30 май — григориан стиле буйынса йылдың 150-се (кәбисә йылында 151-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 215 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Базилев Иван Васильевич (1800—3.12.1873), педагог. Статский советник. 1831—1958 йылдарҙа Ырымбур губернаһының халыҡ училищелары директоры, бер үк ваҡытта Өфө ир балалар гимназияһы директоры. Рәсәй империяһының 3-сө (1856) һәм 4-се (1855) дәрәжә Изге Владимир, 2-се дәрәжә (1846) Император тажлы (1851) һәм 3-сө дәрәжә (1843) Изге Анна, 4-се дәрәжә Изге Станислав (1838) ордендары кавалеры.
- Крайкин Владимир Александрович (1955), ғалим-химик. 1978 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2011 йылдан —лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәниә Фәрхи (1960—27.07.2017), йырсы. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы. Төрлө кимәлдәге йыр конкурстары һәм ижади бәйгеләр, шулай уҡ Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2018).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Блохин Алексей Александрович (1897—6.10.1942), ғалим-инженер-геолог. 1929 йылдан «Уралнефть» тресы «Стәрлетамаҡ» разведка быраулауы контораһының баш геологы, 1934 йылдан СССР Ауыр сәнәғәт Халыҡ комиссариаты Баш геология идаралығының начальник урынбаҫары, 1941 йылдан Башҡортостан нефть экспедицияһы начальнигы урынбаҫары һәм СССР Фәндәр академияһы Геология фәндәре институтының (Мәскәү) директор урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1937), профессор (1937). Ишембай нефть ятҡылығын беренсе асыусы.
- Әҙеһәмов Йәғәфәр Мәхмүт улы (1922—13.11.1991), ғалим-инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан Бөтә Союз Төҫлө металдар ғилми-тикшеренеү институтының (Усть-Каменогорск ҡалаһы) лаборатория мөдире, 1973—1991 йылдарҙа Белгород ҡалаһындағы ВИОГЕМ ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1972). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1984) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан.
- Ускова Нина Николаевна (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1971 йылдан Өфө мәктәптәре, шул иҫәптән 1976 йылдарҙа хәҙерге 60-сы лицейҙың математика уҡытыусыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2002), Башҡортостандың халыҡ (2011) уҡытыусыһы.
- Аҡбашева Зөлфирә Хәбибулла ҡыҙы (1952), дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 2003—2017 йылдарҙа хәҙерге Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. 1-се (2017) һәм 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Уҙыбаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Мешков Леонид Александрович (1948—31.03.2016), кинооператор. 1987 йылдан СССР Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). «ТЭФИ-Регион» Бөтә Рәсәй телевизон премияһы лауреаты (Мәскәү, 2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Беглов Василий Алексеевич (1958—9.07.2011), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1982 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1988 йылдан әҙәбиәт, 1993—2003 йылдарҙа рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 2000 йылдан уҡыу уҡытыу эштәре буйынса проректор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (1995).
- Рәмил Ҡол-Дәүләт (тулы исеме Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы (1958—12.01.1998), шағир, драматург. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты (1995).
- Щевелев Юрий Николаевич (1958), инженер, йәмәғәтсе. Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводының элекке техник директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы, Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе. «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ҡырым Республикаһының Феодосия ҡалаһынан.
- Возмищев Александр Юрьевич (1973), педагог, спортсы. 1998 йылдан «Салауатбыяла» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, 2014 йылдан хәүефһеҙ быяла етештереү буйынса директор. Ҡышҡы күпбәйге буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1991) һәм чемпионы (1990—1991). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Розенберг Геннадий Самуилович (1949), ғалим-эколог, фитоценолог. 1992—2018 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы институты директоры. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), биология фәндәре доктор (1984), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000) һәм Рәсәй Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2010).
Дөйөм исемлек
- 1912: Лев Ошанин, СССР шағиры, популяр йыр текстары авторы.
- 1920: Франклин Шеффнер, АҠШ кинорежиссёры, «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1961: Арина Шарапова, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-социолоыг, телетапшырыуҙар алып барыусы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға