Башҡортостанда һәм Көньяҡ Уралда тәүге нефть ятҡылығы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишембай нефть ятҡылығы (шулай уҡ Ишембаев нефть ятҡылығы булараҡ билдәле) — Башҡортостанда һәм Көньяҡ Уралда тәүге нефть ятҡылығы, Волга-Урал провинцияһына ҡарай, әлеге ваҡытта нефть алынып бөткән. 1932 йылда инженер-геолог Алексей Блохин Александрович етәкселек иткән экспедиция ятҡылыҡты аса. Нефть Ишембай ауылы янында табылғанға күрә ятҡылыҡ та Ишембай исемен йөрөтә, хәҙер был ауыл Ишембай ҡалаһының бер биҫтәһе.
Ишембай нефть ятҡылығы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы һәм Башҡортостан Республикаhы |
Хеҙмәтләндереүсе | Башнефть |
Ишембай ауылы янында ятҡан һәм 1932-1950-йылдарҙа асылған Бурансы нефть ятҡылығын, Көҫәпҡол нефть ятҡылығын, Кинйәбулат нефть ятҡылығын үҙ эсенә алған Ишембай нефть ятҡылыҡтары төркөмө дөйөм исем менән Ишембай нефть ятҡылығы тип йөрөтөлә.
Ишембай нефть ятҡылығын үҙләштереү, нефть сеймалын эшкәртеү һәм башҡа төбәктәргә сығарыу өсөн Ишембай-Өфө тимер юлы төҙөлә, Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалына.
Тәүҙә был ятҡылыҡ Стәрлетамаҡ, Түбәнге Бурансы ятҡылыҡтары (А. А. Блохин мәҡәләһендә, 1934) тип атала, хатта Бурансы нефть ятҡылығы тик 1939 йылда ғына асылһа ла. Бер төркөм нефть ятҡылыҡтары хәҙер Ишембай нефть ятҡылығы булараҡ билдәле[1].
Риф тибындағы ятҡылыҡ Урал алды бөгөмөндә ята һәм һаҡмар-артин ярусының күмелгән риф яҫылығына, Ишембай риф массивына ҡарай.
1934 йылда төҙөлгән Ишембай- Өфө тимер юлы аша илдең башҡа төбәктәренә нефть һәм нефть продукттары ебәрелә башлай.
Николай Дмитриевич Зелинский 1930 йылдарҙа Урал нефтен, шул иҫәптән Ишембай нефть ятҡылығы биргән нефтте, көкөрттән таҙартыу буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә[2].
Сергей Семенович Наметкин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан экспедицияһы етәксеһе була. Ул Ишембай нефть ҡыуҙырыу заводы ҡоролмаһында көкөртлө нефттән майлау материалдарын алыу ысулын эшләүгә туранан тура етәкселек итә.
Биккулов А. З. НАМЁТКИН Сергей Семёнович // Башҡорт энциклопедияһынан мәҡәлә. 2016 йыл 7 апрель архивланған.
Был ятҡылыҡ риф яҫылығына ҡарай. Аҫҡы пермь эзбизташтары ҡатламдарынан барлыҡҡа килгән яҫылыҡ төрлө һыҙаттағы һәм бер төйөнгә бәйле биш рифты үҙ эсенә ала. Риф битләүҙәре мөйөштәре 20 градустан 40 градусҡа тиклем тәшкил итә. Уларҙың иң ҙуры (көнсығыштағыһы) арҡырыға 1,5 км-ға етә. Нефть ятҡан риф эзбизташтары бик ҡатмарлы һәм юғары үткәреүсәнлеккә эйә, шуға күрә лә скважиналар тәүге осорҙа көслө фонтан рәүешендә бик күп нефть бирә (тәүлегенә 800 тоннаға тиклем). Яҫылыҡтар буйынса нефтле ҡатламдар 310 метрҙан 560 метрға тиклем тирбәлә. Бөтә рифтар ҙә берҙәм нефть биреүсәнлеккә эйә. Нефть биреүсе эзбизташтар пермь тоҙло ҡатламдары менән ябылған.
Блохин А. А. Основные итоги и задачи разведки Ишимбаевского месторождения нефти//Нефтяное хозяйство — 1934.- № 6.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.