26 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 330-сы көнө (кәбисә йылында 331-се). Йыл тамамланыуға 35 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ковшова Наталья Венедиктовна (1920—14.08.1942), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, уҡсылар полкы снайперы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Йосопов Ҡасим Нәзиф улы (1935), ғалим-иҡтисадсы. 1968—1989 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшереүҙәр бүлеге ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылға тиклем милли иҡтисад кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1991), Рәсәйҙең (2006), Башҡорт АССР-ының (1985) һәм Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Ғ. Рамаҙанов (2005), М. И. Тоҡомбәтов (2006) исемендәге премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Донцов Сергей Иванович (1950), ветеран спортсы. Күмертау педагогия колледжының дзюдо буйынса уҡытыусы-тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Исламов Яхия Айса улы (1950), хеҙмәт ветераны. 1971—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы «Сельхозтехника» берекмәһе, 1977—2010 йылдарҙа ошо райондың «Комсомолец» колхозы, 2007-2011 йылдарҙа Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе водителе. СССР профсоюздарының XVII съезы делегаты (1982). Социалистик ярыш еңеүсеһе (1981), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981), Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2011). Сығышы менән ошо райондың Бурансы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ихсанов Зәйнулла Әмин улы (1906—25.12.1997), ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1932—1934, 1939—1941 һәм 1963—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1963 йылдан уҡыу эштәре буйынса проректор, 1965 йылдан — ректор, бер үк ваҡытта 1968 йылдан нормаль физиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Октябрь Революцияһы (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1979) ордендары кавалеры.
- Яков Ухсай (1911—7.07.1986), шағир, яҙыусы, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сыуаш АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сыуаш АССР-ының халыҡ шағиры (1950) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945). РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт (1972) һәм Сыуаш АССР-ының К. Иванов исемендәге дәүләт (1971) премиялары лауреаты. Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1971), 1-се (1943) һәм 2-се дәрәжә (1944) Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), «Почёт Билдәһе» (1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Раянов Валерий Ғәлим улы (1949), педагог. 1975—2016 йылдарҙа Шарандағы 1-се мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Шаран районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Тәләк ауылынан.
- Хәйруллина Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы (1949), ғалим-иммунолог. 1974 йылдан Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан – өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм иммунология лабораторияһы мөдире, 1992 йылдан — Өфөнөң 8-се дауаханаһында иммунология һәм клиник иммунология лабораторияһы мөдире. 1995 йылдан — Республика балалар клиник дауаханаһының клиник иммунология бүлеге менән иммунология лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Республика балалар иммуноаллергология үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Александров Игорь Васильевич (1954), ғалим-физик. 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан 2-се авиация технологияһы факультеты, 1987—1995 йылдарҙа — дөйөм фәндәр кафедралары факультеты деканы, 2004 йылдан — физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
- Ҡасимов Эльвир Әбүбәкер улы (1979), спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000), донъя чемпионы (2000), Рәсәй кубоктарын (2002—2003) яулаусы. Бокс буйынса Рәсәй чемпионатының (2000) бронза призёры, студенттар араһында Рәсәй чемпионы (1999—2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға