From Wikipedia, the free encyclopedia
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан элекке университет. Мәскәү технология институтының (хәҙер РГУТиС) Өфө филиалы булараҡ 1971 йылда ойошторолған. Башҡортостанда халыҡты сервис һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү буйынса белгестәр әҙерләгән беренсе юғары уҡыу йорто. 2015 йылдың 21 декабренән Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (ӨДИСУ) | |
Элекке исеме |
|
---|---|
Асылған йылы | |
Үҙгәртеп ҡоролған |
ӨДНТУ составына индерелгән |
Үҙгәртеп ҡоролған йылы | |
Тип |
Дәүләт |
Ректор |
Солодилова Наталья Зиновьевна |
Урынлашыуы |
РБ, Өфө, филиалдары Салауат, Бөрө, Октябрьскийҡалаларында |
Юридик адресы |
Өфө, Чернышевский урамы, 145 йорт |
Сайт |
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты 1971 йылда РСФСР Министрҙар Советы һәм Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығының бойороғона ярашлы Мәскәү технология институтының Өфө филиалы асыла. Ул республикаға көнкүреш хеҙмәтләндереүе буйынса белгестәр әҙерләү өсөн ойошторола.
Институт дүрт ҡатлы бинала Баҡалы тыҡрығында (хәҙер Акназаров урамы) урынлаша. Рәсәй Федерацияһы Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығының бойороғона ярашлы беренсе директоры итеп Рябуха Григорий Федорович тәғәйенләнә. Филиалда барыһы 15 уҡытыусы ғына эшләй, шул иҫәптән 5 доцент. Уҡытыу өс һөнәр буйынса алып барыла: «Тегеү изделиелары технологияһы», «Туҡыма, еңел сәнәғәт һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү машиналары һәм аппараттары», «Иҡтисад һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеларын ойоштороу». Тәүге йыл институтҡа 150 кеше ҡабул ителә.
1975 йылда директор итеп быға тиклем Өфө авиация институтында эшләгән фәлсәфи фәндәре кандидаты Фенин Лев Николаевич тәғәйенләнә. Ул эшләгән йылдарҙа уҡытыу кимәле үҫә һәм байтаҡҡа уҡытыусылар һаны арта. 1979 йылда директор булып техник фәндәре кандидаты Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы эшләй башлай. 1980—1989 йылдарҙа яңы уҡыу-лаборатория корпусы төҙөлә. 1990 йылдың мәғлүмәттәре буйынса, филиалда 120 уҡытыусы эшләй, шул иҫәптән 2 фән докторы һәм 68 фән кандидаты. 1990 йылда директор итеп ошо уҡ Өфө авиация институтын тамамлаған Дегтярев Александр Николаевич ҡуйыла.
Мәскәү технология институтының Өфө филиалы 1994 йылда Өфө технология сервис институты итеп үҙгәртелә (УТИС), институт Көнкүреш һәм хеҙмәттәр сфераһы дәүләт академияһы составына (1999 йылдан алып — Мәскәү дәүләт сервис университеты, МДУС) инә. Яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә: "Менеджмент социаль сферала ", «Социаль-мәҙәни сервис һәм туризм», «Финанстар һәм банк эше», «Кейем художестволы проектлау», «Дизайн», «Йәмәғәтселек менән бәйләнеш», «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү», «Донъя иҡтисады». Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында УГИС-тың вәкиллектәре һәм консультация пункттары ойошторола.
1993 йылдан уҡытыу-эшлекле үҙәк эшләй. 1997 йылда был үҙәк кадрҙар әҙерләү, белемен һәм квалификацияһын күтәреү факультеты итеп үҙгәртелә (хәҙер икенсе юғары белем факультеты). 2000 году Бизнес-үҙәк ойошторола, эшҡыуарҙар, етәкселәр һәм көнкүреш сфераһы белгестәре өсөн семинарҙар һәм квалификацияны күтәреү курстары үткәрелә башлай.
2002 йылдың 12 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы УТИС Өфө дәүләт сервис институты (УДИС) тип үҙгәртелә һәм үҙаллы юғары уҡыу йорто статусын ала. 2006 йылдың 6 февралендә Мөғариф буйынса Федераль агентлығы бойороғо буйынса УДИС (УГИС) «Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы» дәүләт белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелә. 2015 йылдың 21 декабрендә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән УГНТУ-ның структур подразделениеһы итеп үҙгәртелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.