Вергиз Куриен[1] (ингл. Verghese Kurien; 26 ноябрь 1921 йыл, Кожикоде, Британ Һиндостаны — 9 сентябрь 2012 йыл, Надияд, Һиндостан) — Һиндостан социаль эшҡыуары, менеджеры һәм чиновнигы. Уның «миллиард-литрлыҡ идеяһы» өсөн — «Ташҡын операцияһы» (ингл. Operation Flood) — донъялағы иң ҙур ауыл хужалығын һәм һөт сәнәғәтен үҫтереү программаһы өсөн[2] Куриен «аҡ революцияһынаң атаһы» (ингл. Father of the White Revolution) һәм «Һиндостан һөтсөһө» (ингл. Milkman of India) булараҡ билдәле[3][4].

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Вергиз Куриен
Verghese Kurien
Thumb
Вергиз Куриен студенттар менән, 2009 йылдың 8 апреле
Тыуған көнө

26 ноябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Кожикоде, Керала, Һиндостан

Вафат булған көнө

9 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны

Надияд, Гуджарат, Һиндостан

Гражданлығы

Һиндостан Һиндостан

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар, менеджер һәм чиновник

Наградалары һәм премиялары
Падма Вибхушан
Падма Вибхушан
Падма Бхушан
Падма Бхушан
Падма Шри
Падма Шри
Сайт

http://www.drkurien.com/

 Вергиз Куриен Викимилектә
Ябырға

Уның тырышлығы менән Һиндостан донъялағы иң ҙур һөт етештереүсеһе булып китә (2010—2011 йылдарҙа донъяла һөт етештереү күләменең яҡынса 17 % әшкил итә)[5], утыҙ йыл эсендә һөт һәр бер кешегә ике тапҡыр арзаныраҡ булып китә[6].

Буйвол һөтөнән порошок етештерә башлап һөт сәнәғәтендә революция яһай[4][7][8].

Дингә ҡарашы буйынса — атеист[9].

Куриен 2012 йылдың 9 сентябрендә Надияд ҡалаһының дауаханаһында вафат була[10].

Ғаилә

Вергиз Куриендың ҡатыны Молли була, уларҙың ҡыҙы Нирмала һәм ейәне Сиддхартх[11]. Молли 2012 йылдың 14 декабрендә Мумбаи ҡалаһында вафат булған[12].

Бүләктәре һәм премиялары

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Исем ...
ЙылИсемБүләкләүсе ойошма
1999 Падма Вибхушан Һиндостан хөкүмәте
1993 Йыл шәхесе Халыҡ-ара һөт күргәҙмәһе (ингл. World Dairy Expo)
1991 Атаҡлы тамамлаусылар Мичиган штаты университеты
1989 Бөтә донъя аҙыҡ-түлек премияһы Бөтә донъя аҙыҡ-түлек премияһының фонды
1986 Вателер тынысылыҡ премияһы (ингл. Wateler Peace Prize) Карнеги фонды (ингл. Carnegie Foundation; Нидерланд)
1986 Krushi Ratna Һиндостан хөкүмәте
1966 Падма Бхушан Һиндостан хөкүмәте
1965 Падма Шри Һиндостан хөкүмәте
1963 Рамон Магсайсайи премияһы (ингл. Ramon Magsaysay Award) Рамон Магсайсайи премияһы фонды (ингл. Ramon Magsaysay Award Foundation)
Ябырға

Куриен шулай уҡ Һиндостандың һәм донъя университеттарының 15 почётлы дәрәжәләренә эйә[3].

Библиография

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.