20 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 51-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 314 көн ҡала (кәбисә йылында 315).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Бөтә донъя социаль ғәҙеллек көнө.
- Милли
- Һөнәри
- АҠШ: Студент-ирекмәндәр көнө.
- 395 йыл: Вифлеемда тәүге ҡатын-ҡыҙҙар монастырына нигеҙ һалына.
- 1705: Петр I ҡарары менән Рәсәй империяһында рекрут йөкләмәһе индерелә.
- 1744: Сенаттың «Башҡорттар тарафынан яңы суҡындырылған иноверецтарҙың ауылдарында мәсет төҙөмәү тураһында» указы сыға.
Башҡортостан менән шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы (1940), СССР һәм Рәсәй ғалим-химик-органик. 1965 йылдан хәҙерге «Каустик» йәмғиәте хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1974 йылдан сектор етәксеһе, 1988 йылдан — заводтың үҙәк лаборатория начальнигы, 1996 йылдан — ғилми техник үҙәк начальнигы урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стәрлетамаҡ филиалының бүлек мөдире, 2008 йылдан — Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976).
- Корнилаев Сергей Григорьевич (1955), спортсы, 1976—1987 йылдарҙа ирекле көрәш буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978). Олимпия уйындарының бронза призёры (1980), донъя чемпионы (1978—1979, 1981—1982). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1985).
- Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы (1955), уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. Сибай ҡалаһының «Атайсал» гәзите мөхәррире. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2014) һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге (2010) премиялар лауреаты.
- Баранова Ольга Васильевна (1960), мәғариф алдынғыһы. Күмертау ҡалаһының Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2013).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Комалова Нина Ивановна (1937—2014), сәнәғәт алдынғыһы. 1985—1993 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе лаборанты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Пышкин Иван Николаевич (1937—2017), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—2004 йылдарҙа «Башавтотранс» берекмәһенең Күмертау автотранспорт предприятиеһы электригы. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Ураҡсыев Марат Абдулла улы (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим—инженер-электромеханик. 1972 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1982 һәм 1985—1991 йылдарҙа мәғлүмәти үлсәү техникаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1983) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән Коканд ҡалаһынан.
- Арыҫланова Филүсә Тимерғәли ҡыҙы (1947), юғары мәктәп ветераны, йырсы, педагог. Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының элекке уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Асауҙыбаш ауылынан.
- Йосопов Вәкил Барый улы (1952), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, театр актёры, режиссёр. 1973—1998 һәм 2000—2004 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1998—2000 йылдарҙа Ырымбур татар драма театры режиссёры; 2004 йылдан «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры, 2005 йылдан — Сибай концерт-театр берләшмәһе директоры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Рамазанов Рәшит Ғәзнәүи улы (1952), фән ветераны, ғалим-инженер. 1977 йылдан «ТатНИПИнефть» институтының өлкән инженеры, кесе ғилми хеҙмәткәре, сектор, лаборатория мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары; 2004 йылдан нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү бүлеге мөдире. Техник фәндар кандидаты (1992). Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007), Уйлап сығарыу һәм рационализаторлыҡ отличнигы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Яңы Бейектау ауылынан.
- Урманчеев Саид Фёдорович (1952), фән һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-механик. 1992 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Р. Р. Мәүлитов исемендәге Механика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2000 йылдан — лаборатория мөдире, 2001 йылдан — фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, 2003 йылдан — директоры; бер үк ваҡытта 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2005), профессор (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Нәҙерғолова Хәҙисә Ғабдулла ҡыҙы (1957), педагогик хеҙмәт ветераны. 1998 йылдан Салауат ҡалаһындағы 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, 2008 йылдан Сәнғәт үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ҡотош ауылынан.
- Фокин Александр Юрьевич (1957), хеҙмәт ветераны. 1975—2013 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты, «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте аппаратсыһы, машинисы, ҡоролма начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2003). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Чернов Александр Владимирович (1957), музыкант, педагогик хеҙмәт ветераны. 1990 йылдан Өфө ҡалаһының 4-се балалар музыка мәктәбе директоры, фортепиано буйынса уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе (2017). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Хәйеров Азат Ҡасим улы (1928—?), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1954 йылдан Әбйәлил районы Будённый исемендәге, 1957 йылдан «Ленин юлы», 1960 йылдан Шайморатов исемендәге колхоздары рәйесе, 1962—1998 йылдарҙа 22-се партсъезд исемендәге колхоз хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957) кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1954). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Алтата ауылынан.
- Васильев Николай Семёнович (1933), педагог, йәмәғәтсе. Ауырғазы районы Ташлыкүл ауылының хәҙерге «Сеспель» сыуаш халыҡ фольклор ансамблен ойоштороусы һәм 1960 йылдан уның етәксеһе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Вәсфиев Фәрҙәт Фәсфи улы (1938), механизатор. Ҡариҙел районы «Урал» хужалығы тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Тигермән ауылынан.
- Нурҡаев Харис Хажиәхмәт улы (1938), ауыл хужалығы белгесе. 1965—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы «Большевик» колхозының баш зоотехнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Порошин Василий Ильич (1943), инженер-төҙөүсе. 1967 йылдан «Башнефть» берекмәһе Краснохолмский быраулау эштәре идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, 1986—2008 йылдарҙа идаралыҡ начальнигының производство буйынса урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы (1948—24.01.2022), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1988 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының икенсе секретары, артабан район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1991—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Краснокама районының почётлы гражданы (2019).
- Ғәйнетдинов Раяф Мөхәмәтнур улы (1953), бейеүсе, педагог. Республика халыҡ ижады үҙәге Күмертау ҡалаһы филиалының әйҙәүсе белгесе, «Рассвет» мәҙәниәт һарайының «Орленок» балалар бейеү коллективы балетмейстеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Килдеғошов Әхәт Дәүләт улы (1953), педагог. 1975—2013 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры. Башҡорт АССР-ының мәғариф отличнигы (1986). Сығышы менән ошо райондағы 46-сы ат заводының Комсомольский участкаһы ҡасабаһынан.
- Мырҙабаева Рәсимә Тимерйәр ҡыҙы (1953), ғалим-инфекционист. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Солтангәрәев Әмир Миһран улы (1958), юрист, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, журналист. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы (1997), Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (2017).
- Падин Андрей Викторович (1968), спортсы, тренер. 1996—1998 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, артабан ир-егеттәр йыйылма командаһының өлкән тренеры. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997) һәм атҡаҙанған тренеры (2003). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Гәрәйшин Ғәтүф Вәсби улы (1949), табип. 1986—2018 йылдарҙа Балтас районы Тушҡыр ауыл участка дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010), Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм почётлы доноры. Сығышы менән ошо райондың Штәнде ауылынан.
- Әфләтүнов Сәлихйән Ғинийәт улы (1949), театр актёры, режиссёр һәм педагог. 1974 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры һәм 1993 йылдан — режиссёры, бер үк ваҡытта «Сулпан» балалар театры режиссёры, Сибай мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан.
- Яманғолова Алһыу Мөҙәрис ҡыҙы 1949—17.10.2020), табип-терапевт. 1983 йылдан Баймаҡ районы Темәс ауыл участка дауаханаһының, 1996 йылдан — Темәс психоневрология интернатының баш табибы, 2003—2018 йылдарҙа Сибай ҡала дауаханаһы терапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Сибай ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1795: Василий Перовский, Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал-адъютант.
- 1895: Семён Саркисов, СССР ғалим-неврологы, нейрофизиолог, СССР Медицина фәндәре академияһы академигы.
- 1903: Лев Михайлович Доватор, СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби эшмәкәре, генерал-майор. Советтар Союзы Геройы (1941).
- 1905: Алексей Кузнецов, СССР-ҙың партия эшмәкәре.
- 1905: Тимофей Лебешев, СССР кинооператоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965).
- 1920: Евгений Драгунов, СССР-ҙың атыу ҡоралдары конструкторы.
- 1949: Василий Иванович Лебедев-Кумач, СССР шағиры, күп популяр йыр текстары авторы.
- 1977: Рәми Ғарипов, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға