Ҡояш һәм уның тирәләй әйләнеп йөрөгән бөтә тәбиғи йыһан есемдәрен берлештергән планеталар системаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡояш системаһы — үҙәгендә Ҡояш, һәм уның тирәләй әйләнеп йөрөгән бөтә тәбиғи йыһан есемдәрен берлештергән планеталар системаһы. Ул яҡынса 4,57 млрд йыл элек газ-саң болотон гравитация көсө менән ҡыҫыу юлы формалашҡан.
Ҡояш системаһы | |
Масса | 1,0014 M☉ |
---|---|
Имеет границей | Облако Оорта[d] һәм гелиопауза[d] |
Родительское тело | Стрелец A*[d] |
Диаметр | 79 астрономическая единица[1] һәм 0,00124861704 световой год[1] |
Ҡояш системаһы Викимилектә |
Был система есемдәре массаһының ҙур өлөшө Ҡояшҡа тура килә; ҡалған өлөшө йәйенке эклиптик яңы дискыла ҡулса орбиталары буйлап хәрәкәт иткән сағыштырмаса яңғыҙ һигеҙ планетаға тура килә. Системаның дөйөм массаһы — 1,0014 M<sub id="mw0g">☉</sub>.
Ҡояшҡа яҡын һәм ер төркөмөнә ҡараған эске планеталар — Меркурий, Венера, Ер[2] һәм Марс — нигеҙҙә, силикаттан һәм металдан тора. Дүрт тышҡы планета (Юпитер, Сатурн, Уран, Нептун) ер төркөмөндәге планеталарҙан ауырыраҡ. Уларҙы газ гиганттары тип атайҙар. Ҡояш системаһында иң ҙур планеталар — Юпитер менән Сатурн — башлыса водород һәм гелийҙан тора; бәләкәйерәк газ гиганттары — Уран менән Нептундың составында, водород һәм гелийҙан тыш, атмосфераларында метан һәм һөрөм газы бар[3]. Бындай планеталар айырым «боҙ гиганттары» класына бүленә[4]. Һигеҙ планетаның алтыһының һәм дүрт кәрлә планетаның тәбиғи юлдаштары бар. Юпитер, Сатурн, Уран һәм Нептун саң һәм башҡа киҫәксәләрҙән торған ҡулсалар менән уратып алынған.
Ҡояш системаһында бәләкәй есемдәр менән тулған ике өлкә бар. Марс менән Юпитер араһында составы буйынса ер төркөмө планеталарына оҡшаған астероидтар билбауы урынлашҡан, сөнки ул да силикаттан һәм металдан тора. Астероидтар билбауының иң эре объекттары — кәрлә планета Церера һәм Паллада, Веста һәм Гигей астероидтары. Нептун орбитаһы артында туңған һыу, аммиак һәм метандан торған транснептун объекттары урынлашҡан, уларҙың иң ҙурҙары — Плутон, Седна, Хаумеа, Макемаке, Квавар, Орк һәм Эрида. Ҡояш системаһында кесе есемдәрҙең планета квазиюлдашы, трояндар, ер тирәләй әйләнгән астероид, кентавр, дамоклоидтар, шулай уҡ система буйлап күсеп йөрөгәнк кометалар, метеороиддар һәм йыһан саңы кеүек башҡа төрҙәре бар.
Ҡояшлы ел (Ҡояштан сыҡҡан плазма ағымы) йондоҙ-ара мөхиттә тарҡау дискының ситенә тиклем барып еткән гелиосфера тип аталған ҡыуыҡты барлыҡҡа килтерә. Гипотетик Оорта болото гелиосферанан яҡынса мең тапҡыр алыҫыраҡ араға һуҙылырға мөмкин.
Ҡояш системаһы Ҡош Юлы галактикаһы составына инә.
Ҡояш системаһының үҙәк есеме — Ҡояш — G2V спектраль кластың төп эҙмә-эҙлекле йондоҙо, һары кәрлә. Системаның бөтә массаһының иң күп өлөшө (яҡынса 99,866 %) Ҡояшта тупланған, ул үҙенең тартыу көсө менән планеталарҙы һәм Ҡояш системаһына ҡараған башҡа есемдәрҙе үҙ янында тотоп тора[5]. Дүрт эре объект — газ гиганттары — ҡалған массаның 99%-ын тәшкил итә (күпселек өлөшө Юпитер менән Сатурнға — яҡынса 90 % — тура килә).
Ҡояш тирәләй әйләнгән ҙур есемдәрҙең күбеһе ғәмәлдә эклиптика яҫылығы тип аталған бер үк яҫылыҡта хәрәкәт итә. Шул уҡ ваҡытта кометалар һәм Койпер билбауы объекттары был яҫылыҡҡа ҡарата йыш ҡына ярайһы уҡ ҙур мөйөш менән ауыша[6][7].
Бөтә планеталар һәм башҡа есемдәрҙең күбеһе Ҡояш әйләнеше менән бер йүнәлештә әйләнә (Ҡояштың төньяҡ полюсы яғынан ҡарағанда сәғәт телдәренә ҡаршы). Галлей кометаһы кеүек иҫкәрмәләр ҙә бар. Меркурий иң ҙур мөйөш тиҙлегенә эйә — ул Ҡояш тирәләй ни бары 88 ер тәүлегендә тулы әйләнеш яһап өлгөрә. Ә Ҡояштан иң алыҫ урынлашҡан Нептун ерҙә 165 йыл үткәс кенә Ҡояш тирләләй бер әйләнеш яһай.
Планеталарҙың ҙур ғына өлөшө үҙ күсәре тирәләй Ҡояш тирәләй әйләнгән яҡҡа әйләнә. Иҫкәрмәләр — Венера менән Уран, өҫтәүенә, Уран ғәмәлдә «ҡырын ятҡан килеш» әйләнә (күсәренең ауышлығы яҡынса 90°). Планеталар әйләнешен күҙ алдына килтереү өсөн махсус прибор — теллурий ҡулланыла.
Ҡояш янындағы есемдәрҙең орбиталары Кеплер закондарына таянып тасуирлана. Уларға ярашлы, һәр есем эллипс буйынса әйләнә, фокустарҙың береһендә Ҡояш тора. Ҡояшҡа яҡыныраҡ торған есемдәрҙең (бәләкәйерәк ҙур ярымкүсәрлеләре) әйләнеү мөйөшө тиҙлеге ҙурыраҡ, шуға күрә әйләнеү осоро ла ҡыҫҡараҡ (йыл). Эллиптик орбитала есем менән Ҡояш араһы йыл барышында үҙгәреп тора. Орбитаның Ҡояшҡа яҡыныраҡ нөктәһе перигелий, ә иң алыҫы — афелий тип атала. Һәр есем үҙенең перигелийында тиҙерәк, ә афелийында әкренерәк хәрәкәт итә. Планеталарҙың орбиталары бер-береһенә яҡын, ләкин күпселек кометалар, астероидтар һәм Койпер билбауы есемдәре ныҡ һуҙылған эллиптик орбита буйлап әйләнә.
Ҡояш системаһындағы планеталарҙың күбеһе уға буйһонған системаларға эйә. Күптәре юлдаштар менән уратып алынған, Юлдаштарҙың ҡайһы береһе үлсәмдәре буйынса хатта Меркурийҙы уҙып китә. Ҙур юлдаштарҙың күбеһе синхронлы әйләнә, улар даими рәүештә тик бер яғы менән планетаға боролған була. Дүрт ҙур планетаның — газ гиганттарының ҡулсалары ла бар.
Түбәндәге бөтә параметрҙар Ерҙәге мәғлүмәттәргә ҡарата күрһәтелә, тығыҙлығынан, Ҡояштан һәм юлдаштарҙан алыҫлыҡтан тыш,
Астероидтар — Ҡояш системаһындағы иң киң таралған кесе есемдәр.
Һигеҙ планетаның атамаларын һәм хәрәкәт итеү тәртибен хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңелләштереү өсөн төрлө мнемоника алымдары ҡулланыла.
Ҡояш — Ҡояш системаһы йондоҙо һәм уның төп компоненты. Уның массаһы (332 900 Ер массаһы)[10] эсендә барған термойәҙрә реакциялар дауам итһен өсөн етерлек дәрәжәлә ҙур[11], был реакциялар барышында электромагнит нурланышы рәүешендә йыһан киңлегенә ғәйәт ҙур күләмдә энергия тарала, электромагнит нурланыштың күбеһе 400—700 нанометрлы оҙон тулҡындарға тура килә[12].
Йондоҙҙар классификацияһы буйынса Ҡояш — G2 класындағы типик һары кәрлә. Был атама яңылыш фекер тыуҙырыуы ихтимал, сөнки беҙҙең галактикала йондоҙҙар менән сағыштырғанда Ҡояш — ярайһы уҡ ҙур һәм үтә сағыу йондоҙ[13]. Йондоҙҙоң класы уның Герцшпрунг — Рассел диаграммаһындағы урыны менән билдәләнә, был диаграмма йондоҙҙоң яҡтылығы менән уның өҫтөндәге температураның бәйлелеген күрһәтә. Ғәҙәттә эҫерәк йондоҙ сағыуыраҡ яҡтылыҡ бирә. Йондоҙҙарҙың күп өлөшө был диаграмманың төп эҙмә-эҙлелегендә урынлашҡан, ә Ҡояш был эҙмә-эҙлелектең уртаһында тора. Ҡояшҡа ҡарағанда сағыуыраҡ һәм эҫерәк йондоҙҙар сағыштырмаса һирәк осрай, ә тоноғораҡ һәм һалҡын йондоҙҙар йыш күҙәтелә, улар Галактикалағы йондоҙҙарҙың 85 процентын тәшкил итә[14].
Ҡояштың төп эҙмә-эҙлектәге урыны уның йәҙрә синтезы өсөн водород запасының бик күп булыуын һәм үҙ эволюцияһының уртаһында тороуын раҫлай. Хәҙерге ваҡытта Ҡояш әкренләп сағыулығын арттыра бара, бөгөнгө көн менән сағыштырғанда иртә үҫеш стадияһында уның сағыулығы бөгөнгөнөң 70 процентын ғына тәшкил иткән[15].
Ҡояш — йондоҙ халҡының I типтағы йондоҙо, Ғаләм үҫешенең сағыштырмаса һуңғы баҫҡысында барлыҡҡа килгән һәм шуға ла II типтағы иҫке йондоҙҙар менән сағыштырғанда водород менән гелийҙан ауырыраҡ элементтарының (астрономияла бындай элементтарҙы «металл» тип атау ҡабул ителгән) күп булыуы менән айырылып тора[16]. Водород менән гелийҙан ауырыраҡ элементтар беренсе йондоҙҙарҙың йәҙрәләрендә формалаша, шуға күрә Ғаләм был элементтар менән байытылғанға тиклем йондоҙҙарҙың беренсе быуыны үтергә тейеш булған. Иң иҫке йондоҙҙар составында металл бик аҙ, ә йәшерәктәрендә металл күберәк. Фараз ителеүенсә, Ҡояшта планеталар системаһын барлыҡҡа килтереү өсөн металличность кәрәк булған, сөнки планеталар «металдар» аккрецияһы нигеҙендә формалаша[17].
Яҡтылыҡ менән бер рәттән Ҡояш зарядлы киҫәксәләрҙең (плазманы) өҙлөкһөҙ ағымын тарата, ул ҡояш еле тип атала. Был киҫәксәләр ағымы яҡынса сәғәтенә 1,5 млн км[18] тиҙлек менән тарала, һөҙөмтәлә ҡояш яны өлкәһе тула һәм Ҡояш эргәһендә планетар атмосфераның аналогы (гелиосфера) барлыҡҡа килә, ул Ҡояштан һәр хәлдә 100 а. е. алыҫлыҡта урынлаша[19]. Ул планета-ара мөхит булараҡ танылған. Ҡояшта гөлт итеп тоҡаныу һәм массаны коронар ырғытыуҙар кеүек әүҙемлек, космик һауа торошон булдырып, гелиосфераны ҡабарта[20]. Гелиосфера сиктәрендәге иң ҙур структура — гелиосфера ток ҡатламы; Ҡояштың әйләнеп торған магнит ҡырының планета-ара мөхиткә йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән спираль йөҙө[21][22].
Ерҙең магнит ҡыры ҡояш еленә ер атмосфераһын боҙоуға ҡамасаулай. Венера менән Марстың магнит ҡыры юҡ, шуға ла ҡояш еле уларҙың атмосфераһын әкренләп йыһанға осора[23]. Массаны коронар ырғытыуҙар һәм шундайыраҡ күренештәр магнит ҡырын үҙгәртә һәм Ҡояш өҫтөнән матдәләрҙең ғәйәт ҙур күләмен — сәғәтенә яҡынса 109−1010 тонна сығарып ташлай[24]. Ерҙең магнит ҡыры менән аралашып, был матдә Ер атмосфераһының поляр түңәрәк эргәһендәге өлкәһенә барып эләгә, бындай бәйләнештән магнит полюстары эргәһендә йыш күҙәтелгән поляр балҡыш барлыҡҡа килә.
Йыһан нуры ҡояш системаһынан ситтә барлыҡҡа килә. Гелиосфера һәм, бик аҙ ғына, планетар магнит ҡырҙары Ҡояш системаһын өлөшләтә ситтән килгән йоғонтонан һаҡлай. Йондоҙ-ара мөхиттәге йыһан нурҙарының тығыҙлығы, шулай уҡ Ҡояштың магнит ҡырының көсө лә ваҡыт үтеү менән үҙгәрә, шулай итеп, тайпылыштарҙың дәүмәле аныҡ ҡына билдәле булмаһа ла, ҡояш системаһында йыһан нурланышы кимәле даими түгел[25].
Планета-ара мөхит дискыға оҡшаған кәмендә ике йыһан саңы өлкәһенең формалашыу урыны булып тора. Беренсенән, зодиакаль саң болото ҡояш системаһының эске өлөшөндә урынлашҡан һәм зодиакаль яҡтылыҡтың барлыҡҡа килеү сәбәбе булып тора. Моғайын, планеталар менән үҙ-ара йоғонтоһо тәьҫирендә астероидтар билбауы сиктәрендә тыуған бәрелештәрҙән барлыҡҡа килгәндер[26]. Икенсе өлкә яҡынса 10 а 40 а араһында урынлашҡан һәм, моғайын, койпер билбауы сиктәрендә есемдәр араһында булған ошондай бәрелештәрҙән һуң барлыҡҡа килгәндер[27][28].
Эске өлөшкә ер төркөмөндәге планеталар һәм астероидтар инә. Эске өлкәнең, нигеҙҙә, силикаттар һәм металдан торған есемдәре сағыштырмаса Ҡояшҡа яҡын. Улар системаның бик бәләкәй генә өлөшө — уның радиусы Юпитер менән Сатурн орбиталары араһынан кәмерәк.
Ҡояшҡа иң яҡын булған һәм ер төркөмө планеталары тип аталған дүрт, планета күбеһенсә ауыр элементтарҙан тора, уларҙың юлдаштары ла (0-2) әҙ, ҡулсалары ла юҡ. Улар планетаның мантияһын һәм ҡабығын формалаштырған силикаттар кеүек ауыр иреүсән минералдар, тимер һәм никелдән тора һәм планетаның йәҙрәһен формалаштыра. Был өс планетаның — Венера, Ер һәм Марстың — атмосфераһы бар; бөтәһендә лә удар кратерҙар һәм рельефтың риф соҡорҙары һәм вулкандар кеүек тектоник деталдәре бар[29][30][31][32][33][34].
Ҡояшҡа иң яҡын планета. Меркурий астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар. 2006 йылда, Плутонды планеталар статусынан мәхрүм иткәс, Меркурий иң бәләкәй планета булып ҡалды. Меркурий өҫтөнә ҡояш нурҙары Ер йөҙөнә ҡарағанда туғыҙ тапҡыр артығыраҡ төшә. Планетаның ҡояш нурҙарынан һаҡлай торған атмосфера ҡатламы юҡ. Көндөҙ температура +429 С етә. Был Ҡояш системаһындағы иң эҫе урындарҙың береһе. Төндә температура −180С градусҡа төшә. Сағыштырмаса ҙур тимер йәҙрәһе булған Меркурийҙың ҡабығының йоҡа булыуына әлегә бер ниндәй аңлатма ла юҡ.
Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе планета. Сулпан, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар. Сулпан күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм Айҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Сулпан Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны Шәреҡ йондоҙо, йәки Сулпан йондоҙо тип атайҙар. Сулпан Ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла.
Сулпан ҡуйы көкөрт кислотаһы болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Сулпандың йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Сулпандың рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса углекислый газдан тора. Был Сулпанда углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла.
Бик борон Сулпан йөҙө бик ҡыҙған һәм Ерҙәге кеүек океандар, урынында сүллек пейзажы ҡалдырып, парға әйләнеп бөткән. Магнит ҡыры көсһөҙ булғанға һыу парҙары Ҡояш еле менән йондоҙ-ара арауыҡҡа таралған.
Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 92 тапҡыр ҙурыраҡ. Сулпан өҫтө вулкан эшмәкәрлеге эҙҙәрен һаҡлай. Сулпанда плиталарҙың тектоник хәрәкәте күҙәтелмәй, был өҫтөндә һыу булмау менән аңлатыла.
Сулпанда атмосфера булыуын 1761 йылдың 6 июнендә М. В. Ломоносов аса
Ер төркөмө планеталары араһында Ер планетаһы — иң ҙур һәм иң тығыҙ планета. Ерҙә плиталар тектоникаһы күҙәтелә. Ғаләмдә Ерҙән башҡа планетала йәки икенсе бер галактикала тереклектең булыу-булмауы тураһындағы мәсьәлә әләгә асыҡ булып ҡала[35]. Ер төркөмө планеталары араһында ер уникаль (иң тәүге сиратта гидросфераһы булған өсөн). Ер атмосфераһы башҡа планеталар атмосфераһынан ҡырҡа айырыла — уның составында ирекле кислород бар[36].Ерҙең тәбиғи юлдашы берәү — Ай, ҡояш системаһындағы ер төркөмө планеталарының берҙән-бер ҙур юлдашы ул.
Марс Ер менән Сулпандан бәләкәйерәк (Ерҙең 0,107 массаһы). Уның , башлыса, углекислый газдан торған атмосфераһы бар, өҫкө баҫымы 6,1 мбар (Ерҙекенән 0,6 %)[37]. Был планета өҫтөндә вулкандар бар, иң ҙурыһы — Олимп, уның бейеклеге 21,2 км[38], өҫтәүенә Олимп күләме буйынса ерҙәге бөтә вулкандарҙан да ҙурыраҡ. Вулкандар менән бер рәттән риф соҡорҙары ла (Маринер үҙәне) элекке геологик әүҙемлекте иҫбат итә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы 2 миллион йыл буйы[39] дауам итә был әүҙемлек. Марс өҫтөндәге ҡыҙыл төҫ уның тупрағында тимер оксидының[40] күп булыуын раҫлай. Планета тирәләй ике юлдаш — Фобос менән Деймос әйләнә. Фаразланыуынса, улар — баҫып алынған астероидтар[41]. Бөгөн, Марс — Ҡояш системаһында ентекле өйрәнелгән планета (Ерҙән һуң).
Астероидтар билбауы Марс менән Юпитер араһындағы орбитаны биләй, һәм Ҡояштан 2,3 һәм 3,3 а. е.3,3 а. е. алыҫлығында. Марс менән Юпитер араһында планета (мәҫәлән, гипотетик Фаэтон планетаһы) урынлашыуы тураһындағы гипотеза аҙаҡ килеп раҫланмай. Фоэтон Ҡояш системаһы формалашыуының иртә этаптарында емерелә, уның ярсыҡтары астероидтар билбауын ойошторған астероидтарға әйләнә. Заманса ҡарашҡа ярашлы, астероидтар — Ҡояш системаһын формалаштырыуҙың ҡалдыҡтары (планетозималей), Юпитерҙың гравитация көстәре уларға ҙур есем булып берләшергә ҡамасаулай[42].
Астероидтарҙың ҙурлығы бер нисә метрҙан алып йөҙҙәрсә километрҙарға тиклем етеүе ихтимал. Бөтә астероидтар ҙа Ҡояш системаһындағы кесе есемдәр тип классификациялана, ләкин ҡайһы бер есемдәр, мәҫәлән, Веста менән Гигей, кәрлә планета, тип аталыуы ихтимал, тик үларҙа гидростатик тигеҙлектең[43] һаҡланыуын раҫларға ғына кәрәк.
Билбауҙа диаметры бер километрҙан артҡан унар мең, бәлки, миллионлаған есем барҙыр. Шуға ҡарамаҫтан, астероидтар билбауының дөйөм массаһы Ер массаһының меңдән бер өлөшөнән артыҡ түгел. Диаметрҙары 100 мкм-нан 10 метрға тиклем булған күк есемдәре метеороидтар тип атала. Уларҙан да бәләкәйерәктәре йыһан саңы тип йөрөтөлә.
Астероидтар орбита характеристикаһы нигеҙендә төркөмдәргә һәм ғаиләләргә берләштерелә. Астероидтарҙың юлдаштары — башҡа астероидтар тирәләй орбита буйынса әйләнгән астероидтар. Астероидтар билбауында шулай уҡ төп астероидтар билбауы кометалары ла урынлашҡан, бәлки, тап шул кометалар ерҙәге һыу сығанағы булғандыр[44].
Эске Ҡояш системаһында Меркурийҙан Марсҡа тиклем урынлашҡан астероидтар төркөмө бар. Күптәренең орбитаһы эске планеталар орбитаһын киҫеп үтә[45].
Церера (2,77 а. е.) — кәрлә планета һәм астероидтар билбауында иң ҙур есем. Диаметры яҡынса 950 км булған есем астероидтар билбауында иң ҙуры һәм ярайһы уҡ ауыры, үлсәмдәре буйынса гигант планеталарҙың күп кенә эре юлдаштарынан ҙурыраҡ һәм билбауҙың дөйөм массаһының өстән бер өлөшөн (32 %) тәшкил итә тиерлек. Асҡандан һуң Церераны планета булараҡ классификациялайҙар, әммә артабан күҙәтеүҙәр Церера янында байтаҡ астероидтар әйләнеүен күреһәтә, шуға 1850-се йылдарҙа уны астероид тип билдәләйҙәр[46]. 2006 йылда ул ҡабат кәрлә планета тип таныла.
Ҡояш системаһының эске өлкәһендә газ гиганттары һәм юлдаштар, шулай уҡ Койпер билбауының транснептун есемдәре, Тарҡау диск һәм Оорта болото урынлашҡан. Күп кометаларҙың орбитаһы ҡыҫҡа осорло, астероид-кентавр ҙа шулай уҡ был өлкәлә үтә. Ҡояштар бик алыҫ булғанға күрә был өлкәнең ҡаты есемдәрендә һыу боҙо, аммиак һәм метан бар. Тышҡы өлкәлә Тюхепланетаһы һәм, бәлки, ниндәй ҙә булһа башҡа «Планета X», шулай уҡ Немезида Ҡояшының йондоҙ-юлдаштары булыуы фаразлана.
Дүрт планета-гигант газ гиганттары тип атала, бөтәһе бергә Ҡояш тирәләй орбиталарында әйләнгән есемдәр массаһының 99 процентын тәшкил итә. Юпитер менән Сатурн, башлыса, водород һәм гелийҙан тора; Уран менән Нептун составында был матдәләрҙән тыш бик күп миҡдарҙа боҙ ҙа бар. Шуның өсөн ҡайһы бер астрономдар, уларҙы айырым категорияға бүлеп, «боҙ гиганттары» тип атай. Дүрт планета-гиганттың да ҡулсалары бар, әммә Ерҙән тик Сатурндың ғына ҡулсалар системаһы күренә.
Юпитерҙың массаһы Ер массаһынан 318 тапҡырға артығыраҡ, һәм башҡа планеталарҙең берлектәге ауырлығынан 2,5 тапҡыр ауырыраҡ. Ул, башлыса, водород һәм гелийҙан тора. Юпитер эсендәге юғары температура уның атмосферанда болоттар һыҙаты һәм Оло ҡыҙыл тап кеүек бик күп яртылаш даими өйөрмә структураларын тыуҙыра.
Юпитерҙың 79 юлдашы бар. Иң ҙурҙары дүртәү — Ганимед, Каллисто, Ио һәм Европа — улар вулкандар әүҙемлеге һәм эске йылыныу менән ер төркөмө планеталарына оҡшаш. Ганимед, Ҡояш системаһындағы иң ҙур юлдаш, ул хатта Меркурийҙан да ҙурыраҡ.
Сатурн, үҙенең ҡулсалар системаһы менән киң билдәле, атмосфераһы һәм магнитосфераһы структуралары менән бер ни тиклем Юпитерға оҡшаш. Сатурн — ҡояш системаһында әллә ни тығыҙ булмаған планета (уның тығыҙлығы уртаса һыу тығыҙлығынан кәмерәк).
Сатурндың 82 раҫланған юлдашы бар[47]; шуларҙың икеһе — Титан менән Энцелад — геологик әүҙемлек күрһәтә. Был әүҙемлек, ерҙекенә оҡшаш түгел, сөнки ул күбеһенсә боҙ әүҙемлегенә бәйле[48]. Титан, Меркурий күләмен уҙып, — ҡояш системаһындағы берҙән-бер атмосфераһы булған юлдаш.
Уран массаһы буйынса Ерҙекенән 14 тапҡырға ҙурыраҡ, әммә планета-гиганттар араһында иң еңеле. «Ҡырын ятҡан» килеш хәрәкәт итеүе уны башҡа планеталарҙан айырып тора. Уран ауышлыҡ°[49]. Уран тәгәрәп барған шарға оҡшаш булыуы менән дә башҡаларҙан айырыла. Башҡа газ планеталарынан айырмалы рәүештә Урандың йәҙрәһе һалҡын, һәм ул йыһанға бик аҙ йылылыҡ сығара[50].
Урандың 27 юлдашы булыуы билдәле; иң эреләре — Титания, Оберон, Умбриэль, Ариэль һәм Миранда.
Нептун, Урандан бер аҙ бәләкәй булһа ла, унан ауырыраҡ (17 Ер массаһы) һәм шуға күрә тығыҙыраҡ. Уның эске нурланышы бар, ләкин был нурланыш Юпитер менән Сатурндағы кеүек күп түгел[51].
Нептундың билдәле 14 юлдашы бар. Иң ҙуры — Тритон, геологик йәһәттән әүҙем, шыйыҡ азоттан торған гейзерҙары бар[52]. Тритон — кире йүнәлештә хәрәкәт иткән берҙән-бер ҙур юлдаш. Нептунды шулай уҡ Нептун троялары тип аталған астероидтар оҙатып йөрөй, улар уның менән 1:1 резонанс бәйләнешендә.
2016 йылдың 20 ғинуарында Калифорния технология институты астрономдары Майкл Браун һәм Константин Батыгин Ҡояш системаһының ситендә, Плутон орбитаһынан ситтә, туғыҙынсы планетаның булыу ихтималлығы тураһында иғлан итә. Планета Ерҙән яҡынса ун тапҡырға ауырыраҡ, Нептунға ҡарағанда Ҡояштан яҡынса 20 тапҡырға алыҫыраҡ (90 миллиард километр), һәм Ҡояш тирәләй 10 000 — 20 000 йылда әйләнеп сыға[53]. Майкл Браун фекеренсә, был планетаның булыу ихтималлығы"бәлки, 90 %"ҡа етәлер[54]. Әлегә ғалимдар был гипотетик планетаны «Туғыҙынсы планета»[55] (ингл. Planet Nine) тип кенә атай.
Кометалар — ҡояш системаһындағы кесе есемдәр, ғәҙәттә, ҙурлыҡтары бер нисә километрға етә, башлыса осоусы матдәләрҙән (боҙҙарҙан) тора . Орбиталары ҙур эксцентриситетҡа эйә, ҡағиҙә булараҡ, перигелийҙары эске планеталар орбиталары сиктәрендә һәм афелийҙары Плутондан бик алыҫ урынлаша. Комета, Ҡояш системаһының эске өлкәһенә ингәс, Ҡояшҡа яҡынлай, уның боҙҙан торған йөҙө иреп парға әйләнә һәм ионлаша башлай, шулай итеп кометаға газдан һәм саңдан торған оҙон болот ҡалдыра, был күренеште ерҙән ябай күҙ менән күреп була.
Кентаврҙар — боҙҙан торған һәм кометаға оҡшаған есемдәр, ярымкүсәрҙәре Юпитерҙыҡыны ҡарағанда (5,5 а. е.) ҙурыраҡ, әммә Нептундыҡынан (30 а. е.) бәләкәйерәк. Билдәле булған иң ҙур кентавр, Харикло, диаметры яҡынса 250 км тәшкил итә[56]. Беренсе булып табылған кентавр, Хирон, комета тип таныла (95P), сөнки Ҡояшҡа яҡыная бара, унда, кометалағы кеүек, кома (комета) барлыҡҡа килә[57].
Койпер билбауы — Ҡояш системаһы барлыҡҡа килгән осорҙан ҡалған реликттар өлкәһе, астероидтар билбауы кеүек үк, ярсыҡтарҙан хасил булған ҙур билбау, әммә, башлыса, боҙҙан тора[58]. Ҡояштан 30 һәм 55 а. е.алыҫлыҡта. Ҡояш системаһындағы кесе есемдәрҙән тора, әммә Койпер билбауының, Квавар, Варна һәм Орк кеүек иң ҙур есемдәренең күбеһе параметрҙарын асыҡлағандан һуң, кәрлә планета тип танылыуы ихтимал. Иҫәпләүҙәр буйынса, Койпер билбауындағы 100 000-дән ашыу есемдең диаметры 50 километрҙан ашыу, ләкин билбауҙың дөйөм массаһы Ер массаһының ундан бер йәки хатта йөҙҙән бер өлөшөн тәшкил итә[59]. Билбауҙың күп кенә есемдәренең юлдаштары бар[60], күпселек есемдәрҙең орбитаһы эклиптика яҫылығынан ситтә урынлашҡан[61].
Плутон — кәрлә планета, Койпер билбауындағы иң эре есем булараҡ билдәле. 1930 йылда табылғандан һуң түғыҙынсы планета тип таныла; 2006 йылда планеталар өсөн формаль билдәләмә ҡабул ителгәндән һуң, уның атамаһы үҙгәрә.
Плутондың иң ҙур юлдашы буйынса ла әлегә асыҡлыҡ юҡ — Харон артабан да Плутондың юлдашы тип аталырмы, әллә кәрлә планета тип танылырмы. Плутон системаһының массалар үҙәге — Харон уларҙың өҫтөнән ситтә урынлашҡан, уларҙың икеләтә планета системаһы тип танылыуы ихтимал. Дүрт бәләкәй юлдаш — Никта, Гидра, Кербер һәм Стикс — Плутон менән Харон тирәләй әйләнә.
Шулай уҡ Меркурий менән Ҡояш араһындағы өлкә астероид-вулканоидтарҙың булыу-булмауын асыҡлау өсөн өйрәнелә. Унда ҙур Вулкан планетаһының булыуы кире ҡағылыуға ҡарамаҫтан[62], был турала фараздар һаман да бар.
Беҙҙең Ҡояш системаһының ҙур өлөшө һаман да тикшерелеп бөтмәгән. Иҫәпләүҙәр буйынса, Ҡояштың гравитация ҡыры яҡынса ике яҡтылыҡ йылы алыҫлығында (125 000 а. е.) уратып алған йондоҙҙарҙың көсөнән өҫтөнөрәк. Сағыштырыу өсөн, Оорта болото радиусының түбәнге баһалары уны 50 000 а. е. 50 000 а. е.-нан[63] алыҫҡа урынлаштырмай. Седна кеүек есемдәр асылыуға ҡарамаҫтан, Койпер билбауы менән Оорта болото араһындағы өлкә лә, Оорта болото үҙе лә, уның артында нимә булыуы ла тикшерелмәгән. Сик буйы өлкәһендә (Оорта болотоноң тышҡы сиге артында) Ҡояштың йондоҙ-юлдашы Немезиданың урынлашыуы тураһында раҫланмаған гиплотеза бар.
Әлеге ваҡытта дөйөм ҡабул ителгән фараздар буйынса, Ҡояш системаһы яҡынса 4,6 миллиард йыл элек гигант йондоҙ-ара газ-саң болотоноң ҙур булмаған өлөшөн гравитация ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә формалаша башланған. Болот, күрәһең, бер нисә яҡтылыҡ йылы үлсәмендә булып, бер нисә йондоҙҙо барлыҡҡа килтергәндер[64].
Планета (кәрлә планета) | Диаметр,
относительно | Масса,
относительно | Орбитальный радиусы, а.<span typeof="mw:Entity" id="mwBIs"> </span>е. | Әйләнеү осоро, ерҙәге йыл иҫәбе | Сутки,
относительно | Тығыҙлыҡ, кг/м³ | Юлдаштар |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Меркурий | 0,382 | 0,055 | 0,38 | 0,241 | 58,6 | 5427 | 0 |
Венера | 0,949 | 0,815 | 0,72 | 0,615 | 243 | 5243 | 0 |
Земля | 1,0 | 1,0 | 1,0 | 1,0 | 1,0 | 5515 | 1 |
Марс | 0,53 | 0,107 | 1,52 | 1,88 | 1,03 | 3933 | 2 |
Церера | 0,074 | 0,00015 | 2,76 | 4,6 | 0,378 | 2161 | 0 |
Юпитер | 11,2 | 318 | 5,20 | 11,86 | 0,414 | 1326 | 79 |
Сатурн | 9,41 | 95 | 9,54 | 29,46 | 0,426 | 687 | 62 |
Уран | 3,98 | 14,6 | 19,22 | 84,01 | 0,718 | 1270 | 27 |
Нептун | 3,81 | 17,2 | 30,06 | 164,79 | 0,671 | 1638 | 14 |
Плутон | 0,186 | 0,0022 | 39,2 | 248,09 | 6,387 | 1860 | 5 |
Хаумеа | ~0,11 | 0,00066 | 43 | 281,1 | 0,163 | ~2600 | 2 |
Макемаке | 0,116 | ~0,0005 | 45,4 | 306,28 | 0,324 | ~1700 | 1 |
Эрида | 0,182 | 0,0028 | 67,8 | 558,04 | 1,1 | 2520 | 1 |
Ҡыҫыу һөҙөмтәһендә газ-саң болото бәләкәсәйә, һәм, импульс мәлен һаҡлау законына ярашлы, болоттоң әйләнеү тиҙлеге арта. Массаның ҙурыраҡ өлөшө йыйылған үҙәк, уны уратып алған дискынан торған һайын нығыраҡ ҡайнарлана бара[64]. Болоттоң ҡыҫыу тиҙлеге әйләнгәнгә күрә, параллель һәм перпендикуляр күсәр әйләнештәре бер-береһенән айырыла, был болоттоң йәйенке формаға инеүенә һәм диаметры яҡынса 200 а. е. 200 а. е., үҙәгендә ҡайнар һәм тығыҙ булған протойондоҙло протопланета дискыһының[65] формалашыуына килтерә. Ҡояш эволюцияның ошо стадияһында Ҡояш T Үгеҙ тибындағы йондоҙ кеүек була. T Үгеҙ тибындағы йондоҙҙарҙы өйрәнеү шуны раҫлай: йыш ҡына уларҙың массалары 0,001—0,1 Ҡояш массаһына тиң һәм улар протопланета дискылары менән уратып алынған, өҫтәүенә туранан-тура йондоҙҙа бик ҙур процентлы томан массаһы тупланған[66]. Планеталар ошо дискының аккрецияһы юлы менән формалашҡан[67].
50 миллион йыл дауамында протойондоҙ үҙәгендәге водородтың баҫымы һәм тығыҙлығы термойәҙрә реакцияһын башлау өсөн ярайһы уҡ юғары кимәлгә етә[68]. Йылылыҡ энергияһы ярҙамында гравитацияның ҡыҫыу көсөнә ҡаршы торорлоҡ гидростатик тигеҙлеккә өлгәшкәс кенә температура, реакция тиҙлеге, баҫым һәм тығыҙлығы арта. Ҡояш төп эҙмә-эҙлелектең тулы ҡанлы йондоҙона әүерелә.
Билдәле булыуынса, Ҡояш Герцшпрунг— Рассел диаграммаһының төп эҙмә-эҙлегенән ситтә үҫешә башлаған осраҡта ғына Ҡояш системаһы тарҡалыуға дусар ителәсәк. Ҡояш водород яғыулығы запастарын яндырғанға күрә, йәҙрәне һаҡлаусы энергияның бөтөүе ихтимал, ул сағында Ҡояш тағы ла нығыраҡ ҡыҫылырға мәжбүр буласаҡ. Ерҙең эсендә артҡан баҫым йәҙрәне нығыраҡ йылытасаҡ, ә был яғыулыҡтың бөтөүен тиҙләтеүгә килтерә. Һөҙөмтәлә һәм 1,1 млрд йыл һайын Ҡояш сағыуыраҡ янасаҡ[69], киләһе 3,5 миллиард йылда уның яҡтылығы тағы ла 40 процентҡа артасаҡ[70].
Яҡынса 7 млрд йылдан һуң[71] Ҡояш йәҙрәһендәге водород тулыһынса гелийға әйләнә, был төп эҙмә-эҙлелек фазаһын йомғаҡлай; Ҡояш субгигантҡа әйләнә. Тағы ла 600 млн йылдан, хәҙерге үлсәмдәре менән сағыштырғанда, Ҡояш ҡыҙыл гигант стадияһына күсә[72]. Ҡояш, ҡырҡа артып, яҡындағы Меркурий менән Сулпан планеталарын йота. Бәлки, Ҡояштың тышҡы ҡыртыштары Ерҙе йотмаҫ[70], әммә унда тереклек йәшәй алмай, сөнки йәшәү зонаһы Ҡояш системаһының тышҡы сигенә күсә.
Ахыр сиктә, термик тотороҡһоҙлоҡтоң үҫеше һөҙөмтәһендә[72][73], планетар томанлыҡ барлыҡҡа килтереп, Ҡояштың тышҡы ҡатламдары уны уратып алған арауыҡҡа һибелә, үҙәгендә ҙур булмаған йондоҙ йәҙрәһе — аҡ кәрлә генә ҡала[71].
Ҡояш системаһының әлеге ваҡытта тотороҡло булыу-булмауы билдәһеҙ. Әгәр ул тотороҡһоҙ булһа, юғарыла атап үтелгән ваҡытта системаның тарҡалыуы ихтималлығы бар[74].
Ҡояш системаһы Ҡош Юлы — диаметры яҡынса 30 мең тирәһе парсек (йәки 100 мең яҡтылыҡ йылы) һәм 200 миллиард тирәһе йондоҙҙан торған[75] спираль галактиканың бер өлөшө.
Ҡояш галактик үҙәк тирәләй түңәрәккә оҡшаш орбита буйлап яҡынса 254 км/с тиҙлектә әйләнә (асыҡлыҡ 2009 йылда индерелгән) һәм яҡынса 230 млн йыл эсендә тулы әйләнеш яһай[76]. Был ваҡыт арауығы галактик йыл тип атала.
Даремский университетының Иҫәп-хисап космологияһы институты ғалимдары иҫәпләүенсә, 2 млрд йылдан һуң Ҙур Магеллан болотоноң Ҡош Юлы менән бәрелешеүе мөмкин, һөҙөмтәлә Ҡояш системаһы беҙҙең Галактиканан галактика-ара арауыҡҡа этеп сығарылыуы ихтимал.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.