From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Мораптал (рус. Старомурапталово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 380 кеше[3]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835007.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 380 | 181 | 199 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Мораптал ауылында Ҡыпсаҡ улусының Сөгөн түбәһе вәкилдәре йәшәгән. халҡы — Бөрйән улусынан күсеүселәр. XVIII быуаттың аҙағында ауылда барыһы 11 йорт була, унда 42 ир-егет, 33 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4]. 1816 йылда ауылға дүрт ҡаҙаҡ беркетелә -Йосоп Майҙанов, Көҙәнбай Баймырҙин, Дүзәй Ҡуралин, Баранбай Лаписов. 1834 һәм 1850 йылдар араһында ошо ауыл халҡының бер өлөшө бүленеп сыға һәс Яңы Мораптал ауылына нигеҙ һала. X ревизияла элекке ауылда 49 йорт күрһәтелә, унда барыһы 294 кеше йәшәй, ә икенсеһендә — 82 йорт һәм 458 кеше. 1816 һәм 1834 йылдарҙағы ревизиялар араһында ауылға татарҙар индерелә, улар төп халыҡ менән бергә яңы ауылға күсенә. Яңы ауылға шулай уҡ Әүестән, Аллабирҙе, Айсыуаҡ ауылдарынан да күсенәләр[4].
1920 йылда Иҫке Морапталда 78 йорт иҫәпкә алына, унда 341 кеше йәшәй, Яңы Морапталда — 267 йорт һәм 1285 кеше.
Ауылдың исеме ауылға нигеҙ һалыусы Мораптал Иҫәнғоловтың исеменә бәйле, ул 1751 йылда заводчиктар Твердышевҡа һәм Мясниковҡа Лик, Һаҡмар, Ағиҙел һәм уларға һыуҙарын ҡойған Ҡарғалы, Ҡарамалы, Һалмыш, Юшатыр, көйөргәҙе, Ыҡ һәм башҡа йылғалар буйындағы ете улус ерен һатыу менән билдәлелек алған[4].
Морапталовтар күрше ауылдарҙа ла йәшәгән. Кантонлыҡ системаһы осоронда ауыл 29-се йортҡа ингән. XIX быуаттың 60-сы йылдарында ике ауыл Мораптал ауыл йәмғиәтен тәшкил иткән. 1919—1935 йылдарҙа ике ауыл да Мораптал улусына ингән, үҙәге — Яңы Мораптал.
1842 йылда төп ауылда (Иҫке Мрапталда) 169 кешенең һәр береһенә сәселгән6 бот ярауай иген тура килгән. 1920 йылда бында тирмән була. Яңы ауылда Вәлит Хәлилов — 124, Абдулла Ниғмәтуллин 102 бот иген сәскән[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.