13 март — григориан стиле буйынса йылдың 72-се (кәбисә йылында 73-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 293 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Сергеев Иван Тимофеевич (1951), хеҙмәт ветераны, сәнәғәт алдынғыһы. «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең инженер-технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Бәхетова Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы (1956), ғалим-иҡтисадсы. 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының цифрлы иҡтисад һәм коммуникациялар кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Төлкөтамаҡ ауылынан.
- Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы (1956), педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 1980—2011 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире һәм 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ғәлиәскәров Зөфәр Карам улы (1938—19.04.2002), химик. 1956—1996 йылдарҙа Тула өлкәһе «Щёкиноазот» комбинатының өлкән аппаратсыһы. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1971). Октябрь Революцияһы (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Байҡы-Юныс ауылынан.
- Каткова Наталья Владимировна (1953), инженер. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке технологы. Рәсәйҙең атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Ҡәйепова Фәриҙә Хөснулла ҡыҙы (1953), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1993—2000 йылдарҙа Сибайҙың 10-сы мәктәбе уҡытыусыһы, 2003—2012 йылдарҙа — директорҙың фәнни-методик эштәр буйынса урыбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Хәмәҙиәров Наил Әнүәр улы (1953—31.07.2017), нефтсе. 1971 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры, 1974 йылдан — оператор, мастер. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1982), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1987), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Атһөйәр ауылынан.
- Шәймәрҙәнова Раушания Фирун ҡыҙы (1968), социаль хеҙмәткәр. Ҡалтасы районының «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют»ының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре.
- Моргунова Анна Анатольевна (1983), спортсы, юрист, эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 2002—2005 йылдарҙа йәйге полиатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Донъя (2003) һәм Рәсәй (2003) чемпионы. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1888: Антон Макаренко, СССР педагогы, яҙыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1939).
- 1899: Панчо Владигеров, Болгария композиторы, пианист һәм дирижёр.
- 1911: Лафает Рональд Хаббард, АҠШ яҙыусыһы, философ.
- 1913: Сергей Михалков, шағир, СССР һәм Рәсәй гимндары һүҙҙәренең авторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- 1922: Давид Кугультинов, Ҡалмыҡстандың халыҡ шағиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
- 1955: Зиннәтулла Биләлетдинов, хоккейсы һәм и хоккей тренеры, олимпия чемпионы, 6 тапҡыр донъя чемпионы.
- 1719: Иоганн Фридрих Бёттгер, Германия алхимигы, фарфор эшләү серен асыусы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға