From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырҙас (рус. Кирдасово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 656 кеше[1]. Почта индексы — 453615, ОКАТО коды — 80201825001.
Ауыл | |
Ҡырҙас Ҡырҙас | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (99 %)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 656 | 327 | 329 | 49,8 | 50,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
80Н-043 «Сәрмән — Амангилде — Баймаҡ» автомобиль юлы.
1833—1834 йылдарҙа йылға исемен йөрөткән Ҡырҙас ауылы барлыҡҡа килә. Уға нигеҙ һалыусылар — Ишҡол ауылы халҡы. Ул саҡта 153 кеше йәшәгән 27 ихата булған. X ревизия буйынса 320 кеше 40 йортта йәшәгән. 1920 йылда 112 йортта 588 кеше иҫәпләнгән. Ауылды икенсе төрлө Сяу-Кала тип тә атағандар.
Халыҡтың төп шөғөлө — малсылыҡ. Йәйләүгә 27 йорттоң 21-е ылау менән сыға, улар 161 кеше тәшкил итә. Уларҙың 150 аты, 65 һыйыры, 125 һарығы һәм 30 кәзәһе булған. Улар өсөн ауыл хужалығы иҡтисадтың яңы тармағы булған. Улар 1842 йылда 56 бот ужым һәм 480 бот яҙғы иген сәсә. 1842 йылда Мырҙаҡай Ҡарамандин йылына 100-шәр бот сәскән[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.