Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дзюдо́ (яп. 柔道; һүҙмә-һүҙ — «Йомшаҡ юл»; Рәсәйҙә шулай уҡ «Һығылмалы юл» атамаһы йыш ҡулланыла) — япон яугирлыҡ сәнғәте, философия һәм ҡоралһыҙ спорт көрәше. XIX быуат аҙағында дзюдзюцу нигеҙендә япон яугирлыҡ сәнғәте оҫтаһы Дзигоро Кано (яп.嘉納 治五郎, 1860—1938) уйлап тапҡан. Ул шулай уҡ ҡағиҙәләр, күнекмәләр тәртибен һәм ярыштар ойоштороуҙы тасуирлаған.
Дзюдо | |
柔道 | |
Дзюдо һүҙе иероглифтар менән яҙылған | |
Һуғыш сәнғәте: |
Дзюдо |
---|---|
Нигеҙләнгән дата: |
1882 |
Ил: | |
Нигеҙләүсе: |
Дзигоро Кано |
Алдан килеүсе һуғыш сәнғәте: |
Джиу-джитсуның төрлө мәктәптәре, тәү сиратта Тэндзин Синъё-рю һәм Кито-рю |
Барлыҡҡа килгән һуғыш сәнғәте: |
Бразилия джиу-джитсуһы, Каваиси Рю дзюдзюцу, Косэн дзюдо, самбо |
Билдәле дауам итеүселәр: |
Томита Цунэдзиро, |
Дзюдоның барлыҡҡа килгән ваҡыты тип 1882 йылда Кано нигеҙләгән Кодокан (яп. 講道館, «Юлды өйрәнеү институты») мәктәбе асылған ваҡыт тип һанайҙар. Японияла ҡабул ителгән классификациялау буйынса, дзюдо заманса яугирлыҡ сәнғәте төрөнә ҡарай (гэндай будо, ғәҙәти сәнғәт төрҙәренә ҡаршы — корю будзюцу)[1].
Бокс, карате һәм башҡа көрәш төрҙәренән айырмалы рәүештә, дзюдо партнерға ҡаршы ташлау, ауырттырыу, тотоп тороу һәм быуыу кеүек алымдарға нигеҙләнгән. Башҡа көрәштәрҙән (грек-рим көрәше, ирекле көрәш) физик көстө әҙерәк ҡулланыу һәм рөхсәт ителгән үҙенсәлекле техник хәрәкәттәр төрлөлөгө менән айырыла.
Дзюдола фәлсәфәүи яҡ та оло әһәмиәткә эйә, һәм ул өс төп принципҡа нигеҙләнгән: юғарыраҡ уңышҡа өлгәшеү үҙ-ара ярҙам һәм бер-береңде аңлау; тән һәм йәнде иң яҡшы файҙаланыу; еңер өсөн бирешеү. Дзюдо менән шөғөлләнеүсе алдында физик тәрбиә, ҡул көрәшенә әҙер булыу, аңды яҡшыртыу маҡсаттары тора. Бының өсөн тәртипле, ныҡышмал, әҙәпле, уңышҡа ирешер өсөн тырыш булыр кәрәк[2].
Дзюдоға нигеҙләнеп, самбо, Бразилия джиу-джитсуһы, Каваиси Рю дзюдзюцу, Косэн дзюдо кеүек яңғыҙ көрәш төрҙәре үҫешә[3].
Дзюдо 1880-се йылдарҙа, Мэйдзи реставрацияһынан һуң, һуғыш сәнғәте өсөн ауыр мәлдә үҫешә[4]. Ул ваҡытта Япония башлыҡтары араһында көнбайыш мәҙәниәтен үҙләштереү сәйәсәте өҫтөн була, ғәҙәти көрәш төрҙәре ҡыйынлыҡ кисерә. Өлкән уҡытыусылар дәрестәрен туҡтата, ҡайһылары ярлылыҡта үлә[5].
Дзюдоның иртә тарихы уны барлыҡҡа килтереүсе Дзигоро Кано тормошонан айырылғыһыҙ[6]. Дзигоро Кано бала сағынан дзюдзюцу менән ҡыҙыҡһына, йәш сағында дзюдзюцу төрҙәрен Тэндзин Синъё-рю һәм Кито-рю мәктәптәрендә өйрәнә. Уларҙың нигеҙендә Кодокан дзюдо тип аталған яңы көрәш системаһын уйлап сығара.
Ул ваҡытта дзюдо атамаһын дзюдзюцу (джиу-джитсу) синонимы итеп йөрөткәндәр[7], Дзигоро Кано уны яңы эстәлек менән тулыландыра, йәғни нигеҙ итеп техника (дзюцу) түгел, ә «юл» (до) алына[2]. Был исем менән Кано дзюдоның, дзюдзюцунан айырмалы, кешелекле йүнәлешле икәнен күрһәтергә теләй[2].
Тәүге дзюдо залының майҙаны 22 м² булған[4], әммә Дзигоро Каноның юғары ойоштороу һәләте арҡаһында дзюдо бик тиҙ киң билдәлелек яулай. Быға будоны тергеҙеү[5] һәм дзюдзюцу мәктәптәре менән ярыштар үткәреү булышлыҡ итә[8]. Ул ярыштарҙа ҡатнашыусылар араһында «дзюдо генийы» исеме менән билдәле Сайго Сиро ла була[8].
1887 йылға Кано Кодокан дзюдо стиленең техник базаһын төҙөй, ә 1900 йылда ярыштарҙа судьялыҡ ҡағиҙәләре барлыҡҡа килә[9].
1888 йылдың сентябренән Ясиро Рокуро ярҙамы менән дзюдоны Хәрби-диңгеҙ училищеһы курсанттары өйрәнә башлай[10].
1907 йылда урта мәктәптәр программаһына дзюдоны индереү йәмәғәт иғтибарын йәлеп итә[11].
1909 йылда Дзигоро Кано, иң абруйлы япон спорт ойошмаһы етәксеһе булараҡ, Халыҡ-ара Олимпия комитеты ағзаһы итеп һайлана[10]. 1911 йылдаКано Япон спорт берләшмәһен ойоштора һәм уның президенты була[9]. 1926 йылда Кодоканда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дзюдо секцияһы асыла.
Дзигоро Кано үлеменән тиклем (1938 йыл) дзюдоны Японияла һәм донъяла таратыуға күп көс һала[10]. Дзигоро Каноға бер ниндәй ҙә дан (оҫталыҡ дәрәжәһе) бирелмәй, сөнки дзюдоға нигеҙ һалғас, үҙе башҡаларға дан тапшыра[12].
Икенсе донъя һуғышы һәм Японияның капитуляцияһы артынан килгән һуғыш сәнғәтен тыйыу дзюдо үҫешенә ҡамасаулай. 1948 йылда, тыйыу кире алынғас, дзюдо дәрестәре мәктәп программаһына кире индерелә.
1887 йылда Кодоканда беренсе сит ил уҡыусылары — бер туған Истлэйк дзюдо менән даими шөғөлләнә башлай[10]. XX быуат башында дзюдо клубтары АҠШ, Франция, Бөйөк Британияла асыла[10]. 1903 йылда япон дзюдосыһы Ёсиаки Ямасита АҠШ президенты Теодор Рузвельт өсөн дзюдо алымдарын күрһәтә һәм ике йыл дауамында АҠШ Хәрби-диңгеҙ академияһында дзюдо уҡыта.
1904 йылда Кано АҠШ-ҡа дзюдоны үҫтерер өсөн уҡыусылары Цунэдзиро Томиту һәм Мицуё Маэдуны ебәрә. Улар күрһәтмә сығыштарын Вест-Пойнтта һәм Аҡ йортта күрһәтә. Мицуё Маэда артабан бер үҙе Америка буйла турне менән сығып китә, юл буйы төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, һуңынан Бразилияла төпләнә һәм Бразилия джиу-джитсуһы мәктәбен аса[10].
1910 йылдан Лондонда Гундзи Коидзуми йәшәй, ул 1918 йылдың 26 ғинуарында «Будоквай» (Budokwai) һуғыш сәнғәтен өйрәнеүсе ойошманы нигеҙләй[13].
1929 йылда Рабиндранат Тагор һорауы буйынса Кано уҡыусыларын Һиндостанға Бомбей университетына ебәрә[10].
1951 йылда Халыҡ-ара дзюдо федерацияһы төҙөлә (IJF).
1956 йылда Токиола дзюдо буйынса беренсе донъя чемпионаты үтә. Ауырлыҡ буйынса бүленеү булмай. Чемпионатта 21 ил вәкиле ҡатнаша[14].
Йәйге Олимпия уйындары программаһына ирҙәр араһындағы дзюдо ярыштары тәүге тапҡыр Токиола индерелә (1964 йыл).
1980 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге донъя чемпионаты үҙғарыла.
1988 йылда дзюдо тәүге тапҡыр Сеулда Паралимпия уйындары программаһына индерелә.
1988 йылғы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар күрһәтмә сығышы үтә, ә 4 йылдан һуң Барселоналағы 1992 йылғы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы дзюдо рәсми программаға инә.
2004 йылда ҡатын-ҡыҙҙар ярыштары Афиналағы йәйге Паралимпия уйындарында рәсми таныла һәм уҙғарыла.
1914 йылға тиклем Рәсәйҙә билдәһеҙ була, 1902 йылдан ҡайһы бер хәрәкәттәр Америка офицеры Ганкок китабы буйынса Петербург полиция мәктәбендә өйрәнелә[9].
Рәсәй һәм СССР-ҙа дзюдоны Василий Сергеевич Ощепков тарата. Ул бала сағын Японияла үткәрә һәм Кодоканда данды алыусы тәүге европалылар араһында була. 1917 йылда уға икенсе дан бирелә.
1930-сы йылдарҙа В. С. Ощепков дзюдоны СССР-ҙа таратыуҙы Алыҫ Көнсығыштан башлай (1914, 1917—1925), унан Новосибирскта (1928) һәм Мәскәүҙә дауам итә (1930 йылдан)[9].
Ощепковты ҡулға алыу һәм үлеменән һуң, 1937 уҡыусылары дзюдо нигеҙендә яңы көрәш төрө — самбоны уйлап табалар. 1938 дзюдо атамаһы рәсми документтарҙан юғала. Рәсәй ҡул һуғышы тарихсыһы М. Н. Лукашев фекеренсә, быны ҡайһы бер спортсылар был спорт төрөнөң Ощепков менән бәйле түгеллеген күрһәтер өсөн эшләй[15].
Рәсәй дзюдо федерацияһы Европа дзюдо берекмәһе ағзаһы булып тора, ул, үҙ сиратында, дзюдо федерацияһы бүлексәһенә(недоступная ссылка) инә.
2010 йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Халыҡ-ара дзюдо федерацияһына 198 милли дзюдо федерацияһы инә[16]. Дзюдо менән донъяла яҡынса 28 миллион кеше шөғөлләнә, уларҙың 8 миллионы — Японияла[14] һәм 200 мең тирәһе — Рәсәйҙә[17]. Халыҡ-ара һәүәҫкәрҙәр көрәш федерацияһы (инг.) (FILA) хәбәренсә, дзюдо, грек-рим көрәш, ирекле көрәш һәм самбо менән бер рәттән, донъяла иң билдәле дүрт спорт төрө араһына инә[18].
Дзюдоның Кодокан стиленә өс техник бүлек инә: ката (япон. 形 ката , һүҙмә-һүҙ «форма», парлы башҡарылған формаль күнекмәләр йыйылмаһы), рандори (япон. 乱取りрандори , һүҙмә-һүҙ «ирекле алымдар», техник алымдарға өйрәтер өсөн, алдан билдәле ҡағиҙәләр буйынса көрәшеү), сиай (япон. 試合сиаи , «ярыштар»).
Шулай уҡ дзюдоны уҡытыу программаһына кихон (япон. 基本кихон , «нигеҙҙәр», база стойкаларына (сисэй), урын алмаштырырға (синтай һәм тайсабаки), үҙеңде страховкалау (укэми), шулай уҡ кумиката — алымға яуап биреү ысулдары) һәм каппо — реанимация техникаһы.
Дәрестәр татами өҫтөндә үтә, дзюдосылар ялан аяҡ шөғөлләнә. Күнегеүҙәр өсөн күнекмә костюмын (кэйо) — дзюдоги кейәләр. Дзюдоги куртка, ыштан һәм билбауҙан тора. Ғәҙәти дзюдоги аҡ төҫтә, әммә халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыусылар аҡ һәм зәңгәр төҫлө дзюдоги кейә[19].
Дзюдосы квалификацияһына ҡарап, уға уҡыусы (кю) йәки оҫта (дан) дәрәжәһе бирелә. Бөтәһе Кодокан дзюдоһында 6 кю бар, иң бәләкәйе — 6-сы кю. Иң өлкәне — 1-се кю. Хәҙерге ваҡытта дзюдола 10 дан бар: кесеһе — 1-се дан, иң өлкәне — 10-сы дан. Әммә Дзигоро Кано васыяты буйынса, теоретик яҡтан 11-се һәм 12-се данды алып була.
Һәр дәрәжә билбауының үҙ төҫө бар. Төҫтәр ил һәм дзюдо федерацияһына ҡарап, үҙгәрә ала[20][21][22][23].
Юғары оҫталыҡ дәрәжәһе алған спортсылар ҡыҙыллы-аҡлы билбау (6—8-се дан) һәм ҡыҙыл (9-сы, 10-сы дан, дзюдо үҫеше өсөн бирелә)[24]. Юғары дан спортсылары күнекмәләр ваҡытында аҡ-ҡыҙыл йәки ҡыҙыл билбау урынына ҡара билбау таға.
Барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып, Дзигоро Кано дзюдоны һаулыҡты нығытыу өсөн спорт төрө итеп пропагандалаған.
Спорт дзюдоһы киң таралыш алды, милли, континенталь, донъя чемпионаттары үткәрелә, шулай уҡ кубок турнирҙары уҙғарыла («Ҙур шлем», «Донъя суперкубогы», «Европа клубтары кубогы» һәм башҡалар)[25]. Шулай уҡ үҫмерҙәр һәм ветерандар араһында ла чемпионаттар үтә.
Дзюдо — олимпия һәм паралимпия спорт төрө[26].
Спортсылар ҡатнашыу төрө буйынса ярыштар :
Ҡатнашыусылар ярыштан төшөп ҡалыу буйынса:
Көрәш техникаһын өс судья хөкөм итә (татамила бер арбитр һәм ике судья ситтән татами, ҙур ярыштарҙа видеоҡабатлау мөмкинлеген ҡулланып була).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.