From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы (18 октябрь 1952 йыл) — йырсы һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, 1983 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм бер үк ваҡытта 1997 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы | |
Тыуған |
18 октябрь 1952 (72 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Чкалов өлкәһе, Ҡыуандыҡ ҡасабаһы |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
йырсы |
Йырлау тауышы |
лирик-колоратуралы сопрано |
Хеҙмәттәшлек | |
Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы Аҙнаҡаева 1952 йылдың 18 октябрендә Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡасабаһында (хәҙер ҡала) тыуған.
1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Р. Г. Ғәлимуллина класы) тамамлай.
1983 йылдан башлап Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Рәсәй һәм Германия буйлап гастролдәрҙә сығыш яһай .
1997 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта — вокал сәнғәте кафедраһы доценты[1].
Сит ил композиторҙары Дж. Верди, Дж. Россини, И.Штраус һ. б. вокаль әҫәрҙәрен башҡара.
Ватан композиторҙары А. А. Алябьев, Х. Ф.Әхмәтов, А. Е. Варламов, З. Г. Исмәғилев, С. В. Рахманинов, С. Г. Садиҡова, Р. М. Яхин һ. б. вокаль әҫәрҙәрен башҡара.
Рәйлә Шәрәфи ҡыҙының тауышы өс октаваға еткән киң диапазонлы сағыу була. Уның йыр башҡарыу манераһы хисле булыуы менән айырылып тора. Виртуоз техникаға эйә булған йырсы йыр башҡарыу стилен нескә тоя. Ул милли традициялар менән классик вокал үҙенсәлектәрен оҫта берләштереп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.