Remove ads
Астероид From Wikipedia, the free encyclopedia
Церера (Кесе планеталар үҙәге каталогы буйынса 1 Ceres, символы: )[19] — Ҡояшҡа иң яҡыны һәм Ҡояш системаһының билдәле кәрлә планеталары араһында иң бәләкәйе. Астероидтар билбауында урынлашҡан . Церераны 1801 йылда итальян астрономы Джузеппе Пиацци Палерма астрономия обсерваторияһында аса. Бер ни тиклем ваҡыт Церера Ҡояш системаһындағы һәр яғы килгән планета тип ҡарала; 1802 йылда ул астероид булараҡ классификациялана[20], ләкин бер нисә тиҫтә йыл буйы планета булып иҫәпләнә, ә 2006 йылдың 24 авгусында Халыҡ-ара астрономия союзы МАС-тың XXVI Генераль Ассамблеяһында «планета» төшөнсәһенә аныҡлыҡ индерә, һәм уның һөҙөмтәләре буйынса Церера кәрлә планета тип таныла. Ул боронғо Римдең уңдырышлылыҡ алиһәһе хөрмәтенә Церера тип атала.
Церера | ||||
Снимок Цереры в натуральном цвете, сделанный АМС Dawn 4 мая 2015 года | ||||
Башҡа исемдәре |
A899 OF; 1943 XB | |||
---|---|---|---|---|
Обозначение |
1 Ceres | |||
Кесе планеталар категорияһы |
Карликовая планета | |||
Открытие[1] | ||||
Асылған урыны |
Палермская астрономическая обсерватория | |||
Орбита характеристикалары[2] | ||||
Эпоха: 18 июня 2009 | ||||
Перигелий |
381 028 000 км | |||
Афелий |
446 521 000 км | |||
Ҙур ярымкүсәр (a) |
413 767 000 км | |||
Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,07934[2] | |||
Әйләнеүҙең сидерик периоды |
1680,5 суток | |||
Орбита тиҙлеге (v) |
17,882 км/с | |||
Уртаса аномалия;(Mo) |
27,448° | |||
Ауышлығы (i) | ||||
Долгота восходящего узла (Ω) |
80,399°[2] | |||
Перицентр аргументы (ω) |
2,825°[2] | |||
Юлдаштары |
нет | |||
Физик характеристикалар | ||||
Экватор радиусы |
481,5 км[4] | |||
Поляр радиусы |
445,5 км[4] | |||
Уртаса радиус |
463,5км | |||
Өҫлөк майҙаны (S) |
2 849 631 км²[5] | |||
Массаһы (m) | ||||
Уртаса тығыҙлығы (ρ) | ||||
Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) |
0,27 м/с² | |||
Беренсе космик тиҙлек (v1) |
0,36 км/с[10] | |||
Әйләнеү периоды (T) |
9 ч 4 мин 27,01 с[11] | |||
Күсәр ауышлығы |
около 3°[12] | |||
Прямое восхождение северного полюса (α) |
19 ч 24 мин | |||
Төньяҡ полюс ауышлығы (δ) |
59°[12] | |||
Альбедо |
0,090 ± 0,0033 (геометрическое)[13] | |||
Cпектр класы |
G[14] | |||
Күренгән йондоҙ дәүмәле | ||||
Абсолют йондоҙ дәүмәле |
3,36 ± 0,02[13] | |||
Мөйөшсә диаметр | ||||
Температура | ||||
| ||||
Кельвин |
| |||
| ||||
Атмосфера | ||||
следы водяного пара |
Диаметры яҡынса 950 км булған есем астероидтар билбауында иң ҙуры һәм ярайһы уҡ ауыры, үлсәмдәре буйынса гигант планеталарҙың күп кенә эре юлдаштарынан ҙурыраҡ һәм билбауҙың дөйөм массаһының өстән бер өлөшөн (32 %) тәшкил итә тиерлек[21]. Гравитация бик түбән булғанға күрә, күпселек бәләкәй есемдәр, ғәҙәттә, дөрөҫ булмаған формала була[22], ә бына Церера, уларҙан айырмалы рәүештә, шар формаһында. Церераның тығыҙлығы буйынса фекер йөрөткәндә, ул һыу боҙонан тора (20-30 %)[23]. Күрәһең, уның эске өлөшө боҙ мантияһы[24] менән уратылған таш үҙәктән торалыр. Церераның өҫтөндә лә боҙ табыла; бынан тыш, уның өҫкө ҡатламының составына, моғайын, гидратация үткән төрлө матдәләр, шулай уҡ карбонаттар (доломит, сидерит) һәм тимергә бай балсыҡлы минералдар (кронстедтит[en]) инәлер. 2014 йылда «Гершель» телескобы кәрлә планета тирәләй һыу парын таба .
Ерҙән күҙәткәндә Церераның ялтырауы 6,7-нән 9,3 йондоҙ дәүмәленә тиклем тирбәлә. Ябай күҙ менән уны күреү өсөн был ғына етмәй. Вестаны (2011—2012) һәм Церераны өйрәнеү өсөн НАСА 2007 йылдың 27 сентябрендә Dawn зондын ебәрә. Церераның орбитаһына ул 2015 йылдың 6 мартында сыға.
Марс менән Юпитер орбиталары араһында асылмаған планета булыу ихтималлығы тураһындағы идеяны тәүге тапҡыр 1772 йылда Иоганн Элерт Боде тәҡдим итә. Уның фекере 1766 йылда немец математигы һәм астрономы Иоганн Тициус беренсе тапҡыр тәҡдим иткән Тициус-Боде ҡағиҙәһенә нигеҙләнә. Тициус ул ваҡытҡа билдәле булған планеталарҙың орбиталары радиустары дәүмәлендә ябай законлылыҡтың булыуын асыуы тураһында белдерә[25]. 1781 йылда Уилям Гершелдең Уранды асыуы был ҡағиҙәнең дөрөҫлөгөн раҫлап ҡына ҡалмай, ә Ҡояштан 2,8 а. е. алыҫлыҡта (Марс менән Юпитер орбиталары араһындағы ара) планеталар эҙләүҙе башлап ебәрә. Һөҙөмтәлә 1800 йылда 24 астрономды берләштергән «Күк һаҡсылары» тип аталған төркөм барлыҡҡа килә. Фон Цах етәкләгән был төркөм, бер нисә ул ваҡыттағы иң көслө телескоптан тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙе ойоштора. Улар Церераны таба алмай, ләкин башҡа бер нисә ҙур астероид аса.
Церераны 1801 йылдың 1 ғинуарында Палерма астрономик обсерваторияһында итальян астрономы Джузеппе Пиацци аса, ул да «Күк һаҡсылары» төркөмөнә саҡырыла, әммә саҡырылғанға тиклем үк ул Церераны асҡан була. Ул «ла Кайл әфәнеденең 87-се Зодиак йондоҙҙары каталогында билдәләнгән 87-се йондоҙҙо» эҙләй, әммә «уға тиклемге башҡа йондоҙҙоң» булыуын аңлай. Шулай итеп, ул эҙләгән йондоҙ эргәһендә башҡа йыһан объектын таба, башта уны комета тип иҫәпләй[26]. Пияцци, уны сир аяғынан йыҡҡанға тиклем, дөйөм алғанда Церераны 24 тапҡыр күҙәтә (һуңғы тапҡыр 1801 йылдың 11 февралендә күҙәтә). 1801 йылдың 24 ғинуарында ул ике коллегаһына хат аша үҙенең асышы тураһында хәбәр итә: береһе Миланда йәшәүсе ватандашы Барнаба Ориани (Barnaba Oriani) һәм Берлиндан Иоганн Боде була. Хаттарында объектты комета булараҡ тасуирлай, әммә шунда уҡ аңлатма биреп үтә: «уның хәрәкәтенең әкрен һәм ярайһы уҡ бер төрлө булыуы миндә бер нисә тапҡыр уның кометаға ҡарағанда яҡшыраҡ берәй есем булыуы ихтимал, тигән фекер ҙә тыуҙырҙы», тип белдерә. Шул уҡ йылдың апрель айында Пиацци юғарыла атап үтелгән коллегаларына һәм Парижда йәшәгән Жером Лаландаға күҙәтеүҙәренең тулы вариантын ебәрә. Был күҙәтеүҙәр «Correspondenz Monatliche» журналының 1801 йылдың сентябрь һанында баҫылып сыға.
Журнал баҫылып сыҡҡан мәлгә тиклем Церераның күренгән торошо үҙгәреп өлгөрә (башлыса, Ерҙең орбитаһы буйлап хәрәкәте арҡаһында), һәм Ҡояш нурҙары сағылышы аҫтында башҡа астрномдар Пиацциның күҙәтеүҙәрен раҫлай алмай. Йыл аҙағына тағы Церераны күҙәтергә мөмкин була, әммә оҙаҡ ваҡыт үткәнгә күрә, уның аныҡ ҡына торошон билдәләү бик ҡыйын була. Карл Фридрих Гаусс 24 йәшендә Церераның орбитаһын билдәләү өсөн махсус ысул уйлап таба[26]. Ул үҙ алдына өс тулы күҙәтеү буйынса орбита элементтарын билдәләүсе ысулды табырға тигән бурысты ҡуя (әгәр өс билдәле мәлдәге ваҡыт, туранан-тура инеү һәм ауышыу билдәле булһа)[27]. Бер нисә аҙна эсендә ул Церераның юлын иҫәпләй һәм һөҙөмтәләрен фон Цахҡа ебәрә. 1801 йылдың 31 декабрендә Франц Ксавер фон Цах Генрих Ольберс менән берлектә Церераны асыуҙы раҫлай[28].
Церераны тәүге күҙәтеүселәр уның үлсәмен ярайһы уҡ яҡынса ғына иҫәпләй ала: 260 километрҙан (1802 йылда Гершель иҫәпләүҙәре буйынса) 2613 километрға тиклем (Иоганн Шрётерҙың 1811 йылдағы иҫәпәләүе)[29][30].
Пиацци үҙе асҡан объектҡа Римдең игенселек алиһәһе Церера һәм Сицилия короле Фердинанд III хөрмәтенә Церера Фердинанда (Ceres Ferdinandea) тип атарға тәҡдим итә[26][28]. Донъялағы башҡа илдәр «Ferdinandea» атамаһын ҡабул итә алмай, шуға аҙаҡ атама Церера булып ҡына ҡала. Церера ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Германияла Герой тип атала, Грецияла — Рим алиһаһе Церераның эквиваленты Деметра (греч. Δήμητρα)[31]. Церераның боронғо астрономик символы ураҡ ⚳ ()[32] була, ул бер аҙ Венера символына ♀оҡшаш була; һуңынан символ диск нумерацияһына ① алмаштырыла[33]. Церера хөрмәтенә1803 йылда яңы асылған химик элемент церий тип атала[34]. Шул уҡ йылда тағы ла бер яңы химик элемент Церера хөрмәтенә атала, әммә уны асыусы уның исемен үҙгәртеп палладий (икенсе ҙур астероид Палладаны асыу хөрмәтенә) тип атай[35].
Церераның статусы күп тапҡырҙар үҙгәрә һәм ҡайһы бер фекер айырымлыҡтары булған бәхәс темаһына әйләнә. Иоганн Элерт Боде уны Марс һәм Юпитер араһында, Ҡояштан 419 млн км алыҫлыҡтағы (2,8 а. е) «етмәгән планета» тип атай. Ярты быуат дауамында Церера планета булып иҫәпләнә (2 Паллада 2, 3 Юнона һәм 4 Вест менән бер рәттән), был турала астрономия таблицаларында ла, китаптарҙа ла баҫылып сыға[26].
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Марс менән Юпитер араһында башҡа объекттар ҙа табыла, һәм Церера — шундай объекттарҙың береһе[36]. 1802 йылда Уильям Гершель «астероид» (йондоҙға оҡшаш)[37] тигән термин индерә.
Шулай итеп, Церера иң тәүҙә асылған астероид[37] булып ҡала
Плутон һәм планеталарҙың ниндәй күк есеме булыуы тураһындағы бәхәс Церераға планета статусын ҡайтарыу тураһындағы мәсьәләне ҡуҙғата[38][39]. Халыҡ-ара астрономия союзы түбәндәге билдәләмәне тәҡдим итә: планета — ул :
а) гравитация көстәре тәьҫире аҫтында гидростатик тигеҙлеккә эйә һәм түңәрәккә яҡын формала булған күк есеме.
б) йондоҙ тирәләй орбитаһы буйлап хәрәкәт итә, һәм ул йондоҙ ҙа, планета юлдашы ла түгел[40].
Был резолюция Церераны Ҡояштан бишенсе урында әйләнгән планета тип таный[41], әммә шул көйө лә ҡабул ителмәй, 2006 йылдың 24 авгусында альтернатив билдәләмә үҙ көсөнә инә. Унда, йыһан есеме юғарыла атап үтелгән характеристикаларҙан тыш үҙ гравитацияһы тәьҫире аҫтында орбитаһы янында «башҡа есемдәрҙән азат булған аралыҡҡа» эйә булғанда ғына уға ҡарата «планета» терминын ҡулланырға мөмкин, тип әйтелә. Был билдәләмә буйынса Церера «планета» була алмай, сөнки ул үҙенең орбитаһында өҫтөнлөккә эйә түгел, ә астероидтар билбауында меңәрләгән астероид менән орбитаһын уртаҡлаша һәм дөйөм массаның яҡынса өстән бер өлөшөн генә тәшкил итә[42]. Шуға күрә ул хәҙер кәрлә планета тип атала.
Церераның орбитаһы астероидтар билбауында Марс менән Юпитер орбиталары араһында ята, һәм «планетаға бик ныҡ оҡшаған»: эллипсҡа бик аҙ оҡшаған (эксцентриситет 0,08) һәм эклиптика яҫылығына ауышлығы уртаса (10,6°), Плутон менән сағыштырғанда (17°) һәм Меркурий менән сағыштырғанда (7°). Орбитаһының ҙур ярымкүсәре 2,76 а. е. тәшкил итә, перигелийҙа һәм афелийҙа — ярашлы рәүештә 2,54, 2,98 а. е.. Ҡояш тирәләй 4, 6 йылда әйләнеп сыға. Ҡояшҡа тиклемге уртаса ара 2,77 а. е. (413,9 млн км). Церера менән Ер араһы уртаса ~ 263,8 млн км[43]. Церерала тәүлек оҙонлоғо 9 сәғәт тә 4 минутҡа тигеҙ[44].
Һүрәттә Церера орбитаһы (күк төҫ менән күрһәтелә) һәм ҡайһы бер башҡа планеталар орбиталары (аҡ һәм һоро төҫтә) күрһәтелгән. Орбитаһының эклиптиканан түбәнерәк өлкәһе ҡарараҡ төҫ менән, ә Ҡояш ҡыҙыл-һары төҫ менән билдәләнгән. Юғарылағы диаграммала Марс менән Юпитер араһындағы Церераның орбитаһы күрһәтелә. Юғарылағы диаграммала уңда Церераның һәм Марстың перигелийы (q) һәм афелийы (Q) урынлашҡан. Түбәнге диаграммала Церера орбитаһының Марс һәм Юпитерҙың орбиталарына ҡарата ауышлығы күрһәтелгән.
Быуаттар барышында йоғонто яһай алған планеталар тәьҫире аҫтында Церерала барлыҡҡа килгән тайпылыштар (в Григориан йыл иҫәбендә)[45]. | Планеталар атамалары | Массалары | δ. e. | δi | δθ | δψ | δε | δχ | δα |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Меркурий | 1:(8×106) | -0,000018 | +0,000044 | -0,000241 | +0,000484 | +0,071482 | +0,000488 | +3×10−7 | |
Венера | 1:(41×104) | -0,000025 | +0,000227 | -0,027558 | +0,037903 | +1,446688 | +0,038375 | +3×10−6 | |
Ер | 1:329390 | -0,000536 | +0,000011 | -0,106807 | +0,092360 | +1,887510 | +0,094189 | -4×10−7 | |
Марс | 1:(3085×103) | +0,000069 | +0,000359 | -0,039992 | +0,064190 | +0,239440 | +0,064875 | +4×10−7 | |
Юпитер | 1:(1047,35) | -0,6752 | -0,5772 | -52,184 | +55,909 | -56,053 | +56,802 | -2×10−4 | |
Сатурн | 1:(3501,6) | -0,022 | -0,041 | -1,411 | +1,290 | -2,125 | +1,314 | -1×10−4 | |
Уран | 1:22650 | +0,00025 | +0,000002 | -0,02712 | +0,02327 | -0,03735 | +0,02373 | +3×10−5 | |
Нептун | 1:19350 | +0,000013 | -0,000229 | -0,007816 | +0,007691 | -0,011239 | +0,007825 | -1×10−5 |
Күпселек астероидтарҙың айырмалы рәүештә, шарға яҡын форманы алғандан һуң Церераның эске ҡатламдарында гравитацион билдәләнеш башлана — ауыр тоҡомдар үҙәк өлөшкә күсә, еңелерәктәре өҫкө ҡатламға урынлаша. Шулай итеп, таш йәҙрәһе һәм һыу боҙонан криомантия формалаша[46]. Церераның тығыҙлығының түбән булыуын (2,16 г/см3) иҫәпкә алһаҡ, уның мантияһының ҡалынлығы 100 километрға етә (массаның 23-28 проценты һәм кәрлә планета күләменең 50 проценты)[47], бынан тыш унда ҙур ғына күләмдә боҙ бар: 200 миллион куб километр, был Ерҙәге сөсө һыу күләменән артыҡ[48]. Ошо мәғлүмәттәр 2002 йылда Кек обсерваторияһы яһаған күҙәтеүҙәр һәм эволюция моделдәре[22] менән дәлилләнә.
Церераның юлдаштары табылмай. Һәр хәлдә әлегә, «Хаббл» күҙәтеүҙәре 10—20 километрҙан ашыу ҙурлыҡтағы юлдаштарҙың булыуын инҡар итә.
2015 йылдың 13 июлендә тәүге 17 исем Церера кратерҙарына[49] бирелә. Сағыу табы булған кратерға Боронғо Римдең ер тырматыу аллаһы Оккаторҙың исеме бирелә.
Dawn-дың төп камераларынан алынған һүрәттәрҙе анализлап, АҠШ, Италия, Германия һәм Франция геологтары[50] Церера өҫтөндәге әүҙемлек эҙҙәренең тоҡомдоң өҫкө ҡатламдарында һыуҙың күплеге менән бәйле булыуын билдәләй. Материяның өс типтағы ағымы булыуы асыҡлана. Беренсе аҡым башлыса юғары киңлектәрҙә осрай — ул ерҙәге боҙлоҡтарҙы хәтерләтә, улар, бер урындан икенсе урынҡа күсеп йөрөп, кратер ситтәрен емерә, икенсе типтағы шыуышыу ерҙәге ишелмәләргә оҡшаш. Өсөнсө шыуышыу ҙур структураға эйә булған кратерҙар менән ассоциациялана: улар көслө ташҡынды хәтерләтә. Бөтә был шыуышыуҙар планета өҫтөндә бик йыш күҙәтелә — бындай күренештәрҙе диаметры 10 километрҙан ашыу кратерҙарҙың янында осратырға мөмкин[51]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.