From Wikipedia, the free encyclopedia
Эллипсис менән бутамаҫҡа.
Э́ллипс (бор. грек. ἔλλειψις «опущение; нехватка һүҙҙәренән, <эксцентриситеты 1>-гә етмәгән») — яҫылыҡ һәм түңәрәк цилиндрҙың киҫелеше булған йәки әйләнәнең яҫылыҡҡа ортогональ проекцияһы булараҡ төҙөп булған яҫылыҡтағы йомоҡ кәкре һыҙыҡ.
Әйләнә эллипстың айырым осрағы булып тора. Гипербола һәм парабола менән бер рәттән, эллипс конус киҫелеше һәм квадрика булып тора.
Эллипс — Евклид яҫылығының, ике бирелгән һәм (фокустар тип аталған) нөктәләренән алыҫлыҡтарының суммаһы даими һәм фокустар араһындағы алыҫлыҡтан ҙурыраҡ булған нөктәләрҙең геометрик урыны M, йәғни
.
— ҙур ярымкүсәр | ||||||
— бәләкәй ярымкүсәр | ||||||
— фокаль алыҫлыҡ | ||||||
— фокаль параметр | ||||||
— перифокус алыҫлығы | ||||||
— апофокус алыҫлығы |
Эллипс үҙәк икенсе тәртиптәге кәкре һыҙыҡ булып тора һәм түбәндәге күренештәге дөйөм тигеҙләмәне ҡәнәғәтләндерә
һәм инварианттарында, бында:
Икенсе тәртиптәге кәкре һыҙыҡ инварианттары һәм эллипстың ярымкүсәрҙәре араһындағы нисбәт (эллипстың үҙәге координаталар башы менән тап килгән һәм булған осраҡта ғына дөрөҫ):
Әгәр дөйөм тигеҙләмәне
ул саҡта эллипс үҙәгенең координаталары:
әйләнеү мөйөшө түбәндәге аңлатманан табыла
Күсәр векторҙары йүнәлештәре:
бынан сығып
Ярымкүсәрҙәр оҙонлоғо түбәндәге аңлатмалар менән бирелә
Кире нисбәт - дөйөм тигеҙләмәнең коэффициенттарын эллипс параметрҙарынан - каноник тигеҙләмәгә (түбәндәге бүдекте ҡарағыҙ) координаталар системаһы өсөн Θ мөйөшөнә боролош һәм нөктәһенә күсереү аңлатмаларын ҡуйып табып була:
Урынына ҡуйыуҙы башҡарып һәм йәйәләрҙе асып дөйөм тигеҙләмәнең коэффициенттары өсөн артабанғы аңлатмаларҙы табабыҙ:
Әгәр мөйөштө генә индереп, эллипстың үҙәген координаталар башында ҡалдырһаҡ, ул саҡта
Эллипстың Декарт координаталар системаһында бирелгән дөйөм күренештәге тигеҙләмәлә коэффициенттары (йәки, шул уҡ, ) ирекле даими ҡабатлашыусыға тиклем аныҡлыҡ менән билдәлеләр, йәғни юғарыла килтерелгән яҙыу һәм
бында , эквивалентлылар.
Инварианта һәм ярымкүсәрҙәр араһындағы нисбәт дөйөм күренештә түбәндәгесә:
где - коэффициент при переносе начала координат в центр эллипса, когда уравнение приводится к виду
Другие инварианты находятся в следующих соотношениях:
Теләһә ниндәй эллипс өсөн шундай Декарт координаталар системаһын табып була, унда эллипс түбәндәге тигеҙләмә менән бирелә:
Был тигеҙләмә эллипстың канониик тигеҙләмәһе тип атала. Ул үҙәге координаталар башында, күсәрҙәре координаталар күсәрҙәре менән тап килгән эллипстың тигеҙләмәһе. [1]
Асыҡлыҡ өсөн тип уйлайыҡ. Был осраҡта һәм дәүмәлдәре — ярашлы рәүештә, эллипстың ҙур һәм бәләкәй ярымкүсәрҙәре.
Эллипстың ярымкүсәрҙәрен белгән хәлдә уның фокаль алыҫлығын һәм эксцентриситетын табырға була:
Эллипстың фокустарының координаталары:
Эллипстың ике директрисаһы бар, уларҙың тигеҙләмәләрен ошолай яҙып була
Фокаль параметр (йәғни фокус аша үткән һәм эллипстың күсәренә перпендикуляр булған хорда оҙонлоғоноң яртыһы) тигеҙ
Фокаль радиустар, йәғни фокустарҙан кәкре һыҙыҡтың теләһә ниндәй нөктәһенә тиклемге алыҫлыҡ
Мөйөшсә коэффициенты булған хордаларға бәйле диаметрҙың тигеҙләмәһе:
Эллипсҡа нөктәһендә үткәрелгән тейеүсе тигеҙләмәһе түбәндәге күренештә
тура һыҙығының эллипсҡа тейеү шарты түбәндәге бәйлелек рәүешендә яҙыла
нөктәһе аша үтеүсе тейеүселәрҙең тигеҙләмәһе
Мөйөшсә коэффициенты -ға тигеҙ булған тейеүселәрҙең тигеҙләмәһе:
бындай тура һыҙыҡтың эллипсҡа тейеү нөктәһе (йәки шул уҡ, эллипсҡа тейеүсе тангенсы ) булған мөйөш яһаған нөктәләре:
нөктәһендә нормалдең тигеҙләмәһе
Эллипстың каноник тигеҙләмәһе параметрланырға мөмкин:
бында — параметр.
Тик әйләнә осрағында ғына (йәғни булғанда) параметры абсциссалар күсәренең ыңғай йүнәлеше һәм бирелгән нөктәнең радиус-векторы араһындағы мөйөш була.
Әгәр эллипстың фокусын полюс, ә ҙур күсәрҙе — поляр күсәр итһәң, ул саҡта уның поляр координаталарҙа тигеҙләмәһе ошондай күренештә була
бында e — эксцентриситет, ә p — фокаль параметр. Минус тамғаһы поляр координаталар полюсының һул фокуста, ә плюс тамғаһы — уң фокуста урынлашҡан осраҡҡа ярашлы.
r1 һәм r2 — беренсе һәм икенсе фокустарҙан эллипстағы бирелгән нөктәгә тиклемге алыҫлыҡтар булһын, ти. Шулай уҡ координаталар системаһының полюсы беренсе фокуста, ә мөйөшө икенсе фокусҡа йүнәлештән иҫәпләнә, ти. Ул саҡта, эллипстың билдәләмәһенән,
Ошонан сығып,
Икенсе яҡтан, косинустар теоремаһынан
Һуңғы ике тигеҙләмәнән алып ташлап, табабыҙ
эҙләнгән тигеҙләмәне табабыҙ.
Әгәр эллипстың үҙәген полюс, ә ҙур күсәрҙе — поляр күсәр итһәк, ул саҡта уның тигеҙләмәһе поляр координаталарҙа ошондай күренештә булыр
Яҫы һыҙыҡтың дуғаһы оҙонлоғо түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә:
Эллипстың параметрлы бирелеше менән файҙаланып түбәндәге аңлатманы табабыҙ:
алмаштырып ҡуйыуынан һуң дуға оҙонлоғо өсөн аңлатма һуңғы күренеште ала:
Килеп сыҡҡан интеграл эллиптик интегралдар ғаиләһенә ҡарай, уларҙы элементар функциялар аша күрһәтеп булмай, һәм икенсе төрҙәге эллиптик интегралға ҡайтып ҡала . Айырым алғанда, эллипстың периметры тигеҙ:
бында — 2-се төрҙәге тулы эллиптик интеграл.
Эллипстың эксцентриситеты ~0,988 булғанда был формуланың иң ҙур хатаһы ~0,63 % (күсәрҙәр нисбәте ~1/6,5). Хата һәр саҡ ыңғай.
Түбәндәге формула эксцентриситеттарҙың киң диапазонында яҡынса ике тапҡыр бәләкәй хата бирә:
, где
Эллипстың эксцентриситеты ~0,980 булғанда был формуланың иң ҙур хатаһы ~0,36 % (күсәрҙәр нисбәте ~1/5). Хата шулай уҡ һәр саҡ ыңғай.
Рамануджан формулаһы булғанда һиҙелерлек яҡшыраҡ теүәллек бирә:
Эллипстың эксцентриситеты ~0,980 (күсәрҙәр нисбәте ~1/5) булғанда хата ~0,02 % тәшкил итә. Хата һәр саҡ тиҫкәре.
Рамануджандың икенсе формулаһы тағы ла теүәлерәк:
Джеймс Айвори[2] һәм Фридрих Бессель[3] бер-береһенә бәйһеҙ рәүештә эллипстың периметры өсөн формула табалар:
Альтернатив формула
бында — 1 һәм -тың арифметик-геометрик уртаһы, ә — 1 һәм -тың модификацияланған арифметик-геометрик уртаһы, ул С. Ф. Адлай тарафынан 2012 йылдағы мәҡәләлә индерелә.[4]
Эллипстың майҙаны түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә
Һулға ҡабарынҡы дуға һәм һәм нөктәләре аша үткән хорда араһындағы сегменттың майҙаны
Әгәр эллипс тигеҙләмәһе менән бирелһә, ул саҡта майҙанды түбәндәге формула буйынса табырға була
Основная статья — статья «Построение эллипса» в Викиучебнике.
Эллипсты төҙөү өсөн инструменттар булып торалар:
Циркуль йәки циркуль һәм линейка ярҙамында эллипста ятҡан теләһә ниндәй һанда нөктәләр төҙөргә мөмкин, ләкин бөтә эллипсты тулыһынса түгел.
Эллипс Викиһүҙлектә | |
Эллипс Викимилектә |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.