From Wikipedia, the free encyclopedia
Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы (20 февраль 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй химик-технологы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976).
Заһиҙуллин Рәйес Нурый улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 20 февраль 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Ишәй, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] һәм химия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рәйес Нурый улы Заһиҙуллин 1940 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ишәй ауылында тыуған.
2009 йылдың 1 ғинуарынан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалы химия-технология бүлеге мөдире, «Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһында ғәмәли химия һәм экология бүлеге мөдире.
Тәүге тапҡыр фәнни йүнәлеш булдыра — ациклик һәм циклик ди- һәм полиаминдар химияһы. 360-тан ашыу фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, шул иҫәптән 120-нән ашыу Рәсәй Федерацияһы патенты һәм СССР-ҙың авторлыҡ танытмалары. 50-нән ашыу фәнни асыштары етештереүгә индерелгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.