26 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 57-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 308 көн ҡала (кәбисә йылында 309).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Милли
- Һөнәри
- Ер: Тәҙрә йыуыусылар көнө.
- 1658 йыл: Швеция һәм Дания араһында Роскилле солох килешеүе төҙөлә.
- 1706: Ихтилал барышында бөтә башҡорт йыйынында батша Пётр I мөрәжәғәтнамә төҙөлә, уны Мәскәүгә алып барыу өсөн Дөмәй Ишкәев етәкселегендә 8 кешенән торған илселәр делегацияһы һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Латыпова Земфира Үзбәк ҡыҙы (1955—24.11.2021), хоҡуҡ белгесе, беренсе класлы судья. 1988 йылдан Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы, 2009 йылдан — Юғары суд рәйесе урынбаҫары, 2018 йылдан — Юғары суд рәйесе вазифаһын башҡарыусы, 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе. Судьяларҙың 9-сы Бөтә Рәсәй съезы делегаты (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ярмунса ауылынан.
- Туҡаев Рәмил Ғилаж улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 1985 йылдан Көйөргәҙе районы Киров исемендәге колхоз һәм ауыл хужалығы етештереү кооперативы агрономы һәм баш агрономы, 2014—2018 йылдарҙа — кооператив рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 2003). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Мораптал ауылынан.
- Ғарипов Тимур Мөхәммәт улы (1975), театр һәм кино актёры, шағир һәм йырсы. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2003) һәм «Башҡортостан Республикаһының йәш йондоҙо» («Молодая звезда РБ») премияһы лауреаты (Өфө, 2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (1926—6.10.1996), партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлебаш район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Вәлиев Шамил Зөфәр улы (1951), ғалим-иҡтисадсы. 1987 йылдан Мәскәү технология институтының Өфө филиалы һәм Өфө дәүләт сервис институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1995 йылдан — инженер графикаһы кафедраһы мөдире; 2003 йылдан — беренсе проректор, 2008 йылдан — мәғариф сәйәсәте буйынса проректор, 2013 йылдан — стратегик үҫеш идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан төбәк иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Йомағолов Илшат Хәлил улы (1932—3.11.2007), актёр, драматург, педагог. 1952—1971 һәм 1976—1989 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1971—1976 йылдарҙа Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры, 1991—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы хәҙерге Театр берләшмәһенең Башҡорт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1962—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 1982—1990 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1953 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1989 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы.
- Ғәзизова Зәйтүнә Сабир ҡыҙы (1937), сәнғәт өлкәһе ветераны, опера йырсыһы. 1968—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1982 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
- Көмөшбаев Булат Ишмөхәмәт улы (1942—1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, агроном. 1989—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Өмөтбай ауылынан.
- Мирғәзәмов Марат Парис улы (1942), хеҙмәт ветераны, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1986—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе, 1992—1998 йылдарҙа Өфө эластик материалдар һәм конструкциялар заводының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017).
- Гәрәева Нәжиә Мөхәмәт ҡыҙы (1952), сәнғәт өлкәһе ветераны, опера йырсыһы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының элекке солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Йырсы Радик Гәрәевтың ҡатыны.
- Ғимранов Вәлийән Вәлиулла улы (1952), юғары мәктәп ветераны, ғалим-ветеринар врач. 1975 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан ветеринария факультеты деканы, 2012 йылдан — морфология, патология, фармация һәм йоғошһоҙ ауырыуҙар кафедраһы мөдире. Ветеринария фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Пилюгино ауылынан.
- Ситдиҡова Рауза Насирйән ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1976 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы мәктәптәренең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). Сығышы менән Пермь ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1855: Николай Насонов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-зоологы, академик.
- 1862: Фанни Брате, Швеция рәссамы.
- 1910: Сергей Горшков, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, флот адмиралы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1920: Михаил Меерович, СССР композиторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981).
- 1940: Вячеслав Глазычев, СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәнҡитсе, тәржемәсе һәм публицист. Профессор.
- 1954: Рәжәп Эрдоған, Төркиәнең 12-се президенты (2014 йылдан).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға