Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишембай станцияһы — Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлеге тимер юл станцияһы.1934 йылдың 1 октябрендә асыла. Ишембай ҡалаһының Тимер юл биҫтәһендә урынлашҡан.
Ишембай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Рәсми асылыу датаһы | 1934 |
Код станции | 652918 |
Ишембай Викимилектә |
Ишембай станцияһы «Ишембайнефть» НПУ-һын, һуңыраҡ Ишембай нефть эшкәртеү заводын хеҙмәтләндереү өсөн төҙөлә. Ишембай — Стәрлетамаҡ — Дим тимер юл тармағын төҙөү СССР хеҙмәт һәм оборона советының 1933 йылдың 25 июлендәге ҡарары буйынса башлана. «Союзтрансстрой»ға 1934 йылдың октябренә тимер юлды төҙөп бөтөү бурысы йөкмәтелә. Шул уҡ йылдың көҙөндә төҙөлөш эштәре башлана
«Башҡортостан партия ойошмаһы республиканы социалистик индустриялаштырыу башында» йыйынтығында[1] Өфө ҡалаһынан Ишембай нефть ятҡылыҡтарына тимер юл төҙөү тарихы тураһында яҙылған (И. П. Климов диссертацияһынан өҙөк). Был тимер юлын төҙөүҙә Ишембай нефть ятҡылығына яҡын ауылдарҙан, шулай уҡ юл төҙөлөшө үткән райондарҙан ябай кешеләр үҙ аттары, эш ҡоралдары, ашамлыҡ, өҫ кейеме, башҡа кәрәк-яраҡтары менән йәлеп ителә. Эш бик ауыр шарттарҙа бара. Төҙөлөшкә бик аҙ ваҡыт бирелә, көсөргәнешле эш күп кенә кешенең һаулығын ҡаҡшата һ.б.(ҡалғаны Н.Некрасовтың шиғырындағыса)
1934 йылда түбәндәге махсус матбуғат баҫмалары сыға:
1934 йылдың 1 октябрендә Өфө станцияһына Ишембай нефте менән тәүге эшелон килә, 177 км оҙонлоҡтағы тимер юл рәсми рәүештә сафҡа индерелә. Башта ул нефть ташыу өсөн хеҙмәт итә, аҙаҡ 1936 йылда төҙөлгән БАССР-ҙың тәүге нефть эшкәртеү предприятиеһы — Нефть ҡыуыу заводы эшләп сығарған нефть продукттарын, нефть сәнәғәте ҡорамалдарын ташыу өсөн файҙаланыла[2][3].1936 йылда тимер юл тармағы Куйбышев тимер юлына тапшырыла.
ВКП(б)-ның XVII съезында 1934 йылдың 27 ғинуарында ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Я. Б. Быкиндың (1888—1938) сығышында былай тиелә:
И. П. Климовтың диссертацияһынан:
«Ишембай нефть ятҡылығын файҙаланыу өсөн ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән Өфө — Ишембай тимер юлының әһәмиәте ғәйәт ҙур була»[5].
1937 йылда эшләй башлаған Ишембай— Өфө нефть үткәргесе тимер юл тармағының нефть ташыуҙағы ролен әҙәйтә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында был тимер юлы аша меңдәрсә тонна йөк ташыла, илдең көнбайышынан Ишембайға эшселәр, белгестәр һәм башҡа кешеләр һәм заводтар өсөн ҡорамалдар эвакуациялана. Ишембай нефть эшкәртеү заводы сығарған яғыулыҡ бынан фронтҡа оҙатыла. Стәрлетамаҡ станцияһынан хәрби частар фронтҡа юл ала.
1948 йылда Ишембайҙан алыҫ түгел төҙөлә башлаған 18-се нефть химияһы комбинаты яғына Стәрлетамаҡтан яңы тимер юл тармағын һәм йөк станцияһын төҙөү талап ителә (хәҙерге 65280 Аллағыуат тимер юл станцияһы). Был тармаҡ хәҙер Ырымбурға тиклем һуҙылған, Ишембай станцияһына барыусы тармаҡ ары бер ҡайҙа ла бармай.
Элек, 1990 йылға тиклем Ишембай — Өфө маршруты буйынса пассажирҙар поезы йөрөй. Хәҙер был станция тик йөк составтарын ғына ҡабул итә.
Башҡорт шағиры Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы 1934 йылда Куйбышев тимер юлының Дим — Ишембай тимер юл участкаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан.
1934 йылда Дим — Ишембай тимер юлын төҙөгәндә бында СССР фәндәр академияһы экспедициялары эшләй. К. В. Сальников һәм Д. П. Дмитриев етәкселегендәге археологтар Өфөнән Ишембай станцияһына тиклем Ағиҙел буйында 20 археологик ҡомартҡы таба (11 ҡурған һәм 3 ҡәберлек, 6 тора һәм кеше йәшәгән урындар).
Әлеге ваҡытта Ишембай — был тармаҡтағы һуңғы станция[6]. Тимер юл тармағы Ағиҙелгә табан бара, һуңынан, һулға борола, Индустриаль шоссены киҫеп сыға һәм «Ишембайнефть» НГДУ-һы ЯСЙ "Башнефть-Добыча" предприятиеһының матди-техник тәьмин итеү һәм ҡорамалдар менән комплектация бүлеге склады биләмәһендә тамамлана. «Идель Нефтемаш» ЯСЙ, «„Ағиҙел“Ишембай нефтебазаһы» ЯСЙ-ҺЫ, «Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы» ЯСЙ-һы тимер юл менән тоташтырылған ." «Витязь» машиналар эшләү компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм "Ишембай станоктар ремонтлау заводы"ның да үҙ тимер юл тармаҡтары бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.