From Wikipedia, the free encyclopedia
Асауҙыбаш (рус. Асавдыбаш) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 193 кеше[2]. Почта индексы — 452813, ОКАТО коды — 80259810001.
Ауыл | |
Асауҙыбаш рус. Асавдыбаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452813 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауылға 1865 йылда[4] Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе территорияһында нигеҙ һалынған. 1891 йылда мәсет төҙөлә[4] 1896 йылда Бөрө өйәҙе VII станы Ҡыҙылъяр улусында 50 йортта 306 кеше (156 ир-ат, 150 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән. Ауылда мәсет, икмәк магазины һәм сауҙа магазины булған.[5]
1906 йылда 349 кеше йәшәгән, мәсет, 2 аҙыҡ-түлек магазины, икмәк магазины булған.[5] 1920 йылда рәсми мәғлүмәттәр буйынса, шул уҡ ауылда 77 йорт хужалығында 400 кеше (188 ир-ат, 212 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә[6], ауыл хужалығын иҫәпкә алыу мәғлүмәте буйынса — 77 хужалыҡта 429 башҡорт[7] йәшәгән. 1926 йылда ауыл Башҡорт АССР-ының Бөрө кантонына ҡарай.[6] 1922 йылда беренсе мәктәп асыла, ә 1928 йылда Асауҙыбаш ауыл советы ойошторола. 1929 йылда «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы ойошторола.[4]
1939 йылда ауыл халҡы 438 кеше тәшкил итә, 1959 йылда — 376[4]. 1951 йылда, берләштерелгәндән һуң, колхоз Париж коммунаһы тип атала башлай. Асауҙыбаш ауылында һарыҡ фермаһы булған. 1949-1950 йылдарҙа ауыл мәктәбе ете йыллыҡ мәктәпкә әйләнә, 1961-62 йылдарҙа — һигеҙ йыллыҡ мәктәп, 1965 йылдан — урта мәктәп була.[4]
1958 йылда ауыл электрлаштырыла, һуңынан һыу менән тәьмин ителә һәм радио үткәрелә. 1970 йылда клуб, 1975 йылда ауыл Советы бинаһы төҙөлә. 1976 йылда быуа һәм ҡаҙанлыҡ, 1978 йылда машина-трактор оҫтаханаһы һәм ат аҙбары, 1979 йылда медицина пункты һәм иген киптереүсе ырҙан төҙөлә[4].
1982 йылда халыҡ һаны яҡынса 300 кеше тәшкил итә.[8]
1989 йылда 288 кеше (133 ир-ат, 155 ҡатын-ҡыҙ).[9]
1999 йылдан ауылға газ үтә.[4]
2002 йылда 247 кеше (126 ир-ат, 121 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй, күпселек башҡорттар (96 %)[3].
2010 йылда 193 кеше (106 ир-ат, 87 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә.[1]
Ауылда мәҙәниәт йорто, ФАП, АТС, ауыл китапханаһы, почта бүлексәһе, магазиндар бар. Бында «Парус» сауҙа-сәнәғәт палатаһы хакимиәте бар[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.