18 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 291-се көнө (кәбисә йылында 292-се). Йыл аҙағына тиклем 74 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
- 1667: Бруклин ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1723: Крондштадт ҡәлғәһенә нигеҙ һалына.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Стороженко Светлана Борисовна (1966), мәғариф хеҙмәткәре. Күмертау ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең социаль педагогы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Татаринов Дмитрий Иванович (1877[1]—25.07.1956), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1934 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1936—1956 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың 1-се (1938—1947) һәм 2-се (1947—1951) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1924—1932 йылдарҙа Өфө табиптар йәмғиәте, 1939—1951 йылдарҙа Терапевтарҙың Бөтә Союз ғилми медицина йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1905), профессор (1934). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Крылова Елизавета Николаевна (1912—12.05.1994), музыкант-пианист, педагог. 1938 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры концертмейстеры, 1966—1974 йылдарҙа Өфөләге 2-се педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1953). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Балтина Лидия Ашрафовна (1947), ғалим-химик-органик. 1971 йылдан Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1980—1984 йылдарҙа ғилми секретарь, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2004 йылдан — Республика экспертизалар тикшеренеү ғилми-консультация үҙәге эксперты. Химия фәндәре докторы (1995), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
- Золотарёв Фёдор Викторович (1947), сәнәғәт, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1966 йылдан (өҙөклөктәр менән) Салауат нефть химияһы комбинатының яуаплы хеҙмәткәре; 1977 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы; 1981 йылдан Салауат нефтебазаһы директоры; 1988 йылдан ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1993—2005 йылдарҙа — ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Александровка ауылынан.
- Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы (1952), йырсы, педагог. 1983 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм бер үк ваҡытта 1997 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
- Ҡоҙабаева Мәүлиҙә Сәлимйән ҡыҙы (1957), педагог. 1981 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1990—2013 йылдарҙа Фёдоровка мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы (1995) һәм Башҡортостандың мәғариф (2007) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Ноғаманов Юнир Ғаяз улы (1982), бейеүсе. 1998 йылдан (өҙөклөк менән) Нефтекама дәүләт филармонияһының «Тәңгәүер» бейеү ансамбле солисы, 2009 йылдан — ансамбль етәксеһе, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының «Прикамье» халыҡ бейеү ансамбле репетиторы. 2003—2005 йылдарҙа Рәсәй Армияһында хәрби хеҙмәттә, «Красная звезда» йыр һәм бейеү ансамбле бейеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙғы ауылынан.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 18 ноябрҙә тыуған
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Густов Борис Михайлович (1938), нефтсе, йәмәғәтсе. 1963 йылдан «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш технологы, начальниктың төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 1985—2005 йылдарҙа — идаралыҡ начальнигы. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм өсөнсө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1989), Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған (1998), Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы (1993) хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Нефтекама ҡалаһының (2002) һәм Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Иҫке Драж ауылынан.
- Заволокин Владислав Константинович (1938), инженер-төҙөүсе, төҙөлөш тармағы, партия һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1961 йылдан Дүртөйлө колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы мастеры, 1963 йылдан — баш инженеры; 1965 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының инженер-төҙөүсеһе һәм баш инженеры; 1973 йылдан КПСС район комитетының 2-се секретары; 1991 йылдан район ауыл хужалығы идаралығы капиталь төҙөлөш бүлегенең начальник урынбаҫары, 1994—1998 йылдарҙа — бүлек начальнигы; 1998 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары; 1999—2003 йылдарҙа район капиталь төҙөлөш бүлегенең баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1975, 1986) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Курск өлкәһе Чернянка ауылынан.
- Ҡорбанова Мәсиҙә Ғабдулла ҡыҙы (1938), педагог, йәмәғәтсе. Балтас районы Иҫке Янбай мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 7-се съезы делегаты (1978). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Октябрь Революцияһы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡомъяҙы ауылынан.
- Фәйзрахманов Фаат Фәйзрахман улы (1943), хәрби хеҙмәткәр, полковник. 1964—1990 йылдарҙа Совет Армияһы хәрби хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Атһөйәр ауылынан.
- Вуколов Константин Иванович (1948), төҙөүсе, педагог, шағир. 1975—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар техникумы уҡытыусыһы һәм директоры. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Бөтә Рәсәй һәм төбәк әҙәби конкурстар еңеүсеһе, лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Васильевка ауылынан.
- Камалетдинов Мөсәүир Зиннур улы (1948), журналист, яҙыусы. 1969 йылдан «Туймазинский вестник» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, мөхәррире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙер Октябрьский ҡалаһы составында ҡалған Үрге Зәйет ауылынан.
- Салауатова Сәмирә Сәлих ҡыҙы (1948), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1992), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Гәрәев Рәдиф Рифғәт улы (1963), дәүләт хеҙмәткәре. 1996 йылдан Краснокама районындағы «Раздолье» психоневрология интернаты, 2016 йылдан — Нефтекама психоневрология интернаты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1405: Пий II, 1458—1464 йылдарҙа Рим Папаһы.
- 1738: Андрей Боло́тов, Рәсәй Империяһы яҙыусыһы, ғалим-ботаник, илдә агрономия фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1799: Кристиан Фридрих Шёнбейн, Германия химигы, озон газын асыусы һәм уға исем биреүсе.
- 1847: Александр Лоды́гин, Рәсәй Империяһының электр технигы, лампочка уйлап табыусыларҙың береһе.
- 1859: Анри Бергсон, Францияның философ-идеалисы, әҙәбиәт буйынса 1927 йылғы Нобель премияһы лауреаты («Творческая эволюция», «Материя и память»).
- 1893: Владимир Владоми́рский, Белоруссия һәм СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- 1894: Юрий Тынянов, СССР яҙыусыһы, драматург, әҙәбиәт белгесе һәм тәнҡитсе.
- 1901: Владимир Захаров, СССР композиторы, дирижер, СССР-ҙың халыҡ артисы (1944).
- 1908: Николай Каманин, СССР осоусыһы һәм хәрби эшмәкәре, авиация генерал-полковнигы, тәүге Советтар Союзы Геройҙарының береһе (1934), Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү парадында ҡатнашыусы.
- 1922: Әнүәр Ғөбәйҙуллин, СССР-ҙың театр актёры, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1983).
- 1925: Фазыл Фасиев, телсе-ғалим, тәржемәсе, 1983 йылда Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и-Йософ» — («Йософ китабы»)н татар телендә баҫтырып сығарыусы.
- 1934: Кир Булычёв, СССР-ҙың фантаст яҙыусыһы, ғалим, ССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982).
- 1959: Сергей Доренко, СССР һәм Рәсәй журналисы.
- 1960: Жан-Клод Ван Дамм, АҠШ актёры, сценарист и кинорежиссёр (төп исеме Жан-Клод Камилл Франсуа Ван Варенберг, сығышы менән Бельгиянан).
- 1973: Сергей Безруков, Рәсәй актёры.
- 31: Луций Элий Сеян, преториан гвардияһы командиры (Рим сенаты хөкөмө буйынса язалап үлтерелә).
- 1871: Чарльз Бэббидж, Англия математигы.
тулы исемлек
- 1931: Томас Алва Эдисон, АҠШ уйлап табыусыһы.
- 1942: Михаил Нестеров, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфөлә тыуған.
- 1990: Пётр Федосе́ев, СССР философы, социолог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978), Ленин премияһы лауреаты (1983).
- 2005: Александр Яковлев, СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне, ғалим, публицист, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, СССР-ҙа сәйәсәтен башлаусыларҙың береһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға