Ломоносов Михаил Васильевич (8 [19] ноябрь 1711[12], Мишанин ауылы (хәҙер — Ломоносово ауылы), Архангельск губернаһы, Рус батшалығы — 4 [15] апрель 1765, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы). Донъя кимәлендәге беренсе бөйөк рус ғалимы.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ломоносов Михаил Васильевич |
рус. Михаил Васильевич Ломоносов |
|
|
Зат |
ир-ат[1][2] |
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы |
Патронимы йәки матронимы |
Васильевич[d] |
Тыуған көнө |
8 (19) ноябрь 1711[1][3][4] |
Тыуған урыны |
Мишанинская[d], Архангелогородская губерния[d], Урыҫ дәүләте |
Вафат булған көнө |
4 (15) апрель 1765[1][3][4] (53 йәш) |
Вафат булған урыны |
Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3][5][6] |
Үлем төрө |
тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе |
Яман шеш |
Ерләнгән урыны |
Лазаревское кладбище Александро-Невской лавры[d] |
|
Атаһы |
Василий Дорофеевич Ломоносов[d][7] |
Әсәһе |
Елена Ивановна Сивкова[d][7] |
Хәләл ефете |
Елизавета-Христина Цильх[d] |
Балалары |
Елена Михайловна Ломоносова[d][7] |
Яҙма әҫәрҙәр теле |
урыҫ теле |
Һөнәр төрө |
астроном, геолог, физик, химик, лингвист, шағир, яҙыусы, тарихсы, фәлсәфәсе, уйлап табыусы, художник-мозаичист, географ, университет уҡытыусыһы, математик, сәйәсмән, рәссам, ғалим, тәржемәсе |
Эшмәкәрлек төрө |
естествознание[d], химия, физика, Минералогия, тарих, филология, Металлургия, фәлсәфә һәм астрономия |
Эш урыны |
Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Санкт-Петербург дәүләт университеты Марбургский университет[d] |
Уҡыу йорто |
Славяно-греко-латинская академия[d][3] Киево-Могилянская академия[d] Марбургский университет[d][8][9] Петербург фәндәр академияһының академия университеты Фрайберг тау академияһы[d] |
Ғилми етәксе |
Христиан фон Вольф[d][10] |
Аспиранттар |
Степан Яковлевич Румовский[d][11] |
Уҡыусылар |
Степан Яковлевич Румовский[d][10] |
Кемдә уҡыған |
Христиан фон Вольф[d] һәм Иоганн Фридрих Генкель[d] |
Ойошма ағзаһы |
Швеция король фәндәр академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы, Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] һәм Император художество академияһы |
Йоғонто яһаусы |
Христиан фон Вольф[d] |
|
Гражданский чин |
статский советник[d] |
Вики-проект |
Проект:Математика[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы |
авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Ломоносов Михаил Васильевич Викимилектә |
Ябырға
«Универсаль кеше»нең (лат. homo universalis) сағыу миҫалы: энциклопедист, физик һәм химик (ул физик химияға хәҙерге замандағыға яҡын билдәләмә биргән тәүге химик булараҡ тарихҡа ингән, физик-химик тикшеренеүҙәрҙең киң программаһын билдәләгән[13][14][15]; ул эшләгән йылылыҡтың молекуляр-кинетик теорияһы материя төҙөлөшө тураһындағы хәҙерге ҡараштарҙан һәм күп фундаменталь закондарҙан күпкә алда хасил була [16]).
Фәнни диңгеҙселеккә һәм физик химияға[17]; быяла тураһындағы фәнгә нигеҙ һала.
Астроном (мәҫәлән, Венера планетаһында атмосфера барлығын аса[18][19][20]), приборҙар эшләүсе, географ, металлург, геолог. Шулай уҡ шағир, рәссам, тарихсы, филолог һәм генеалог; ватан мәғарифын, фәнен һәм иҡтисадын үҫтереү өсөн көрәшеүсе (Мәскәү университетының проектын эшләй, уҡыу йортона һуңынан уның исеме бирелә).
Статский советник, химия профессоры (1745), Санкт-Петербург Император Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы (1745) һәм Швед Король Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы.
Ҡыҫҡаса йылъяҙма
- 1711 — 19 ноябрҙә Васильевич Ломоносов тыуа.
- 1730 — 7 декабрҙә Холмогоры воевода канцелярияһында паспорт ала.
- 1730 — 15 декабрҙә Мәскәүгә юллана[21].
- 1731 — 15 ғинуарҙа Мәскәүҙә Славя-грек-латин академияһына инә.
- 1731—1734 — Славян-грек-латин академияһында уҡый: 1731 — пиитика класы, 1732 — риторика класы, 1734 — фәлсәфә класы.
- 1734—1735 — Киев-Могила академияһында уҡый[22]: бер нисә ай буйы Иероним Миткевичтың фәлсәфә лекцияларын, шулай уҡ математика һәм физика буйынса лекциялар тыңлай.
- 1735 — Киевтағы лекцияларҙа фәтеүә тапмағанлыҡтан, Мәскәүгә Славян-грек-латин академияһына ҡайтып, уҡыуын дауам итә.
- 1735 — ноябрҙә 12 уҡыусы иҫәбендә Фәндәр академияһына тәҡдим ителә.
- 1736 — 2 ғинуарҙа 11 иптәше менән бергә отставкалағы прапорщик Василий Попов тарафынан Мәскәүҙән Санкт-Петербург Фәндәр һәм художестволар академияһына килтереп еткерелә.
- 1736 — 12 ғинуарҙа Академия университетына студент итеп алына.
- 1736 — 4 октябрҙә тау эшенә һәм металлургияға уҡыу өсөн Германияға ебәрелә.
- 1736—1739 — Марбург университетында уҡый.
- 1737 — ғинуарҙан профессор Х. Вольфтың механика курсын һәм профессор Ю. Г. Дуйзингтың теоретик химия курсын тыңлай.
- 1739 — февралдә фатир хужабикәһенең ҡыҙы Елизавета-Христина Цильхҡа граждан никахы менән өйләнә[23].
- 1739 — 8 ноябрҙә ҡыҙы тыуа; 9 ноябрҙә — ҡыҙы реформаттар общинаһы сиркәүендә, Екатерина-Елизавета тигән исем бирелеп, һыуға сумырыу йолаһы үтә.
- 1739—1740 — И. Ф. Генкель етәкселегендә тау эшенә уҡый.
- 1740 — 26 майҙа Марбургтың реформаттар общинаһы сиркәүендә Елизавета-Христина Цильх менән никахлаша[24].
- 1740 — май аҙағында иленә ҡайтып барғанда Дюссельдорф эргәһендә алдап пруссактар тарафынан рекрутлыҡҡа алына, октябрҙә ҡаса, Арнгейм һәм Утрехт аша — Амстердамға, унан һуң Гаагаға килә, ҡабат Амстердамға килгәс кенә унан диңгеҙ юлы менән Рәсәйгә ҡайтып китә ала[25].
- 1741 — 8 июндә Санкт-Петербургҡа килеп төшә.
- 1741 — 10 июндә ботаника һәм тәбиғәт тарихы профессоры И. Амманға тәбиғәтте өйрәнеү фәне буйынса уҡыу өсөен йүнәлтелә һәм Кунсткамераның Минералдар кабинетында минералдар һәм ташҡа әйләнгән нәмәләр каталогын төҙөй башлай.
- 1741 — 22 декабрҙә Марбургта Ломоносовтың улы тыуа, һыуға сумырыу йолаһын үткәндә уға Иван тигән исем ҡушыла[26].
- 1742 — 8 ғинуарҙа Санкт-Петербург Фән һәм художество академияһының физика класы адъюнкты ителә.
- 1745 — 25 июлдә химия профессоры итеп тәғәйенләнә[27], был Санкт-Петербург Фәндәр һәм художестволар академияһының ғәмәли ағзаһы статусына тиң була. Ул тәбиғәт фәндәре өлкәһендә беренсе рус академигы була[28].
- 1746 — 20 июндә беренсе тапҡыр рус телендә физика буйынса асыҡ лекциялар уҡый.
- 1748 — Рәсәйҙә химия буйынса беренсе ғилми-тикшеренеү һәм уҡыу лабораторияһын ойоштора.
- 1748—1757 — химия лабораторияһында төҫлө быяла һәм буяуҙар табыу менән шөғөлләнә, рудаларға химик анализ эшләй.
- 1749 — 21 февралдә ҡыҙы Елена тыуа.
- 1752—1753 — химия лабораторияһында тарихта беренсе тапҡыр физик химия буйынса лекциялар уҡый.
- 1753 — Усть-Рудица ауылында быяла фабрикаһы нигеҙләнә.
- 1755 — М. В. Ломоносов ҡатнашлығында Мәскәү университеты ойошторла, ул уның тәүге проектын төҙөй.
- 1756 — Академия гимназияһында һәм Академия университетында түбәнге ҡатламдың белем алыуға хоҡуғын яҡлап сыға.
- 1757 — 1 ғинуарҙа Санкт-Петербург Император фәндәр һәм художестволар академияһы Канцелярияһының советнигы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылды академияның ҡаҙна фатирынан Мойкаға үҙ йортона күсә.
- 1757 — Синод «вәғәздәрҙә фәнде үтә әрләмәҫкә» саҡырған Ломоносовтың ғилми эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итә [29]
- 1758 — Тарихи Йыйылыштың, География департаментының, Академия университетының һәм Академия гимназияһының етәксеһе ителә.
- 1759 — Академия гимназияһын йыһазландырыу, уставын төҙөү, Академия университетын ҡороу менән шөғөлләнә, бөтә көсөнә түбән ҡатламдарҙың белем алыуға хоҡуғын яҡлай.
- 1760 — 30 апрелдә Швед Король фәндәр академияһы М. В. Ломоносовты үҙенең почётлы ағзаһы итеп һайлай.
- 1763 — 10 октябрҙә иң абруйлы өс художество Академияһының ағзаһы итеп һайлана (мозаика эштәре өсөн).
- 1764 — 17 апрелдә Болонья институты Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы итеп һайлана.
- 1765 — 4 апрелдә Мойка йылғаһы буйындағы йортонда үпкәһе шешеүҙән вафат була.
- 1765 — 8 апрелдә Александр Невский лавраһының Лазарь зыяратында ерләнә[30].
Большинство источников указывает именно эту дату, однако наблюдаются некоторые расхождения даже в отношении года рождения учёного; вероятно, одной из причин тому явилась ошибка, допущенная ещё Якобом Штелином, записавшим, что «на семнадцатом году ушёл он тайно из отцовского дома, вслед за обозом с рыбою, …догнал его на другой день, в 80 верстах от своей деревни», на эту неточность в возрасте М. В. Ломоносова указывает ещё Николай Алексеевич Любимов в своём труде; дав следующее разъяснение, со ссылкой на сведения академика Н. Я. Озерецковского: «За просрочку данного ему Михайлу Васильевичу 1730 года паспорта и не явившегося на срок, приказом тогдашнего ревизора Лермантова показан он в бегах, того ради из подушного оклада и выключен (отсюда и следует, что Ломоносов оставил родину на двадцатом, а не на семнадцатом году, как пишет Штелин. Это согласно и с показаниями самого Ломоносова)».— В известном историкам документе говорится: «Рождением-де он, Михайло, Архангельской губернии, Двинского уезда, дворцовой Куростровской деревни крестьянина Василья Дорофеева сын, и тот-де его отец и поныне в той деревне обретается и положен в подушный оклад… А в прошлом 730-м году декабря в 9-м числе с позволения оного отца его отбыл он, Ломоносов, в Москву, о чём дан был ему пашпорт (который утратил он своим небрежением) из Холмогорской воеводской канцелярии за рукою бывшего тогда воеводы Григорья Воробьёва, и с тем-де пашпортом пришёл он в Москву» («Показание о своём происхождении, данное при допросе в Московской Синодального правления канцелярии», 4 сентября 1734 — ЦГДА, ф. Московской Синодальной конторы, № 245, лл. 16—17). А. И. Андреев на основании исторических данных, в том числе свидетельств самого Ломоносова, делает вывод о том, что Ломоносов родился в период с марта по 4 сентября 1711 г. (Андреев А. И. О дате рождения Ломоносова // Ломоносов. Сборник статей и материалов. Т. 3. М.-Л.: 1951. стр. 364—369).
Погодин С. А. Ломоносов и химия XVIII века. // Вопросы естествознания и техники, 1962, выпуск 12>
Волков В. В., Вонский Е. В., Кузнецова Г. И. Выдающиеся химики мира. — М.: «Высшая школа», 1991. — ISBN 5-06-001568-8
Об этом говорит и Л. Эйлер — смотри в разделе «Физическая химия»
Фигуровский Н. А. Очерк общей истории химии. От древнейших времен до начала XIX века. — М.: Наука, 1969. — 455 с.[уточнить]
Г. А. Аммон Морские памятные даты. Москва. Воениздат 1987 г. стр.78
Материалы для биографии Ломоносова. Собраны экстраординарным академиком Билярским. Санкт-Петербург. В типографии Императорской Академии Наук. 1865[уточнить]
История Императорской Академии Наук в Петербурге Петра Пекарского. Том первый. Издание отделения русского языка и словесности Императорской Академии Наук. Санкт-Петербург. Типография Императорской Академии Наук. 1870
История Императорской Академии Наук в Петербурге Петра Пекарского. Том второй. Издание отделения русского языка и словесности Императорской Академии Наук. Санкт-Петербург. Типография Императорской Академии Наук. 1873
Относительно этой даты имеются также несущественные разночтения: в уже упомянутом документе иная — 8 декабря 1725 года («Показание о своём происхождении, данное при допросе в Московской Синодального правления канцелярии» 4 сентября 1734 — ЦГАДА, ф. Московской Синодальной конторы, № 245, лл 16—17); что касается отсутствия единого мнения о самовольном или «дозволенном отцом» уходе, естественно, в официальном документе первый вариант не мог быть указан, и остаётся только верить сведениям самого М. В. Ломоносова о его бегстве; но косвенно документ, воспроизводимый Н. А. Любимовым («в бегах»), это подтверждает. Однако выданный Холмогорской воеводской канцелярией паспорт косвенно же противоречит версии о «бегстве» — документ-то этот выдавался как и сейчас, совершеннолетнему — самостоятельному человеку.
Мнение о том, что М. В. Ломоносов учился в Киево-Могилянской академии подвергнуто многими исследователями[кем?] большому сомнению, мало того, даже факт его присутствия там отрицается некоторыми авторами[какими?].
Марбургский государственный архив, отделение «Марбургская родословная книга», т. III, L.
М. И. Сухомлинов. Ломоносов — студент Марбургского университета. «Русский вестник», т. 31, № 1, СПб., 1861, стр. 163
Верёвкин М. И. Жизнь покойного Михайла Васильевича Ломоносова. М. В. Ломоносов в воспоминаниях и характеристиках современников. — М.-Л.: Издательство Академии наук СССР, 1962
Марбургский государственный архив, Марбургская родословная книга, т. 14, № 20569
Соловьев Ю. Я., Бессуднова З. А., Пржедецкая Л. Т. Академики XVIII века: М. В. Ломоносов // Отечественные действительные и почетные члены Российской академии наук XVIII—XX вв. Геология и горные науки. М.: Научный мир, 2000. Информация на С. 53.
П. П. Пекарский. История Академии наук. Т. II. СПб.: 1873. С. 671.