарын предметтарҙың һүрәтләнеше күҙ алмаһының эске шекәрәһендә — селтәрле шекәрәлә фокусҡа йыйылырлыҡ итеп үткәрә. Селтәрле шекәрәлә күреү рецепторҙары — күҙ таяҡсалары һәм колбочкалары урынлашҡан. Таяҡсалар — эңер яҡтылығы рецепторҙары, колбочкалар көслө яҡтылыҡҡа ғына ҡуҙғыйҙар, төҫтәрҙе айырыу уларға бәйләнгән.
Селтәрле шекәрәлә яҡтылыҡ нервы импульстарына үҙгәрә, был импульстар күреү нервыһы буйынса баш мейеһенә ҙур ярымшарҙар ҡабығының күреү зонаһына үткәрелә. Был зонала ҡуҙғытҡыстар — предметтарҙың формаһы, уларҙың төҫө, ҙурлығы, яҡтыртылышы, торошо һәм хәрәкәте тамам айырыла.
Яҡшы күрә торған кеше яҡындағы һәм алыҫтағы предметтарҙы берҙәй үк яҡшы күрә. Был һәләт күҙ яҫмығының кәкрелеген үҙгәртә һәм тағы ла ҡабарынҡыраҡ була алыуы үҙсәнлегенә бәйләнгән.
Күрәғарау (близорукость) һәм үтәғарау (дальнозоркость) йыш осрай
Күрәғарашлы һәм үтәғарашлы кешеләр предметтарҙы асыҡ күрмәйҙәр. Күрәғарашлы кешеләргә — алыҫтағы предметтарҙың, үтәғарашлы кешеләргә яҡындағы предметтарҙың һүрәтләнеше тоноҡ булып күренә. Күҙ алмаһының оҙонса формаһы тыумыштан күрәғарашлыҡҡа сәбәп булырға мөмкин. Тыумыштан үтәғарашлы кешеләрҙең күҙ алмаһы ҡыҫҡа була. Үтәғарау күҙ яҫмығының кәкрелеген үҙгәртә алыу һәләтлегенең кәмеүе арҡаһында булырға мөмкин, бындай хәл йышыраҡ оло йәштәге кешеләрҙә осрай. Күҙҙең был кәмселектәренең ҡайһы ла булһа береһенән интегеүсе кешеләр врач һайлап биргән махсус быялалы күҙлек кейә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.