Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ергән (рус. Зирган) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4125 кеше[4]. Почта индексы — 453880, ОКАТО коды — 80241830001.
Ергән | |
Нигеҙләү датаһы | 1771 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Ергән ауыл советы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Ергән ауыл советы |
Халыҡ һаны | 4125 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453880 |
Ергән Викимилектә |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 4125 | 1977 | 2148 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ергән ауылы 1771 йылдың 21 сентябрендәге Юрматы улусы Аҙнай түбәһе башҡорттары менән яһаҡлы татарҙар килешеүе нигеҙендә барлыҡҡа килә. Улар 30 йылға урынлашыу хоҡуғына эйә була. 1810 йылдың 28 ноябрендәге һәм 1811 йылдың 21 июнендәге килешеүҙәргә һәм яҙмаларға ярашлы, хеҙмәтле татарҙар төпләнә, 1812 йылда сыуаштар, 1815 йылдың 30 декабрендәге яҙмалар буйынса мордвалар төпләнә. Сыуаштар һәм мордвалар 60 йылға урынлашырға килешеү төҙөйҙәр. 1799 йылда Ергән ауылында яһаҡлы татарҙар — 77 ир-ат, хеҙмәтле татарҙар — 91 ир-ат, сыуаштар — 70 ир-ат, мордвалар — 202 ир-ат иҫәпкә алынған. 1834 йылдың VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса Ергән ауылында сауҙагәрҙәр — 20 ир-ат, татарҙар — 198 ир-ат, сыуаштар — 103 ир-ат, мордвалар — 328 ир-ат; барыһы 1258 кеше иҫәпләнгән. 1920 йылға халыҡ иҫәбен алыу 724 йортта йәшәгән 5345 кешене иҫәпкә алған. Ауылдың татар халҡы Түбәнге Новгород губернаһы Яндович ауылы (хеҙмәтле татарҙар), Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Кәкрейылға ауылы (яһаҡлы татарҙар) һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ҡораласыҡ күскенселәренән, яһаҡлы татарҙарға күсерелгән Сәйет посады (Ҡарғалы) сауҙагәрҙәренән (80 кеше) ойошторолған[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.