Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Стәрлетамаҡ — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Куйбышев тимер юлы Башҡортостан төбәге тимер юл станцияһы. 1934 йылда нефть табыу районына Дим — Ишембай тармағы төҙөлөү менән бәйле асылған. 1936 йылда тармаҡ Куйбышев тимер юлы ҡарамағына бирелә.
Стәрлетамаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ |
Хужаһы | Куйбышев тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1936[1] |
Киләһе туҡталыш | Косяковка[d] һәм 150 км[d] |
Тимер юл һыҙаты | Карламан — Мурапталово[d] |
Код станции | 652706 |
Стәрлетамаҡ Викимилектә |
Пассажирҙарға тимер юл транспорты менән файҙаланыу уңайлы булһын өсөн Стәрлетамаҡ вокзалында ҡоролмалар комплексы һәм йыһаздар булдырылған, улар иҫәбенә инәләр:
Вокзал бинаһы ике ҡатлы бинанан ғибәрәт, унда вестибюль, көтөү залы, балалар менән пассажирҙар өсөн көтөү залы, оҙайлы ял бүлмәһе, бөҙрәхана, турагентство, станция начальнигының ярҙамсы биналары урынлашҡан.
Беренсе ҡатында вестибюлдә ике билет кассаһы, вокзал начальнигының дежур ярҙамсыһы кабинеты, белешмәләр бюроһы тәҙрәһе, йөк һәм багажды тапшырыу һәм биреү өсөн бүлмә урынлашҡан. Залда пассажирҙар һәм ҡала яны поездарының расписаниеһы, тимер юл буйлап пассажирҙар һәм багаж ташыу ҡағиҙәләренән күсермә бар.
Вокзалдың беренсе ҡатындағы пассажирҙар көтөү залында ултырыу урындары менән дивандар, балалар мөйөшө урынлашҡан.
Ҡул йөгөн һаҡлау өсөн автоматик һаҡлау камералары, онотолған һәм табылған әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн подвалда махсус бүлмә бар.
Вокзалдың икенсе ҡатында пассажирҙар өсөн оҙайлы ял бүлмәһе (һигеҙ урынлыҡ өс бүлмә), туалет бүлмәһе, пассажирҙарҙы теркәү бүлмәһе һәм вокзал начальнигы кабинеты урынлашҡан.
Беренсе юлдағы перрон оҙонлоғо 400 м, киңлеге 3-тән 7 метрға тиклем, дөйөм майҙаны 2200 м².
Рәсәй тимер юлы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең хәрәкәте сикләнгән халыҡ төркөмөн хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу өсөн программалары сиктәрендә, Стәрлетамаҡ станцияһы вокзалында вокзалға еңел инеү һәм пассажирҙар платформаһына күтәрелеү өсөн пандустар ҡуйылған. Шулай уҡ 2-се билет кассаһы файҙаланыу уңайлы булһын өсөн түбән тәҙрә һәм һаңғырау-телһеҙҙәр өсөн индукциялы элмәк менән йыһазландырылған.
Поезд | Тимер юл бәйләнеше | Йөрөү көндәре |
---|---|---|
- | Кумертау — Учалы | 2007 йылда юҡҡа сығарыла. |
- | Учалы — Күмертау | 2007 йылда юҡҡа сығарыла. |
- | Өфө — Ырымбур | 2010 йылда юҡҡа сығарыла. |
- | Ырымбур — Өфө | 2010 йылда юҡҡа сығарыла. |
- | Кумертау — Мәскәү | 24.05.2012 юҡҡа сығарыла. |
- | Мәскәү — Кумертау | 24.05.2012 юҡҡа сығарыла. |
- | Кумертау — Санкт-Петербург | 10.2011 юҡҡа сығарыла. |
- | Кумертау-Нижневартовск | 24.05.2012 юҡҡа сығарыла. |
- | Кумертау — Яңы Уренгой | 24.05.2012 юҡҡа сығарыла. |
381Э | Өфө — Ташкент | КС, ШБ |
381Ь | Ташкент — Өфө |
КС, ШБ |
610Й | Ульяновск — Ташкент | 2016 йылда юҡҡа сығарыла. |
381Ь | Ташкент — Ульяновск | 2016 йылда юҡҡа сығарыла. |
Поезд | Тимер юл бәйләнеше | Йөрөү көндәре | Туҡталыш |
---|---|---|---|
- | Салауат-Стәрлетамаҡ | Юҡҡа сығарылған | - |
- | Стәрлетамаҡ-Салауат | Юҡҡа сығарылған | - |
- | Салауат-Стәрлетамаҡ | Юҡҡа сығарылған | - |
- | Стәрлетамаҡ-Салауат | Юҡҡа сығарылған | - |
6243/6245/6246 | Кумертау — Өфө | 01.09.2014 юҡҡа сығарылған . | |
6241/6242/6244 | Өфө— Кумертау | 01.09.2014 юҡҡа сығарылған. | |
6821 | Кумертау — Стәрлетамаҡ | Көн һайын |
Һәр ерҙә, 161 км, 155 км-ҙан башҡа |
6824 | Стәрлетамаҡ — Күмертау | Көн һайын | Һәр ерҙә |
6801/6802 | Стәрлетамаҡ — Өфө | Көн һайын | Һәр ерҙә, 121 км, 115 км-ҙан башҡа |
6803/6804 | Өфө — Стәрлетамаҡ | Көн һайын | Һәр ерҙә, 115 км, 121 км-ҙан башҡа |
6813 | Стәрлетамаҡ — Ҡарламан | Көн һайын | Һәр ерҙә, 121 км, 115 км-ҙан башҡа |
6814 | Ҡарламан — Стәрлетамаҡ | Көн һайын | Һәр ерҙә, 115 км, 121 км-ҙан башҡа |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.