Яугирлыҡ сәнғәте — көс һынашыу йәки һаҡланыу өсөн Көнсығыш Азияла булдырылған алыш алымдары. Уларҙың ҡайһылары бер-нисә төрҙө ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән. Миҫал өсөн, тхэквондо, каратэ, айкидо Окинавала, кэндзюцу и дзюдзюцу Японияла, текьен, субак Кореяла урындағы алыш төрҙәрен берләштереп яһалған. Бөгөн һуғыш сәнғәте аң үҫеше һәм физик яҡтан камиллашыу маҡсатында спорт күнекмәһе булараҡ ҡулланыла[1]. Яугирлыҡ сәнғәтенең төрлө йүнәлештәре, алымдары, боронғо һәм яңы төрҙәре бар. Шулай уҡ ул аңды үҫтереүсе эске (мәҫәлән, медитация) һәм тәнде сыныҡтырыусы тышҡы (макивара)[2] күнекмәләргә бүленә. Яугирлыҡ сәнғәте медицина фәненә лә өйрәтә. Миҫал өсөн, ҡытай һуғыш алымдары менән сыҡҡан быуындарҙы ултыртырға, цигун күнекмәләренә, акупрессура, энә ҡаҙау кеүек халыҡ медицинаһына өйрәнергә мөмкин. Яугирлыҡ сәнғәте шулай уҡ дингә бәйле булыуы ла ихтимал. Алымдарҙың ҡайһы берҙәрен Шаолинь монахтары уйлап тапҡан һәм халыҡ араһында таратҡан.
Яугирлыҡ сәнғәтенең төрҙәре бик күп. Уларҙы ике ҙур төркөмгә берләштерергә мөмкин: ҡорал ҡулланылған һәм ҡоралһыҙ.
Яугирлыҡ сәнғәте алымдары:
- Һуғыу
- Ҡул менән һуғыу — Вин-Чунь, самбо, бокс
- Аяҡтар менән тибеү — капоэйра, сават, тхэквондо, самбо, кикбоксинг
- Башҡа һөжүм алымдары (мәҫәлән, терһәк, тубыҡ, асыҡ ҡул менән) — тай боксы|муай-тай (тай боксы), карате, ушу, Нив, Ами|айки крав мага.
- Ҡушарлау
- Ташлау — дзюдо, джиу-джитсу, самбо
- Тоҙаҡ — айкидо, бразильса джиу-джитсу, хапкидо
- Арҡаға (ҡалаҡ һөйәктәргә) йығып һалыу — дзюдо, ирекле көрәш, самбо
- Ҡорал ҡулланыу
- Милли ҡорал — фехтование, арнис
- Заманса ҡорал — кэндо, ушу ҡоралы
Яугирлыҡ сәнғәтен төрлө критерий буйынса берләштерергә була:
- Йола буйынса: тарихи йола сәнғәте, милли көрәштең заманса алымдары йәки заманса ҡатнаш һуғыш сәнғәте.
- Төбәккә бәйле: көнсығыш алыш һәм көнбайыш һуғыш сәнғәте.
- Әҙерлек күнекмәләре буйынса: ҡорал менән (фехтование, һуғышыу таяғы һәм башҡалар) йәки ҡоралһыҙ;
- Тәғәйенләнеше буйынса: һаҡланыу өсөн, хәрби спорт, хореография йәки күрһәтеү өсөн, медитация.
- Ҡытай йолалары буйынса: «эске» һәм «тышҡы» стиль
Яугирлыҡ сәнғәтен, ғәҙәттә, Көнсығыш Азия мәҙәниәте менән бәйләйҙәр, әммә ул башҡа халыҡтарға, илдәргә лә хас.
Европала «тарихи европа яугирлыҡ сәнғәте» тип аталған алымдар киң таралған. Мәҫәлән, сават — француздарҙа аяҡтар ярҙамында һуғышыу. Ул — моряктар һәм урам һуғышсылары уйлап сығарған алым.
Америка индеецтары көрәшендә йола буйынса асыҡ ҡул алымы ҡулланыла. Гавайҙар борондан быуындар (терһәк, тубыҡ) менән һөжүм итеү сәнғәтен үҫтергән. Бразилияға Африканан килтерелгән ҡолдар уйлап сығарған Капоэйралағы атлетик хәрәкәттәр ҡатнаш һуғыш сәнғәтендә ҡулланыла.
Европа
- Грек-рим көрәше (классик көрәш, француз көрәше, грек-рим стилендәге спорт көрәше) — ҡапма-ҡаршы көрәшеүҙең европа төрө. Спортсы үҙенең техник алымдары менән икенсе спортсыны йығып, салҡан (ҡалаҡ һөйәгенә) һалырға тейеш. Грек-рим көрәшендә аяҡ салыу, тибеү, ҡыҫыу кеүек алымдар ҡулланыу тыйыла. Классик көрәш Боронғо Грецияла барлыҡҡа килә һәм Рим империяһында үҫешә, ә уның бөгөнгө төрө Францияла XIX быуаттың тәүге яртыһында барлыҡҡа килә. 1896 йылдан Олимпия уйындары программаһына, 1904 йылдан донъя һәм 1898 йылдан Европа чемпионаттарына индерелә. Халыҡ-ара көрәш федерацияһында 120 ил бар.
- Ирекле көрәш — ике спортсының айырым ҡағиҙәләр буйынса бер-береһен салҡан (ҡалаҡ һөйәгенә) һалырға тырышыуы. Бында аяҡ салыу, алып ташлау кеүек алымдар рөхсәт ителә.
- Бокс — спортсыларҙың махсус бирсәткә кейеп, йоҙроҡтары менән һуғышыуы. Алышты рефери күҙәтә, 3-12 раунд була. Әгәр спортсы һуғыуҙан ҡолап, ун секунд эсендә аяғына тороп өлгөрмәһә (нокаут), йәки имгәнеп, артабан һөжүм итә алмаһа (техник нокаут), еңелгән тип һанала. Әгәр раунд һаны буйынса һөжүм итеү туҡтамаһа, еңеүсене судьялар билдәләй.
- Бартицу — һаҡланыу өсөн Англияла 1898—1902 йылдарҙа булдырылған ҡатнаш яугирлыҡ сәнғәте. 1901 йылда уны яҙыусы Артур Конан Дойль «бартитсу» атамаһы менән « Шерлок Холмстың ҡайтыуы» әҫәрендә теркәй. Бартитсу егерменсе быуатта онотола, әммә 2002 йылдан йәһүдтәрҙең «крав-мага»һы менән ҡушылып, яңынан тергеҙелә башлай.
- Сават (франц. Savate;) — француз яугирлыҡ сәнғәте. Был спорт төрөндә һуғыу, тибеү иркен ҡулланыла. Классик сават мәлендә ҡулдар һаҡланыу ролен үтәй, һуғыу асыҡ устар менән башҡарыла. Заманса сават (француз боксы) йоҙроҡлап бокс бирсәткеһе менән төртөүҙе, аяҡ менән билдән түбән урындарға тибеүҙе ҡуллана. Сават алышында һуғышыусылар аяҡтарына ҡалын табанлы кейем кейә.[3]
- Фехтование (нем. fechten — «алышыу»[4]) — ҡул алышында һалҡын ҡорал менән һөжүм итеү һәм һаҡланыу. Бер нисә төрө бар: спорт, артистик, тарихи, паралимпия, сәхнә һәм хәрби фехтование.
- Немецса дзю-дзюцу — заманса һаҡланыу алымы. Ул 1969 йылда Германия Федератив Республикаһында Эске эштәр Министрлығы заказы буйынса барлыҡҡа килә.[5]. Джиу-джитсу, дзюдо, карате, айкидо менән шөғөлләнгән спортсылар уйлап тапҡан яңы һуғыш алымын полиция, таможня, юстиция министрлығы, бундесвер хеҙмәткәрҙәре ҡуллана башлай. Әлеге мәлдә Германияла немецса дзю-дзюцу менән 55 мең кеше шөғөлләнә.[6]. Германия ведомство көстәренең ҡоралһыҙ һаҡланыу мәжбүри махсус курсы ошо спорт төрөнә нигеҙләнгән.(нем. waffenlose Selbstverteidigung).
Рәсәйҙең һәм элекке СССР илдәренең яугирлыҡ сәнғәте
- Әрме ҡул һуғышы — һаҡланыу һәм һөжүм итеү ысулдарына өйрәтеү алымы. Донъя кимәлендәге һуғышыу төрҙәренең хәрби эшмәкәрлектә һыналған иң яҡшы алымдары йыйылмаһы. Аяҡ-ҡул, көрәш, шаҡарыу техникаһын ҡулланыу рөхсәт ителгән был төр бик киң таралған һәм бөгөн дә әүҙем үҫешә.[7].
- Ҡул һуғышы — яугирлыҡ сәнғәте төрө. Алышта ҡоралһыҙ йәки ҡорал ҡулланыу, яҡындан һөжүм итеү, терәп атыу рөхсәт ителә. Хәрби әҙерлек өсөн файҙаланыла.
- Самбо|Са́мбо — спорт алышы, СССР-ҙа булдырылған яугирлыҡ сәнғәте. Рәсми рәүештә 1938 йылдың 16 ноябренда теркәлгән. Самбо — иң йәш һәм киң таралған спорт төрө. Белгестәр фекеренсә, ул төрлө халыҡтарҙың көрәшеү ысулын алған. Самбола биш меңгә яҡын һаҡланыу һәм һөжүм итеү алымы бар.
- Самбо|Асака́-до — XX быуаттың 80-се йылдарында барлыҡҡа килгән һуғыш сәнғәте төрө. Ул совет һәм сит ил тәжрибәһенә нигеҙләнгән заманса автор мәктәбе һанала. Асака-до төрөндә һаҡланыу өсөн ҡул аҫтында булған таяҡ, билдек, ҡулъяулыҡ кеүек нәмәләрҙе ҡулланыу мөмкинлеге бар. Әҙерлек программаһына махсус акробатика, мәргәнлек, атлетика, хәрби-спорт йыйылмаһы, шулай уҡ яңғыҙ, парлап йәки төркөм менән, ҡоралһыҙ йәки ҡорал менән ҡаршы тороу күнекмәләре индерелгән. Авторы — «АСАКА» хәрби сәнғәт мәктәбен ойоштороусы Казачок Михаил Васильевич. Беларусь Республикаһы, Минск ҡалаһы.
- РОСС системаһы (Российская Отечественная Система Самозащиты) — ҡул һуғышы системаһы. Рус хәрби һуғышы төрөнә таянып 1995 йылда Ретюнских Александр Иванович булдырған. 1998 йылда Гранд-мастерҙар һуғыш сәнғәтенең Бөтә донъя Советы тарафынан айырым йүнәлеш булараҡ таныла һәм сертификация бирелә. «World Head of Family Sokeship Council».
- А. Половинкиндың эффектлы һуғышыу системаһы — һаҡланыу өсөн ҡатнаш система. Халыҡ-ара Рус ҡул һуғышы берләшмәһе Президенты Половин Александр Александрович тарафынан булдырылған. Ҡорал менән һөжүм итеүсенән һаҡланыу һәм ҡаршы тороу өсөн булдырылған һөҙөмтәле система.
- Иңгә-иң терәшеп — боронғо рус халыҡ уйыны. Иңгә иң терәшеп ҡапма-ҡаршы йоҙроҡлап һуғышыуҙа 16 йәштән алып 60 йәшкәсә ир-егеттәр ҡатнаша. Уларҙың һаны бер тиҫтәнән алып бер нисә йөҙ булыуы ихтимал. Ул, ғәҙәттә, Масленница байрамында ойошторолған.
- Славян-горица көрәше — спорт ярышы төрө һәм комплекслы һуғыш сәнғәте. Төп бурысы — төрлө шарттарҙа барлыҡ ҡағиҙәләрҙе ҡулланып бер нисә кешегә ҡаршы торорлоҡ универсал алышсы әҙерләү.
- Славянса һаҡланыу алымы (СлавСТС) — үҙенсәлекле һуғыу һәм һаҡланыу техникаһы булған һуғыш сәнғәте. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Романычев Александр Иванович нигеҙ һала. 2003 йылдан Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты янында СлавСТС мәктәбе булараҡ теркәлә. Бурысы — славян тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, төрлө шарттарҙа һаҡлана белеү.
- Кох көрәше (әрм. Կոխ) — Әрмән халыҡ көрәше. Маҡсаты — ҡаршы яҡты салҡан (ҡалаҡ һөйәгенә) һалыу. Билдектән, йә кейемдән эләктереү, алып ташлау, майҙандан этеп сығарыу рөхсәт ителә. Ваҡыт сикләнмәгән, ғәҙәттә, көрәш 5-10 минут дауам итә. Башта тән яҙыу өсөн, һуңынан еңеүсе тарафынан махсус бейеү башҡарыла. Иң боронғо милли көрәштәрҙең береһе.
- Гүлеш (әзерб. Güləş) — Әзербайжан халыҡ көрәше. Бәһлеүәндәр башта келәм уртаһында бер-береһен сәләмләй һәм бейеү аҙымдары менән ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлә. Унан келәмдә ҡулдарына таянып, уларҙы алмаш-тилмәш бөккөләй. Көрәш башында бер-береһенә яурындары менән 3 тапҡыр төртөп ала. Аяҡ салыу, аяҡтан тотоу кеүек алымдар рөхсәт ителә. Көрәш зурна, нагара кеүек милли музыка ҡоралдары көйөнә башҡарыла. Арҡаһына салҡан(ҡалаҡ һөйәктәренә) ҡолатылған көрәшсе еңелә.
- Көрәш (башҡ. көрәш, ҡырымтат. küreş, куреш, ҡаҙ. курес, ҡырғ. күрөш, татар. көрәш, kөrəş, үзб. kurash, cыу. кӗрешӳ) — төрки халыҡтарҙың милли спорт төрө, билбаулы көрәш. Башҡорттарҙа ул һабантуй һәм йыйындарҙың төп элементы һаналған. Борондан килгән йола буйынса көрәшселәр башта һәм аҙаҡтан бер-береһен ҡул бирешеп сәләмләй. Башҡорт милли көрәшенең ҡағиҙәләренә ярашлы көрәштәшен рөхсәт ителгән һәр төрлө алым менән келәмдән күтәреп алып салҡан (ҡалаҡ һөйәгенә) һалған көрәшсегә саф еңеү бирелә. Халыҡтарҙа булған үҙенсәлектәрҙән тыш, милли көрәш менән билбауҙа көрәштең айырмалыҡтары бар. Милли көрәштә аяҡ салыу һәм аҫтан тартып йығыу тыйылһа, икенсеһендә бындай сикләүҙәр юҡ.
- Ҡаҙаҡса көрәш —(каз — Қазақша күрес, Қазақ күресі) — ҡаҙаҡ халыҡ көрәше. Аяҡ салыу, эләктереү, янбаш аша ташлау рөхсәт ителә. Көрәшсенең тубығы келәмгә тейгән осраҡта иҫкәртеү яһала. Ҡаҙаҡ көрәше грузиндарҙың чидаоба һәм үзбәктәрҙең көрәшенә оҡшаш һәм уның алымдары самбо техникаһына индерелгән.
- Чидаоба (груз. ჭიდაობა — көрәш}}) — грузин көрәше. Чидаоба көрәше менән шөғөлләнеүселәр самбо, ирекле көрәш, дзюдо техникаһына тиҙ өйрәнә.
- Хридоли|Хридо́ли (груз. ხრიდოლი) — грузин һуғыш сәнғәте. Йола буйынса хәнйәр ҡулланып башҡарыла. XX быуат башына тиклем Грузияның һәр төбәгендә хридоли һуғыш сәнғәтенә өйрәтеү өсөн махсус урындар булған. Күнекмәләр ағастан яһалған ҡоралдар ярҙамында үткәрелгән. Грузиндарҙың ҡул һуғышы алымдары самбо спорт төрө техникаһында бар.
Боевые искусства // Энциклопедия «Кругосвет».
Тарас А. Е. «Французский бокс сават: история и техника.». — Мн.: Харвест, 2001 г.
[ Фехтование] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә